Ағза (биология)

Ағза (бор. грек. ὄργανον — «инструмент») — организмдағы бер төрлө типтағы, билдәле бер функция үтәүсе күҙәнәктәр һәм туҡымалар тупланмаһы.

Ҡатын кешенең ҡорһағындағы ағзалары. Леонардо да Винчи һүрәте. 1507 йыл

Һәр ағзаның организмда үҙ урыны, формаһы, ҙурлығы була. Бер һәм бер нисә функция үтәй. Уны барлыҡҡа килтереүҙә бер йәки бер нисә туҡыма ҡатнаша. Шул туҡымаларҙың береһе өҫтөнлөк итә һәм ағзаның төп функцияһын билдәләй.

Мәҫәлән, йөрәкте төҙөүҙә эпителиаль, тоташтырғыс, нервы һәм мускул туҡымаһы ҡатнаша. Ләкин мускул туҡымаһы(арҡыры һыҙатлы йөрәк мускулатураһы) өҫтөнлөк итә. Йөрәк билдәле бер йышлыҡта ҡыҫҡарып, ҡанды тамырҙар буйлап ҡыуа, насос функцияһын үтәй.

Ағза — организмдың функциональ берәмеге. Һәр ағза башҡаларынан айырымланған, ләкин бөтәһе бергә берләшеп бер бөтөндө тәшкил итә. Хайуан организмында ағзалар башҡарған эштәре буйынса бер төркөмгә — ағзалар системаһына берләшә.

Ағза — организмдың үҫеше (онтогенез) барышында билдәле бер яралғы (экзодерма, эндодерма, мезодерма) япрағынан (органогенез) хасил була.

Туҡыма һәм ағзалар хайуандар менән юғары төҙөлөшле үҫемлектәргә хас. Ылымыҡтарҙа (түбән төҙөлөшле үҫемлектәр), күп күҙәнәкле колониаль организмдар протистар, бәшмәктәрҙә, иң ябай хайуандарҙа туҡымалар һәм ағзалар булмай. Шулай ҙа, фәнни әҙәбиәттә бәшмәктәрҙәге һәм ылымыҡтарҙағы спорангийҙарҙы, пишайниктарҙағы соредийҙарҙы һәм изидийҙарҙы ағза тип атау осраҡтары бар.

Шулай уҡ, ҡарағыҙ

  • Кеше ағзалары
  • Хайуандарҙың ағзалар системаһы
  • Кешенең ағзалар системаһы
  • Догель принцибы

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары