Вознесенка (Дыуан районы)

Вознесенка (рус. Вознесенка) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Вознесенка ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1217 кеше[2].Почта индексы — 452541, ОКАТО коды — 80223806001.

Ауыл
Вознесенка
башҡ. Вознесенка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан районы

Ауыл биләмәһе

Вознесенка ауыл Советы

Координаталар

55°47′58″ с. ш. 57°56′18″ в. д.HGЯO

Халҡы

1217[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452541

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 223 806 001

ОКТМО коды

80 623 406 101

ГКГН номеры

0521608

Вознесенка (Рәсәй)
Вознесенка
Вознесенка
Вознесенка (Дыуан районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Вознесенка

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 47 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 122 км

Вознесенка ауылы Мәләкәҫ йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 47 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 122 километрға табан урынлашҡан[3].

Тарих

Вознесенка ауылына Троицк өйәҙе территорияһында урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һалған. 1865 йылда тәүге төпләнеүсе исеме менән Мусихинский бүлендеге (йорт һәм халыҡ һанын күрһәтмәйсә) тип аталған. Шулай уҡ Хиуа (Хивинский) бүлендеге (выселок) тип тә теркәлгән.

Таҙтүбә менән бер бөтөн булған Цыгановский ҡасабаһы менән Мусихинский бүлендеге 1870 йылда барлыҡҡа килгән. Һуңғараҡ Вознесенка ауылына әйләнгән Мусихинский бүлендегендә 109 йорт, ә Цыгановский ҡасабаһында 17 йорт булған. Таҙтүбәнән бүленеп сыҡҡан ауылдар бик күп булған: Харинский (Мусихин бүлендегенең бер өлөшө — 1877). Аптышевский бүлендеге 11 йорттан торған. 14 йорттан торған Луканинский бүлендеге ерҙе Оло Ҡошсо улусынан ҡуртымға алған. 26 йорттан торған Зайцевский бүлендеге 1898 йылда Таҙтүбәнең бер өлөшө булған, 235 дисәтинә ерҙе биләгән[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1816-се йорт8-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1834-се йорт8-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1847-се йорт8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1859-се йорт8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Һарт улусыӨфө өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Дыуан-Ҡошсо улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Дыуан улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы СССР
1935Вознесенка ауыл СоветыДыуан районыБашҡорт АССР-ы СССР
1941Вознесенка ауыл СоветыДыуан районыБашҡорт АССР-ы СССР
1990Вознесенка ауыл СоветыДыуан районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Вознесенка ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

Халыҡ игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. XIX быуат аҙағында 3 һыу тирмәне булған[5].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

1906 йылда Таҙтүбә менән бергә иҫәпкә алынған. 1823 һәм 1896 йылдарҙа төҙөлгән 2 сиркәү, 3 сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2‑класлы министрлыҡ мәктәбе, земство мәктәбе, земство дауаханаһы, поташный заводы, канат һәм һабын етештереү заведениелары, 9 һыу тирмәне, мануфактура, бакалея һәм галантерея кибеттәре, запас иген һаҡлау мөгәзәйҙәре булған. Йәрминкәләр үткәрелгән. Кәсепселек менән шөғөлләнгәндәр. XX быуаттың 20-се йылдарынан хәҙерге атамаһы нығынған[6].

Әлеге ваҡытта Вознесенка ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, врач амбулаторияһы, Мәҙәниәт һарайы («Неунывашки» урыҫ халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар[7].

Халыҡ һаны

Вознесенка ауылында урыҫтар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август2135
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар1263
1959 йыл 15 ғинуар1431
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар1100
2002 йыл 9 октябрь1220
2010 йыл 14 октябрь121758163647,752,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Малиновка урамы (рус.  Малиновка (улица)
  • Үҙәк урам урамы (рус.  Центральная (улица)
  • Йәштәр урам (рус.  Молодёжная (улица)
  • Цыгановка урамы (рус.  Цыгановка (улица)
  • Мусихин урамы (рус.  Мусихина (улица)[8]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

  • Әй, Мәләкәҫ

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре: Вознесенка ауылы эргәһендәге Таҙтүбә һәм Черношарский һаҙлығы — тәбиғәт һәйкәле.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары