Дауыл

Дауыл (шторм)  — Ер шарының төрлө өлкәләрендә төрлө сәбәптәр менән барлыҡҡа килгән көслө ел, шулай уҡ диңгеҙҙәге тулҡынланыуҙар. Төрлө сығанаҡтар буйынса, ер өҫлөгөндә ел тиҙлеге (стандарт буйынса ер өҫтөнән 6 — 12 м бейеклектә үлсәйҙәр) 15—20 м/с (21-25 м/с йәки 75-88 км/сәғ). Ҡар, ҡом һәм һыу дауылы булыуы мөмкин. Дауыл ваҡытында ел тиҙлеге ураган ваҡытындағынан кәмерәк. Әммә дауыл ваҡытында ҡар һәм саң күсерелә. Был ауыл хужалығына, юл хеҙмәтенә һәм башҡа тармаҡтарға зыян килтерә.

Иван Айвазовский «Туғыҙынсы вал»
Шторм ваҡытында елкәнле кәмә мачтаһында эш.
2005 йылда Дэнис исемле урагандың спутниктан фотоһы.

Сәбәптәре

Дауылда барлыҡҡа килтереү сәбәптәре:

Бофорт шкалаһы буйынса дауыл һәм урагандар

Бофорт шкалаһы буйынса ел тиҙлеге 20 м/с-тан артыҡ булғанда дауыл, ел тиҙлеге 32,6 м/с-тан артыҡ (12 балл) булғанда ураган тип атала.Шулай уҡ был шкала буйынса бүленә:

  • ел 24,5-28,4 м/с (10 балл) тиҙлегендә көслө дауыл;
  • ел 28,5-32,6 м/с (11 балл) тиҙлегендә ҡаты дауыл.

Тропик циклондары — урагандар

Тар мәғәнәлә, ураган тропик циклон тигәнде аңлата. Циклондар, барлыҡҡа килгән урыны буйынса түбәндәгесә бүленә:

Тропик циклонда ел тиҙлеге 60 км/сәғ артыҡ булһа, ураганға исем бирелә.

Ҡар бурандары

Америка ғалимдары билдәләгәнсә, төньяҡ киңлектәр өсөн, тиҙлеге 15 м/с (56 км/сәғ) артыҡ булған ҡышҡы елде дауыл тип атарға була. Был ваҡытта температура −7 °C-тан түбәнерәк була. Ҡар дауылы территорияһы бик киң булыуы мөмкин.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары