Барабан

Барабан (төрки сығышлы һүҙ булыуы мөмкин[1][2]) — музыка ҡоралдары, һуҡма инструменттар ғаиләһенән[3].

Барабан
изображение
Классификация

 • мембранофоны или идиофоны
 • ударные музыкальные инструменты

Туғандаш инструменттар

барабанка, бубен

Музыканттар

Категория:Барабанщики

Етештереүселәр

список производителей ударных инструментов

Связанные статьи

барабанщик, драм-машина

Тауышы

Звук  Звучание малого барабана

Күп кенә музыкаль ансамблдәрҙә ҡулланыла, халыҡтар араһында киң таралған. Барабанда уйнаусы барабансы тип атала.

Буш корпус-резонаторға мембрана тартылған барабан барабандарҙың типиль вәкиле булып тора. Мембрана күн йәки пластик булыуы мөмкин. Мембрананың тартыу көсө менән тауыш бейеклеге көйләнә. Барабан корпусы ағастан, металдан (ҡорос йәки латунь), акрил пластиктан[4] һәм хатта балсыҡтан булыуы мөмкин.[5]


Тауыш мембранаға йомшаҡ башлы ағас туҡмаҡ, таяҡ, щёткалар, ҡул менән һуғып, ҡайһы берҙә ышҡып сығарыла.Бер юлы бер нисә барабанда уйнау өсөн барабандарҙан удар установка йыйыла.

Мембранаһы булмаған ҡорос барабан, ярыҡлы барабандарҙың мембранаһы булмай, был инструменттар <i>идиофон</i> тип атала.

Тарихы

Төрлө илдәр барабандары

Барабандар бик борондан билдәле һәм ер шарының бөтә төбәктәрендә лә тиерлек осрай. Барабандарҙы балсыҡтан, һөйәктән, бронзанан һ. б. эшләнгәндәр.

Месопотамияла ҡаҙыныу эштәре барышында ваҡ цилиндрҙар рәүешендә эшләнгән һуҡма инструменттар табыла, уларҙың килеп сығышы б.э.т. алтынсы мең йыллыҡҡа ҡарай, шул уҡ ваҡытта Көньяҡ Америка мәмерйәләрендәге ҡая һүрәттәре лә бар[6]. Моравияла табылған барабандың йәше беҙҙең эраға тиклем бишенсе мең йыллыҡҡа ҡарай, Боронғо Мысырҙа барабандар беҙҙең эраға тиклем 4 мең йыл элек барлыҡҡа килгән. Боронғо Шумерҙа ла барабандар булыуы тураһында билдәле (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 3 мең йыл). [7]Беҙҙең көндәрҙә был ҡоралдың күп төрлөлөгө — инструменттың тарихи үҫешенә дәлил булып тора.[8]

Борон барабан сигнал биреү ҡоралы булараҡ ҡулланылған, шулай уҡ ритм кәрәк булған осраҡта, мәҫәлән атларға, йүгерергә, тартырға, ишергә, һуғырға тигән командар буйынса ритуаль бейеүҙәрҙә, дини йолаларҙа, хәрби тантаналарҙа ҡулланылған. Мәҫәлән, боронғо гректар һәм римлеләр араһында барабан тимпан (бор. грек. τύμπανον), хәҙерге литавр барабаны, Кибеле һәм Бакчус культтарында, шулай уҡ армияла һәм ишкәкле флотта ҡулланылған. Шулай итеп, мәҫәлән, XVI быуатта британ армияһында пехота, драгун яугирҙары һәм кавалерия барабандар ҡулланылған. Генрих VIII заманында 100 кешенән торған һәр компанияла ике барабансы булған. «Иғтибар», «Теҙелергә», «Әҙерлек», «Марш», «Һөжүм», «Сигенеү» командалары XVII быуатта барабансылар ҡулланған төп сигналдар.[9]

Японияла VI—VII быуаттарға ҡараған тайко (япон барабандары ғаиләһе) барабансыһының балсыҡ фигураһы табылған. Был барабандар яу яланында дошманды ҡурҡытыу, туҡмау өсөн ҡулланылған: бер һалдат арҡаһына барабан күтәреп атлаған, ә икә һалдат барабан һуҡҡан. Б. э. т. 684 йылда Ци һәм Лу араһындағы хәл иткес алышта барабандар һалдаттарҙы илһамландыра һәм ҙуғышҡа һынылыш бирә.[10]

XX быуатта барабандарҙың ике ярайһы уҡ яҡшырыуы күҙәтелә. 1920—1940 йылдарҙа Gretsch ағастарҙы күп ҡатлы деламинациялау технологияһы буйынса барабан корпустары етештерә, был ысул бөгөнгө көндә лә ҡулланыла. Яҡынса 1956 йылда Эванс Марион күн мембраналар урынына пластик мембраналар ҡуя башлай.

Әлеге ваҡытта инструментты эшләү ҙә, камиллаштырыу ҙа, башҡарыуҙың яңы алымдарын эҙләү ҙә дауам итә. 1930—1932 йылдарҙа уйлап табылған, хәҙерге заман драм-машиналарының прототибы Rhythmicon[en] (ритмикон) 1980-се йылдарҙа популярлыҡ яулай. Драм-машиналар программа буйынса тауышты башҡара һәм аранжировка мөмкинлектәрен ярайһы уҡ арттырырға мөмкинлек бирә. Шуға ҡарамаҫтан, музыкант барабансыны алыштыра алмай.[11]

Рәсәйҙә

Гренадерский пехота полкы барабансыһы, 1756-1762
Пионер дружиналары. Байраҡсы, почетлы ҡарауыл, барабансы. СССР почта маркаһы.

1552 йылда Ҡазанды ҡамау ваҡытында армияла беренсе тапҡыр барабан ҡулланыу тураһында телгә алына. Урыҫ армияһында барабан итеп күн менән ҡапланған баҡыр ҡаҙандар ҡулланыла. Ваҡ отряд начальниктарының ошондай «бубендары» булған . Бубенды һыбайлының эйәре алдына, ҡайышҡа бәйләгәндәр һәм сыбыртҡы һабы менән һуҡҡандар. Сит ил яҙыусылары билдәләп үткәнсә, рус армияһында шулай уҡ ҙур «бубендар» булған — уларҙы дүрт ат менән йөрөткәндәр һәм һигеҙ кеше һуҡҡан.[12]

Кесе барабан Фёдор Иоаннович һәм Борис Годунов ваҡытында, хеҙмәт итеү өсөн урыҫ армияһына ялланған сит ил дружинаһын алған ваҡытта билдәлелек ала.[13]

Барабандарҙы популярлаштырыуға Петр I ҙур өлөш индерә. Ул йөҙ кеше булған хәрби частҡа махсус барабансы биреү тураһында указ сығара.[14] Барабансының маршта ғәскәрҙәрҙе оҙатып йөрөү, алышта сигналдар тапшырыу бурысы ҡуйыла. Замандаштары фекеренсә, Петр үҙе барабансы була һәм ғәскәре алдында «бик яҡшы барабан оҫталығы күрһәтә».[15]

Барабансыларҙың әһәмиәте 1853—1855 йылдарҙағы Көнсығыш һуғышы осоронда кәмей. Рус-япон һуғышы барабандарҙың хәрби роле тамамланыуын күрһәтә. 1909 йылда һуғыш ваҡытындағы дәүләттәрҙән барабансыларҙы сығарыу һәм уларҙы тыныс хеҙмәт һәм уҡытыу ихтыяждары өсөн һаҡлау тураһында указ сығарыла. Әммә 1910 йылда хәрби уставта хәрби поход барышында ҡабаттан барабан менән хәрәкәт итеүр тәҡдим ителә.[16]

Пионерҙар хәрәкәтенең әүҙемлек осоронда, атап әйткәндә, СССР-ҙа барабан ҡорал ғына түгел, ә мөһим символ булып тора. 1923-1926 йылдарҙа «Барабан» пионер журналы сыға, һуңыраҡ «Пионер» журналы менән берләштерелә.

Эшләү

Барабан төрлө кимәлдәге предприятиелар етештерә. Тиҫтәләгән кеше эшләгән бәләкәй предприятиелар ҡулдан эшләнгән эксклюзив инструмент тәҡдим итә. Бөтә донъяға билдәле булған эре ойошмалар башҡа музыка инструменттарын да сығара.

Барабандар эшләү өсөн төрлө материалдар ҡулланырға мөмкин: металл[17] (ҡорос, бронза), бамбук, пластмасса. Күпселек барабандар саған, ҡайын, имән, йүкә кеүек ағастан йәки фанеранан эшләнә.[18] Ҡайһы бер етештереүселәр билдәле беррезонанс тыуҙырыу өсөн ағастың бер нисә төрөн берләштерә, был ысул менән иң яҡшы хаҡ/сифат нисбәтен алырға мөмкинлек бирә. Барабан тауышына ағастың тығыҙлығы һәм стеналарының ҡалынлығы ныҡ йоғонто яһай.

Туҡмаҡтың ниндәй материалдан эшләнгәненән тыш тауыш сифатына мембранаға һуғылған сите ниндәй мөйөш менән киҫелгән икәне лә ҙур роль уйнай.[19]

Корпусты эшләгәндән һуң уға мембрананы беркетеү һәм тарттырыу өсөн ҡулайламалар беркетелә.[20] Бормалы болттар, беркеткестәр һәм йоҙаҡтар өсөн тишектәр тауышты насар яҡҡа үҙгәртә, шуға күрә күп кенә етештереүселәр (мәҫәлән, RIMS) тауыш бөтөнлөгөн һаҡлай торған төрлө варианттарын тәҡдим итәләр

Дини маҡсаттарҙа ҡулланыласаҡ ҡайһы бер барабандар һәм бубендарҙы эшләү барышында инструментҡа «йәнеңде» һалыу кеүек төрлө инициатив йолалар башҡарыла.[21].

Көйләү

8 болтлы барабанда болттарҙы тартыу тәптибе

Барабанды көйләү — бик күп мәҡәләләрҙең һәм уҡыу әсбаптарының темаһы булып торған ҡатмарлы процесс.[22][23] Барабандар тауыш бейеклеге буйынса билдәле бер айырсаға (литавр, рототом) һәм билдәһеҙ айырсалы ҡоралдарға (кесе барабаны, том-том һ. б.) бүлергә мөмкин. Көйләү ике ҡоралға ла ҡағыла.

Көйләүҙең төп маҡсаты — кәрәкмәгән артыҡ обертондан ҡотолоу. «Үҙенә тап килгән» барабан, тигеҙ һуҙылған, асыҡ, киң, асыҡ тауышлы була.[[|en]] (Derek Yongsma), ударник Bleeding Through даёт такие советы по настройке:

Настройка — очень важная составляющая игры на барабанах, которой множество музыкантов пренебрегает. Если барабаны должным образом не настроены, они могут издавать самые отвратительные звуки. Если барабаны настроены неправильно, то они будут гудеть или грохотать. Если пластик на барабанах слишком ослаблен, их звук может казаться мёртвым, но и слишком сильно натянутый пластик может звучать по-настоящему плохо.

Көйләү — барабандарҙың бик мөһим өлөшө, уны күп музыканттар иғтибарһыҙ ҡалдыра. Барабандар дөрөҫ көйләнмәһә, улар иң әшәке тауыштар сығара. Барабандар дөрөҫ көйләнмәһә, геүләү һәм гөрөлдәү тауыштары сағара. Барабандарҙағы пластик артыҡ буш булһа, уларҙың тауышы үле булып күренергә мөмкин, әммә артыҡ тартылған пластик та насар яңғырауы мөмкин.

— Метал мастеркласс от барабанщика Bleeding Through[24][25]

Мембранаһы төрлөсә беркетелгән джембе барабаны

Мембрана барабан корпусына көйләү мөмкинлеге булған металл ҡойшау һәм болттар менән беркетелә, шулай уҡ бау, ҡайыш ҡулланырға мөмкин. Бё-тайко барабанындағы кеүек ҡаты беркетелгән мембраны көйләп булмай.

Хәҙерге заман етештереүселәре мембраналарҙың күп модификацияларын сығара (төрлө ауырлыҡта, ҡалынлыҡта, ике ҡатлы һ. б.) Уларҙың барыһы ла инструменттың тауышына төрлөсә тәьҫир итә.[26]

Әгәр ике мембрана булһа, уларҙың береһе йоҡараҡ һәм һуғыу өсөн тәғәйенләнмәгән булыуы мөмкин, тик резонансты арттырыу өсөн генә. Һуҡма һәм резонанс мембранаһының сағыштырмаса көйләнеүе барабан тауышына йоғонто яһай: резонанс һуҡманан юғарыраҡ көйләнһә, тауыштың (даими) оҙайлығы арта. Бәләкәй барабанында ҡылдың көйләнеүе лә (музыка ҡоралына хас тауыш биреүсе пружиналар) ҙур әһәмиәткә эйә.

Күн мембраналар ҡулланған барабандарҙы тирене йылытып тарттырырға йә һыу һибеп бушатырға мөмкин.

Төрҙәре

Тибы буйынса

Рик Бенджамин етәкселегендә оркестр барабансыһы: эргәлә бәләкәй барабан, тимпани, ҙур барабан һәм башҡа музыка ҡоралдары

Хәҙерге оркестрға түбәндәге барабандар инә[27]:

Оло барабан (төрөк барабан) — ике яҡлы, һирәгерәк бер яҡлы инструмент. Йомшаҡ осло ҙур туҡтаҡ менән уйнайҙар; тауышы көслө, һаңғырау һәм түбән. Туҡмаҡтан тыш тыш ҡайһы берҙә таяҡтар, суҡтар менән уйнайҙар. Оло барабандың төп маҡсаты — яңғыҙ һуҡҡан тауыштар сығарыу (пьяниссимонан алып йәшен фортиссимоһына тиклем). Европа композиторҙары беренсе тапҡыр ҙур барабанды хәрби оркестрҙа ҡуллана; XVIII быуат башынан — операла ҡулланалар. «Яңысар музыкаһында» ҡулланылған төрөк барабаны ҙур барабандың элгәре була. Ҙур барабанды йыш ҡына уға оҡшатыу өсөн ҡулланалар. Бас барабаны ҙур (концерте) барабанан саҡ ҡына бәләкәйерәк — 20-22» (50-56 см). Удар установкала педалгә баҫып аяҡтар менән уйнайҙар.

Бәләкәй барабан — түбән цилиндрҙа ике мембрана тарттырылған инструмент. Аҫҡы мембрана буйлап ҡылдар һуҙылған (ҡулланыуына ҡарап 10-дан 34-кә тиклем ҡыл), был тауышҡа ҡоро ҡысҡырып илау, тауыштарын бирә. Ҡылдарҙымахсус рычаг менән һүндерелгәндә, был характерлы тауыштар юҡҡа сыға. Был барабандарҙа дробь (барабанная дробь), тиҙ тремоло уйнайҙар.. Осо йыуаныраҡ булған ике ағас таяҡ менән уйнайҙар. Шулай уҡ римшот (барабан корпусына һуғыу), бласт-бит, gravity roll,(барабан таяҡтарын әйләндереү) ҡулланыла Төрлө ҙурлыҡтағы бәләкәй барабандар йыйылмаһы ҡулланыла, уйнағанда терәккә (подставка), оркестр маршында билбауҙа йәки билбау кимәлендә махсус каркаста йөрөтөлә. Опера һәм симфоник оркестрҙа бәләкәй барабан XIX быуатта индерелә; йыш ҡына һуғыш күренештәрендә ҡулланыла. Бөгөнгө көндә ритмик-джаз төркөмөнөң төп ҡоралы булып тора.

Том-том (там-там (гонг) менән бутамаҫҡа) — ҡылһыҙ цилиндрик барабан. Ерле американ йәки азия халыҡтарынан килеп сыҡҡан. Аборигендар тарафынан хәрби, дини маҡсаттарҙа ҡулланыла. Эсе ҡыуыш ағастан һәм хайуан тиреләренән эшләнә. XX быуат башынан алып 2нән 4-кә тиклем том-том барабандары удар установкала ҡулланыла.

Литавралар — мембрана һуҙылған баҡыр ҡаҙандар системаһы (икенән етегә тиклем һәм унан да күберәк булыуы мөмкин). Уларҙың уйын барышында билдәле бер тауышҡа көйләнеү мөмкинлеге бар. Улар XV быуатта билдәлелек ала, һуңынан оркестр составына инә. Оркестрҙан тыш, атлы формированиены контролдә тотоу өсөн литавр ҡулланылған.

Илдәр буйынса

Дакар баҙарында барабандар

Барабандар бөтә илдәрҙә лә боронғо замандан билдәле. Халыҡ барабандарын эшләүе еңел һәм уйнау өсөн айырым оҫталыҡ талап ителмәй, шуға күрә уларҙың йөҙләгән сорты бар. Халыҡ музыкаһы юғары мелодиклы һәм ритмлы, шуға ла барабандар уның айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. [28]

Африка илдәрендә барабан һуғыу күпселек дини һәм донъяуи тантаналарҙың мөһим өлөшө булып тора. Барабансы борондан мәҙәни традиция һағлаусы кеше.[29] Бынан тыш, хәбәрҙәрҙе еткереү өсөн барабандар ҙа киң ҡулланыла — мәҫәлән, йоруба халҡында өс төрлө барабан һәм өс төрлө тон ҡулланыла.[30] Африка барабандары араһында ашико, кпанлого, джембе, бата һәм башҡа төрлө бабабандар бар.

Латин Америкаһында барабандарҙы Африканан ҡара ҡолдар алып килгән[31] һәм атабаке, куйка, конга кеүек барабандар бар. Европанан сыҡҡан барабандарға пандейра инә. Шулай уҡ Көньяҡ һәм Үҙәк Америкала бер ағас киҫәгенән, мәҫәлән, тепонактлдан эшләнгән барабандар билдәле. Кубала тимбалдар тигән мнструмент уйлап тапҡандар.

Шулай уҡ ҡарағаҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары