Вәҡийәр

Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл

Вәҡийәр (рус. Вакиярово) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Йыланлы ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 445 кеше[2].Почта индексы — 452502, ОКАТО коды — 80236820002.

Ауыл
Вакиярово
башҡ. Вәҡийәр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Йыланлы ауыл Советы

Координаталар

55°16′38″ с. ш. 58°38′54″ в. д.HGЯO

Халҡы

445[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452502

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 820 002

ОКТМО коды

80 636 420 106

Вакиярово (Рәсәй)
Вакиярово
Вакиярово
Вәҡийәр (Башҡортостан Республикаһы)
Вакиярово

Географик урыны

Вәҡийәр ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Вәҡийәр йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡҡа табан 21 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Вәҡийәр ауылына XVIII быуатта, 1752 (1761) йылда, керҙәшлек килешеүе буйынса, Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының Вәҡийәр йылғаһы буйындағы аҫаба ерҙәрен ҡуртымға алған мишәрҙәр нигеҙ һалған. Шулай уҡ Ғүмәр атамаһы менән дә билдәле булған.

Вәҡийәр ауылы составында бөтәһе 7 ауыл булған 3-сө мишәр кантонының 16-сы йортона ҡараған.

1795 йылда 8 йортта 54 кеше, 1816 йылда — 9 йортта 70, 1834 йылда 23 йортта — 119 кеше йәшәгән.

Мишәрҙәр игенселек менән шөғөлләнгән: 1842 йылда 119 кешегә 35 сирек ужым һәм 94 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. «Бесәнлектең күпселек өлөшө һөрөлгән, шулай уҡ ҡоро үҙәнле бесәнлек бар, урман ҡырҡылған. Һөрөнтө ер Ерекшишмә ағып ятҡан убалы урында. Күптән һөрөлгән». Өс баҫыулы сәсеү әйләнеше билдәле. 1895 йылда ауылда өсөшәр ашлыҡ һуҡҡыс һәм елгәргес булған. Баҡсасылыҡ һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. «Ябай, урындағы тоҡомло мал. Вәкийәр йылғаһына табан битләү буйлап ауыл яны мал утлауы урынлашҡан. Вәкийәр йылғаһында малдар эсерелә. Бесәнлек — урман араһында, тигеҙлек буйлап. Ихтыяжға ҡарап үлән йәй буйына сабыла. Бесән ҡуртымға алынған болондарҙа әҙерләнә. Урман менән рәүиз йәне һаны буйынса бүлешеп файҙаланалар, ағасты һайлап ҡырҡалар. Өйҙәрҙе утын һәм һалам менән йылыталар». Ауылда тимерлек һәм Ҡыйғы йылғаһы буйында тирмән бар[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1757Дыуан улусыТроицк өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
181616-сы йорт3-сө Мишәр кантоныТроицк өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
183416-сы йорт3-сө Мишәр кантоныТроицк өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
184716-сы йорт3-сө Мишәр кантоныӨфө өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
185916-сы йорт3-сө Мишәр кантоныӨфө өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Үрге Ҡыйғы улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920биләмәһеҮрге Ҡыйғы өйәҙеАвтономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926Үрге Ҡыйғы улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы СССР
1935Йыланлы ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡорт АССР-ы СССР
1941Йыланлы ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡорт АССР-ы СССР
1990Йыланлы ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Вәҡийәр ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше

Вәҡийәр ауылында 1859 йылда 26 йортта — 217, 1865 йылда 36 йортта — 252 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөләнгәндәр. Вәҡийәр ауылында мәсет, һыу тирмәне булған[5].

Ауылдың XX быуатта һәм хәҙерге көндә үҫеше

1906 йылда мәсет, бакалея кибете теркәлгән.

1920 йылда Вәҡийәр ауылында 111 йортта — 563 мишәр йәшәгән[6].

Вәҡийәр ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[7].

Халыҡ һаны

Вәҡийәрҙә татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август563
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар418
1959 йыл 15 ғинуар394
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар447
2002 йыл 9 октябрь500
2010 йыл 14 октябрь44520923647,053,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Көнсығыш урамы (рус.  Восточная (улица)
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Болон урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[8]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

  • Ҡыйғы, Вәҡийәр

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, с.
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары