Википедия:Википедия юридик кәңәштәр бирмәй

Википедияла күп һанлы хоҡуҡ өлкәләре буйынса мәҡәләләр бар; шулай булһа ла, Википедия уларҙың тулыһынса дөрөҫ булыуына бер гарантия ла бирмәй. Мәҡәләлә булған һәм хоҡуҡи мәсьәләргә ҡағылған теге йәки был раҫламаның юридик яҡтан дөрөҫ һәм шикһеҙ булыуына бер ышаныс та юҡ. Хоҡуҡиәт урынға һәм ваҡытҡа бәйле була, йыш алмашынып һәм даими үҙгәреп тора, ҡайһы берҙә үтә тиҙ үҙгәрә. Хоҡуҡи мәсьәлә буйынса раҫлама дөрөҫ булған хәлдә лә, ул мәғлүмәтте баҫҡан кеше йәшәгән урынға ҡарата ғына дөрөҫ булырға мөмкин. Хоҡуҡ нормаһы Википедияла мәҡәлә баҫылып сыҡҡандан һуң вәкәләтле органдар тарафынан үҙгәртелергә йә ғәмәлдән сығарылырға мөмкин.

Википедия тәҡдим иткән хоҡуҡи мәғлүмәт дөйөм характерға эйә һәм махсус белемле компетентлы власть вәкиле йөҙөндә лицензиялы профессионалдың кәңәшен алмаштыра алмай, һеҙҙең шарттарҙа нәҡ уларҙың кәңәше генә ҡулланыла алыуы мөмкин. Зинһар, үҙегеҙ йәшәгән ерҙәге юридик ойошмаларға мөрәжәғәт итеп, һеҙҙең эште хәл итергә вәкәләтле белгес тураһында мәғлүмәт алығыҙ.

Википедиялағы мәғлүмәтте ҡулланырға ниәтләү йәки ҡулланыу эҙемтәләре йә улар тыуҙырған шарттар өсөн Википедияға хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр ҙә, система операторҙары ла, яһаусылар ҙа, бағыусылар ҙа, Википедия менән бәйле башҡалар ҙа яуаплы түгел.

wikipedia.org сайтында йә Викимедиа фондының башҡа проекттарында булған бер мәғлүмәт тә юридик консультация биреү ниәте, рәсми тексты йә рәсми документтарҙың аңлатмаһын тәҡдим итеү йә башҡа берәй ысул менән юридик ғәмәлиәт башҡарырға тырышыу тип баһаланмаһын.

Әлбиттә, һеҙ, Creative Commons Attribution/Share-Alike лицензияһын ҡулланма итеп алып, бында булған теләгән бер хоҡуҡи материалды файҙалана алаһығыҙ.

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары