Ижекле яҙыу

билдәләре тотош ижектәрҙе сағылдырған фонетик яҙыу төрө

Ижекле яҙыу, йәки силлабик яҙыу (грек. συλλαβή «ижек» тигәндән) —  билдәләре тотош ижектәрҙе сағылдырған фонетик яҙыу төрө. Ғәҙәттә ижекле яҙыуҙағы символ  факультатив  тартынҡы менән уның артынан эйәргән һуҙынҡынан тора.

Ижекле яҙыу
Нигеҙендә эшләнгәнпиктографическое письмо[d] һәм идеографическое письмо[d]
Производная работафонетическое письмо[d]
 Ижекле яҙыу Викимилектә

Ижекле әлифбаларға  (уларҙы «силлабарий» тип тә атайҙар)  ғәҙәттә 80-120 символ инә.

Телдәр һәм ижекле яҙыу

Ижекле яҙыу грек теленең микен вариантында, этруск, чероки, ваи, креолдарҙың инглиз теленә нигеҙләнгән ндьюка (афака яҙыуы),  Ҡытайҙа  йи телдәрендә файҙаланылған, яо халҡының нюй-шу ижекле яҙыуы, боронғо Филиппиндағы алибата ижекле яҙыуы булған. Шулай уҡ ҡытай телендәге,  майя телендәге, шулай уҡ шына яҙыуҙағы логографик яҙыу ҙа күп йәһәттән ижекле яҙыу булып тора,  уларҙы  логосиллабик тел тип тә йөрөтәләр.

Япон теле ижекле яҙыуҙың бер юлы ике төрөн файҙалана. Улар кана, йәғни катакана һәм хирагана, тип атала (яҡынса беҙҙең эраның 700 йылдары тирәһендә барлыҡҡа килгән). Хирагана, кандзи иероглифлы яҙмаһы менән бергә,  туған телдәге һүҙҙәрҙе һәм  грамматик элементтарҙы яҙыу өсөн ҡулланыла. Катакана сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе һәм  сит телдәрҙең яңғыҙлыҡ һүҙҙәрен яҙыу өсөн хеҙмәт итә. Мәҫәлән, hotel  һүҙе өс кана менән яҙыла — ホテル [ho-te-ru]. Япон телендә  тартынҡы+ һуҙынҡы моделле ижектәр күп булғанлыҡтан, был тел өсөн ижекле яҙыу йәтеш һанала.   

Абугида менән ижекле алфавит араһындағы айырма

Һинд һәм эфиоп телдәрендәге алфавит төрө абугида йәки альфасиллабарий  тип атала. Уны ижекле алфавит менән дә бутайҙар. Ижекле алфавиттан айырмалы, унда бер төрлө тартынҡынан башланған бөтә ижектәр бер үк символға нигеҙләнгән, ә айырым ижекте яҙыу өсөн бер символдан күберәк символ кәрәк.   XIX быуатта бындай системаларҙы   силлабарий тип атағандар. Был термин  Канада аборигендарының силлабарийы  тигән терминда һаҡланған һәм был яҙыу асылда  абугида булып тора. Ғәҙәттә, ижекле алфавитта  фонетик уртаҡлыҡтары  булған символдар араһында график уртаҡлыҡ юҡ. Йәғни, мәҫәлән,  «ka», «ko» һәм «ke» ижектәрен белдергән символдарҙың яҙылышы бер-береһенә һис оҡшамаған. Ә абугидала һәр графема ғәҙәттә бер ижекте аңлата, ә бер-береһенә бәйле  символдар график йәһәттән дә оҡшаш. Мәҫәлән,  деванагари абугидаһында «ke», «ka» һәм «ko» ижектәре के, का и को  символдары менән яҙыла һәм уртаҡ  k  өнө уларҙа  क  билдәһе менән белдерелә. 

Һылтанмалар

  • Syllabaries — Omniglot’s список силлабариев и абугид с примерами из различных систем письменности.
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары