Донъя университеттарының академик рейтингы

Донъя университеттарының академик рейтингы (ингл. ARWU. Academic Ranking world of Universities), шулай уҡ Шанхай рейтингы булараҡ та билдәле, Цзян Тун Шанхай университеты юғары белем институтында төҙөлә һәм төп юғары уҡыу йорттарын үҙ эсенә ала, түбәндәге күрһәткестәрҙе иҫәпкә алған формула буйынса классификациялана:

Донъя университеттарының академик рейтингы
Нигеҙләү датаһы2003
НигеҙләүсеШанхайский университет транспорта[d]
Төп темаЮғары белем
Ил Ҡытай
Рәсми сайтshanghairanking.com

тамамлаусыларҙан Нобель йәки Филдс премиялары лауреаттары (10 %);
хеҙмәткәрҙәрҙән Нобель йәки Филдс премияһы лауреаттары (20 %),
«Highly Cited Researchers» юғары цитаталанған тикшеренеүҙәр исемлеге (20 %),
Nature йәки Science журналында баҫылған мәҡәләләр (20 %),
Тәбиғи һәм гуманитар фәндәр ғилми мәғлүмәт институты өсөн (ингл. Institute for Scientific Information, ISI) Science Citation Index һәм Social Sciences Citation Index, шулай уҡ Arts and Humanities Citation Index алдынғы журналдар индексы (20 %),
алдағы тулайым күрһәткестәрҙең юғары уҡыу йорто персоналы һанына ҡарата нисбәте (10 %).

Һөҙөмтәләр «The Economist» журналында баҫтырыла.

Уның методологияһы туплаусылар Лю Няньцай һәм Чэн Индың академик мәҡәләһендә аңлатыла. Улар, был рейтингтың тәүге маҡсаты булып «академик һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге күҙлегенән Ҡытай университеты һәм донъя университеттары араһындағы айырманы асыҡлау» тора, тип аңлата.

2003—2015 йыл рейтингы һөҙөмтәләрен Wikipediaның инглиз телендәге Ranking Academic world of Universities мәҡәләһендә ҡарап була.

Рәсәй вуздары рейтингта

Рәсәйҙән түбәндәге университеттар бар: М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

  • 2004 — 66 урын,
  • 2005 — 66 урын,
  • 2006 — 70 урын,
  • 2007 — 76 урын,
  • 2008 — 70 урын,
  • 2009 — 77 урын,
  • 2010 — 74 урын,
  • 2011 — 77 урын,
  • 2012 — 80 урын,
  • 2013 — 79 урын,
  • 2014 — 84 урын,
  • 2015 — 86 урын,
  • 2016 — 87 урын[1],
  • 2017 — 93 урын,
  • 2018 — 86 урын,
  • 2019 — 87 урын,
  • 2020 — 93 урын[2].

Санкт-Петербург дәүләт университеты:

  • 2003—401—500 интервалында,
  • 2004—302—401 интервалында,
  • 2005—301—400 интервалында,
  • 2006—301—400 интервалында,
  • 2007—305—402 интервалында,
  • 2008—303—401 интервалында,
  • 2009—303—401 интервалында,
  • 2010—301—400 интервалында,
  • 2011—301—400 интервалында,
  • 2012—401—500 интервалында,
  • 2013—301—400 интервалында,
  • 2014—301—400 интервалында,
  • 2015—301—400 интервалында,
  • 2016—301—400 интервалында,
  • 2017—301—400 интервалында,
  • 2018—301—400 интервалында,
  • 2019—301—400 интервалында,
  • 2020—301—400[2].

Мәскәү физика-техник институты:

  • 2018—401—500 интервалында,
  • 2019—401—500 интервалында,
  • 2020—401—500 интервалында[2].

Новосибирск дәүләт университеты:

  • 2016—401—500 интервалында[1],
  • 2017—401—500 интервалында,
  • 2018—401—500 интервалында,
  • 2018—401—500 интервалында,
  • 2019—401—500 интервалында,
  • 2020—501—600 интервалында[2].

«МИФИ» ядро милли тикшеренеү университеты:

  • 2020—701—800 интервалында.

Урал федераль университеты:

  • 2020—701—800 интервалында.

Юғары иҡтисад мәктәбе:

  • 2020—801—900 интервалында.

Томск дәүләт университеты:

  • 2020—801—900 интервалында.

ИТМО университеты:

  • 2020—901—1000 интервалында.

Ҡазан университеты:

  • 2020—901—1000 интервалында.

МИСиС:

  • 2020—901—1000 интервалында.

Рейтингты тәнҡитләү

Йыш ҡына колледж һәм университет рейтингтары бәхәстәр тыуҙыра (Колледж һәм университет рейтингтары тәнҡите (Төньяҡ Америка) (инг.) һәм Колледждар һәм университеттар рейтингы тәнҡите (2007 йыл, Америка Ҡушма Штаттары) (инг.)), ARWU рейтингы ла ташлама түгел. 2007 йылда Scientometrics журналында баҫылған мәҡәләлә, был рейтинг һөҙөмтәләрен Лю һәм Чэн һүрәтләгән ысулды ҡулланып тәүге мәғлүмәттәрҙән ҡабат эшләп булмай, тип күрһәтелә[3]. Башҡа авторҙар раҫлауынса, рейтингын ҡабаттан эшләү мөмкин[4].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары