Викимәғлүмәттәр

«Викимәғлүмәттәр» (ингл. Wikidata) — Викимедиа Фонды булдырған белем базаһын бергә мөхәррирләүҙе ойоштороу. Википедия мәҡәләләрендә булған мәғлүмәтте үҙәкләштерелгән һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн ҡулланыла — мәҫәлән, интервики-һылтанма, йәки статуслы мәҡәләләрҙең, исемлектәрҙең йәки статистика мәғлүмәттәренең: тыуыу датаһы, халыҡ һаны һ.б. значоктары (билдәләмәләре).[14] Викимәғлүмәттәр йөкмәткеһе Creative Commons CC0[15] лицензияһы буйынса таратыла.

Викимәғлүмәттәр
ингл. Wikidata
Нигеҙләү датаһы29 октябрь 2012[1]
Логотип
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһыWD, ВД һәм ВЗ
ХФА-лағы транскрицияһыˌwɪ.ki.ˈdeɪ.tə
СпонсорФонд Гордона и Бетти Мур[d], Allen Institute for Artificial Intelligence[d] һәм Google[d]
Кем хөрмәтенә аталғанВики һәм данные[d]
НигеҙләүсеДенни Врандечич[d][2], Маркус Крёч[d][2] һәм Wikimedia
Девиз тексыthe free knowledge base that anyone can edit һәм la base de conocimiento libre que todo el mundo puede editar
ХужаһыWikimedia
Төп темасвязные открытые данные[d]
АлыштырғанWikiProject Persondata[d] һәм Интервики
Булдырыусыредакторы Викиданных[d] һәм Викимедиа Германия[d]
АвторСообщество Викимедиа[d]
Әҫәрҙең телебер нисә тел[d]
Каталог коды104349
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
ХеҙмәтләндереүсеWikimedia[3][4]
ЭшләүсеВикимедиа Германия[d][4] һәм Wikimedia
ДвижокWikibase[d] һәм MediaWiki[d]
Страница для сообщений об ошибкахphabricator.wikimedia.org/…
Рәсми асылыу датаһы29 октябрь 2012
Рәсми сайтwikidata.org[5][6]
Тасуирлау биттәреviaf.org/viaf/partnerpag…
dashboard.wikiedu.org/tr…
theguardian.com/news/dat…
iccl.inf.tu-dresden.de/w…
Каналдың URL-ыwikidata.org/w/api.php?h…
Точка доступа SPARQLquery.wikidata.org/sparql[7]
Ссылка на условия использованияfoundation.wikimedia.org/…
Учётная запись в социальных медиаIdenti.ca[d]
ҺештегWikidata
Файл с отсканированными данными
Способ распространения набора данныхформат дампа Wikidata RDF[d] һәм JSON-дампы Викиданных[d]
ЛицензияCC0[d], 🅭🅯🄎 3.0[d] һәм 🅭🅯🄎 4.0[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусызащищено авторскими правами, но передано в общественное достояние владельцем авторских прав[d] һәм защищено авторским правом[d]
Заказчикспонсор Викиданных[d]
Значок
Теркәлгән ҡатнашыусылар һаны6 179 033[8]
Ранг Alexa7136[9]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр24 560
Число триплетов15 019 738 576[10]
Рейтинг посещаемости от Similarweb11 159[11]
Пустое значениеQ4115189, Q13406268, Q15397819, P369 һәм Q17339402
IRC-каналirc.libera.chat/wikidata
Эндпоинт APIwikidata.org/w/api.php
wikidata.org/w/rest.php
Service status information URLwikimediastatus.net
FAQ URLwikidata.org/wiki/Help:F…
Рәсми форумwikidata.org/wiki/Wikida…
Login URLwikidata.org/wiki/Specia…[12]
Registration page URLwikidata.org/wiki/Specia…[13]
IM channel URLhttps://chat.wmcloud.org/wikimedia/channels/wikidata
Маска URL для поискаhttps://www.wikidata.org/w/index.php?search=$1
 Викимәғлүмәттәр Викимилектә

Проект рәсми рәүештә 2012 йылдың 30 октябренән эшләй, Wikimedia Deutschland — немец Викимедиаһы — етәкселегендә эшләй башланы. 2006 йылдан алып «Викимәғлүмәттәр» Викимедиа фондының тәүге яңы проекты булды[16]. Проект урындағы Allen Institute for Artificial Intelligence, Gordon and Betty Moore Foundation һәм Google (компания) милекселәренең дөйөм суммаһы — 1,3 миллион евро тәшкил иткән иғәнәләре иҫәбенә тормошҡа ашырылған[17][18].

Викимәғлүмәттәрҙә раҫлауҙар терминологияһы

Тарихы

Проектты тормошҡа ашырыу өс этапҡа бүленде:

  • 1-се фаза — интервики-һылтанмаларҙы үҙәкләштерелгән һаҡлауға булышлыҡ итеү (2013 йылдың мартында тормошҡа ашырыла);[19]);
  • 2-се фаза — мәҡәлә объекты тураһында раҫлауҙарға булышлыҡ итеү белем базаһы элементтары (индерелгән мәғәнәләр типтары буйынса ҡайһы бер сикләүҙәр менән 2013 йылдың февраленән башланды; 2013 йылдың апреленән Википедияның бөтә бүлектәре өсөн Викимәғлүмәтте файҙаланыу мөмкинлеге әүҙемләштерелде[20]);
  • 3-сө фаза — Википедия мәҡәләләрендә ирекле эҙләү һорауҙарына төрлө исемлектәрҙе, уларҙың һөҙөмтәләрен файҙаланыу мөмкинлеге менән, автоматик яңыртыуға ярҙам итеү (әҙерләмәлә).

Раҫлауҙар

Раҫлауҙар — ул билдәле элемент тураһында теләһә ниндәй мәғлүмәтте һаҡлау ысулы. Формаль яҡтан, улар бер йәки бер нисә үҙенсәлектәрҙең (мәҫ., «автор», йәки «баҫманың датаһы») тап килеүен һаҡлаған асҡыс-мәғәнә парҙан тора (мәҫәлән, «Артур Конан-Дойл» йәки «1902»). Мәҫәлән, рәсми булмаған раҫлама «һөт — аҡ» (ингл. milk is white) парҙы һаҡлаған раҫлама ярҙамында кодланған булыр ине. Мәҫәлән, Q8495 (һөт) https://www.wikidata.org/wiki/Q8495 тип яҙылғанда Q23444 (аҡ) https://www.wikidata.org/wiki/Q23444 мәғәнәһендә P462 (төҫ) — https://www.wikidata.org/wiki/Property:P462 билдәһенән торған был пар.

Раҫлауҙар үҙенсәлек һәм берәүҙән күберәк мәғәнәләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе билдәләй ала. Мәҫәлән, Мария Кюри өсөн «occupation» (шөғөлдәр төрө) үҙенсәлеге, шул рәүешле уның теге йәки был эш менән шөғөлләнеүен сағылдырыу маҡсатында, «физик» һәм «химик» мәғәнәләре менән бәйле булыуы мөмкин була алыр ине[21].

Викимәғлүмәттәрҙең башҡа яҙмаларын, юлдарҙы, һандарҙы йәки фото/видео менән файлдарҙы индергәндә, уларҙы ниндәй типтағы мәғәнә менән бәйләргә мөмкин булыуын билдәләй. Мәҫәлән, «рәсми сайт» үҙенсәлеге «URL» тибындағы мәғәнәләргә ярашлы тип табылырға мөмкин[22]. Шулай уҡ үҙенсәлектәр уларҙы файҙаланыу мөмкинлегенә ҡарата ҡатмарлыраҡ ҡағиҙәләрҙе билдәләй ала.

Был ҡағиҙәләр «сикләү» (ингл. constraints) тип атала. Мәҫәлән, «баш ҡала» үҙенсәлеге «берҙән-бер мәғәнәгә сикләү»ҙе (ингл. single value constraint) үҙ эсенә ала, шуның менән ул теләһә ниндәй территорияның (ғәҙәттә) бер генә баш ҡалаһы булыуын сағылдыра. Сикләүҙәр, ҡаҡшамаҫ ҡағиҙәләр тип түгел, иҫкәрмә рәүешендә аңлатыла[23].

Теләк булғанда, раҫлауҙың мәғәнәһен асыҡлау өсөн квалификаторҙарҙы (ингл. qualifiers) файҙаланып була. Улар ошо раҫлау контексында өҫтәмә мәғлүмәт бирә. Мәҫәлән, «халыҡ» үҙенсәлеген «2011 йылға ҡарата» квалификаторы ярҙамында киңәйтергә мөмкин. Раҫлауҙар контентты дәлилләүҙе күрһәткән һылтанмалар менән дә тәьмин ителеүе мөмкин[24].

SPARQL, Википедияға ҡағылышлы Викимәғлүмәттәр тураһында митап-доклад-лекция

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • DBpedia
  • Википедия:Викиданные

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Ҡалып:Викиновости-кат

Ҡалып:Фонд Викимедиа

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары