Будё

Норвегиялағы ҡала

Будё (норв. Bodø) — Норвегияның Нурланн фюлькаһындағы ҡала һәм коммуна[6]. Сальтен төбәгенең бер өлөшө булып тора.1838 йылдың 1 ғинуарында Будё ҡалаһы коммуна статусын ала. 1968 йылдың 1 ғинуарында Будин коммунаһы, 2005 йылдың 1 ғиуарында коммунаһы Будё ҡалаһына ҡушыла. Поляр түңәрәктән төньяҡтараҡ урынлашҡан Будё Нурланнда иң ҙур ҡала булып иҫәпләнә, ә ҙурлығы буйынса Төньяҡ Норвегияла икенсе урынды биләй.

Будё
норв. Bodø
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы1816
Рәсем
Этнохоронимbodøværing
Дәүләт Норвегия
Административ үҙәкБудё[d]
Административ-территориаль берәмекНурланн[d]
Сәғәт бүлкәтеҮҙәк Европа ваҡыты[d] һәм Үҙәк Европа йәйге ваҡыты[d]
Иң юғары нөктәLurfjelltinden[d][1]
Хөкүмәт башлығы вазифаһыMayor of Bodø[d]
Хөкүмәт башлығыIda Maria Pinnerød[d][2]
Халыҡ һаны53 259 кеше (1 ғинуар 2023)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек12 метр
Туғандаш ҡалаЙёнчёпинг[d], Выборг һәм Куопио
СиктәшСёрфолл[d], Фёуске[d], Салтдал[d], Йильдескол[d] һәм Бейарн[d]
Ҡулланылған телбукмол[d] һәм нюнорск[d]
Майҙан1395,27 км² (1 ғинуар 2020)[4]
Рәсми сайтbodo.kommune.no
Урынлашыу картаһы
Число домохозяйств24 008[5]
Максимальная температура30,7 °C
Карта
 Будё Викимилектә

Ҡала күренеше

Дөйөм мәғлүмәттәр

Бёрватнет күле (норв. Børvatnet) ярында урынлашҡан ҡурсаулыҡ

Исеме

Коммуна Bodøgård (иҫке норвег теленсә: Boðvin) иҫке ферма хөрмәтенә шулай аталған, сөнки ҡала шул ферма территорияһында урынлашҡан. Атаманың беренсе өлөшө boði һүҙенән (һыу аҫты ҡаялары йәки шхеры), икенсе өлөшө — vin һүҙенән болон һәм көтөүлектәрҙе аңлата.

Гербы

Коммунаның заманса гербы бар. Ул 1959 йылдың 24 июлендә ҡабул ителә. Гербта поляр көндө һүрәтләгән ҡояш символы тора[7]

Тарихы

Будё 1816 йылда үҙидаралыҡҡа ҡоролған ҡала статусын ала, хәҙерге ваҡытта Нурланн фюлькеһының баш ҡалаһы булып тора. Һөжүм ваҡытында күп өлөшө емерелә. 1940 йылдың 27 майындаЛюфтваффе һөжүм иткәндә ҡалала йәшәгән 6 кешенән 3,5 меңенең йорттары емерелә. Һөжүм мәлендә 15 кеше һәләк була (2 британ һалдаты һәм 13 норвегиялы). Торлаҡҡа киҫкен ҡытлыҡ кисереүгә бәйле, швед хөкүмәте 1941 йылдың ҡышында 107 фатир төҙөргә ярҙам итә. Был йорттар ҡала ситендә тиҙ арала төҙөлә. Хәҙер инде Будёның уртаһында ҡалған был террритория svenskebyen (швед ҡалаһы) тип атала. Һуғыштан һуң ҡала яңынан тергеҙелә. Ҡаланы тулыһынса аяҡҡа баҫтырыу 1959 йылда яңы ҡала ратушаһын файҙаланыуға тапшырғас ҡына тамамлана.

Американың Фрэнсис Пауерс идара иткән Lockheed U-2 самолет-шпионы аҙаҡ Будё аэропортына ултырырға тейеш була. 1960 йылдың 1 майында Пакистандан Будё аэропортына табан осҡан ваҡытында территорияһы аша осҡанда был самолет атып төшөрөлә.

Географияһы

Будё Нурланндың транспорт үҙәге булып тора. Аэропорт (юғарыла һулда), гавань (уңда) һәм тимер юл станцияһы (түбәндә уң яҡта) бер-береһенә бик яҡын урынлашҡан.

Будё — Нурланн тимер юл линиһының алыҫ төньяҡ тимер юл станцияһы, ул Норвегияның тимер юл селтәренә ҡарай (Нарвик һәм швед ҡалаһы Лулео араһындағы тимер юлы Швеция тимер юлы селтәренә ҡарай). 1961 йылда тимер юл вокзалы асыла. Будё аэропорты ҡала үҙәгенән 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан, һәм ул 1952 йылда асыла. 2004 йылда аэропорт 1 308 000 пассажирҙы хеҙмәтләндерә. Паромдар Будёнан һәм Лофотен утрауҙарынан йөрөй.

Диңгеҙ һыуы күтәрелгәндә барлыҡҡа килә торған иң көслө Сальстраумный ағымы Будёнан көнсығышҡа табан 30 км самаһы йыраҡлыҡта үтә. Кьеррингёй — яр буйы сауҙа ауылы Будёнан 40 км төньяҡтараҡ урынлашҡан.

Климаты

Будё — Норвегияның көслө елдәргә дусар ителгән ҡалаларының береһе, сөнки Норвегия диңгеҙендәге елдәргә төрлө яҡлап асыҡ ярымутрауына урынлашҡан. Ҡыш буйы ҡар ҡатламы бик йоҡа була. Йыллыҡ уртаса температура 4,5 °C тәшкил итә, уртаса йыллыҡ атмосфера яуым-төшөм кимәле — 1020 мм (1961—1990 йй.). Иң ҡоро айҙар — апрелдән июнгә тамамланғансы.[8] 1966 йылдың февраль айы иң һыуыҡ ай була, температура −8.9 °C тиклем төшә, ә1937 йылдың июле иң эҫе ай була — 17,1 °C. Һуңғы йылдарҙа һауа температураһының күтәрелеүе күҙәтелә.

Климат Бу
КүрһәткестәреДек.Два.МартАпра.МайИюньИюльАвг.Сена.Окт.Нояб.Тирәсте.Йыл
Һауа температураһы, °C1015913161512742
Ул кәм тигәндә, °C-2-3-22691211841-1
Яуым-төшөм нормаһы, мм86646852465492881231471001001020
Сығанағы: http://www.storm.no/vaer/bodø/klima 2010 йыл 2 июль архивланған.

Тәбиғәте

Будёла төрлө тәбиғи иҫтәлекле урындар бихисап. Будёнан төньяҡҡа табан 10 километрҙа бик популяр Гейтвоген (норв. Geitvågen) рекреацион биләмәһе бар. Ҙур территорияла бик күп диңгеҙ бөркөтө йөшөй. Коммунала 17 ҡурсаулыҡ бар. Суннстраумен ҡурсаулығында кеше ҡулы теймәгән ҡатнаш урман һәм мәрмәр плиталар бар[9], Сконланнала — яр буйы ҡарағай урманы[10], Бёрватнентала шыршы урманы һәм тропик үҫемлектә үҫә[11], Бликсвер ҡурсаулығында яр буйы тәбиғәте яҡшы һаҡланған һәм ҡоштар бик күп (улар Рамсар конвенцияһы тарафынан һаҡлана һәм яҡлана).[12]

Nordlandssykehuset фюлькпһындағы үҙәк хәстәхана

Дәүләт учреждениелары

Нурланн университеты Фото: Hansen Røed Lars

Будёла Университет колледжы ҡала үҙәгенән 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Унда биш мең студент һәм уҡыусы белем ала.[13] Колледж Норвегияла балыҡсылыҡ өлкәһендәге алдынғы уҡыу йорттарының береһе.

Норвегия полиция академияһы ла [./https://www.search.com.vn/wiki/ru/%D0%9E%D1%81%D0%BB%D0%BE Ослонан] ситтә, Будёла урынлашҡан. Ҡалала Норвегия Граждандар авиацияһы идаралығы һәм Берләшкән ҡотҡарыу координация үҙәге (норв. Hovedredningssentralene) бар. Төньяҡ Норвегия Ҡораллы Көстәренең штаб-фатиры Реитанела, Будёнан көнсығышта урынлашҡан.

Хәрби көстәре

Мәҙәниәте

Норвегияның Авиация музейы

Будёла Avisa Nordland гәзите баҫылып сыға. Футбол клубы урындағы Бу-Глимт футбол клубы Норвегияның футбол буйынса чемпионатының юғары лигаһында — Типпелигта. сығыш яһай.[14]

Һәр йәй һайын Булёла Nordland Musikfestuke һәм Parkenfestivalen мәҙәни фестивалдәре, ә ҡыш башында Bodø Hardcore Festival фестивале үткәрелә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары