Конев Иван Степанович

Конев Иван Степанович (16 (28) декабрь 1897 йыл — 21 май 1973 йыл) — СССР полководецы, Советтар Союзы Маршалы (1944[5]), ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1944, 1945), «Еңеү» ордены кавалеры (1945). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1952—1973).

Конев Иван Степанович
рус. Иван Степанович Конев
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Хеҙмәт итеүеСССР
Тыуған ваҡыттағы исемерус. Иван Степанович Конев
Тыуған көнө16 (28) декабрь 1897[1][2]
Тыуған урыныЛодейно[d], Никольский уезд[d], Вологодская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө21 май 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[3][4][1][…] (75 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, СССР[3]
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбеЯман шеш
Ерләнгән урыныКремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрөофицер, сәйәсмән
Биләгән вазифаһыСССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йортоМ. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
ҠатнашыусыВКП(б)-ның XVIII съезы[d], КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың ХХ съезы[d], КПСС-тың XXI съезы[d] һәм КПСС-тың XXII съезы[d]
Хәрби званиеСоветтар Союзы Маршалы
Һуғыш/алышБеренсе донъя һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Витебское сражение[d], Смоленское сражение[d], Мәскәү өсөн ҡаты һуғыш[d], Ржевская битва[d], Курск һуғышы[d], Днепр өсөн алыш, Львовско-Сандомирская операция[d], Висло-Одерская операция[d], Берлинская наступательная операция[d], Пражская операция[d] һәм 1956 йылғы мадьяр ихтилалы
Ғәскәр төрөЭшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Хәрби подразделение2-се Украин фронты, 1-се Украин фронты һәм Западный фронт[d]
Ойошма ағзаһыКПСС Үҙәк комитеты һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Конев Иван Степанович Викимилектә

Биографияһы

Йәшлеге һәм Граждандар һуғышы

Иван Конев,
1910 йылдар аҙағы

1897 йылдың 28 декабрендә Вологда губернаһы Никольский өйәҙе Лодейнола (хәҙер — Киров өлкәһе Подосиновский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ.[6] 1906 йылда — сиркәү-мәхәллә мәктәбен, 1912 йылда Николо-Пушемский земство училищеһын тамамлай. 15 йәшенән Подосиновецта һәм Архангельскиҙа урман биржаһында миҙгелле эштәрҙә эшләй.

Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1916 йылдың майында Рус император армияһына саҡырыла. Күнекмә артиллерия командаһын тамамлай, резерв ауыр артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә (Мәскәү), һуңынан кесе унтер-офицер Конев 1917 йылда Көньяҡ-көнбайыш фронтҡа ебәрелә. 2-се ауыр артиллерия бригадаһының 2-се айырым ауыр артиллерия дивизионында һуғыша. 1918 йылдың ғинуарында демобилизациялана.

Шул уҡ йылда большевиктар партияһына инә, Вологда губернаһының Никольск ҡалаһында өйәҙ ҡала хәрби комиссары итеп һайлана. Һуң Ҡыҙыл Армия сафында Көнсығыш фронтта Урыҫ армияһы, Алыҫ Көнсығыш армияһы, һәм Байкал аръяғында, Алыҫ Көнсығышта япон интервенттарына ҡаршы һуғыша. 102-се «Грозный» юронепоезы комиссары була, уның ҡарамағына 4 орудие, 12 пулемет бирелә. Командала Балтик флотының 60 матросы була. Бронепоезд Көнсығыш фронтының 3-сө һәм 5-се армияларына инә. Омскиға һөжүм ваҡытында бронепоезды Иртыш боҙ аша сығарыуға командалыҡ итә. 1919 йылдың аҙағынан 2-се Верхнеудинск уҡсылар дивизияһының 5-се уҡсылар бригадаһы комиссары бул, 1920 йылдан — ошо дивизия комиссары, 1921 йылдан — Алыҫ Көнсығыш республикаһының Халыҡ-революцион армияһы штабы комиссары. РКП(б)-ның X съезының башҡа делегаттары менән бергә 1921 йылда Кронштадт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь в двух томах — М.: Воениздат, 1987.
  • Советская военная энциклопедия в 8 томах. — М.: Воениздат, 1976—1980,том 4 , с. 303.
  • Михеенков С. Е. Конев. Солдатский маршал. — М.: Молодая гвардия, 2013. (ЖЗЛ).
  • Полевой Б. Н. Полководец : Биогр. повесть [о Маршале Сов. Союза И. С. Коневе]. — М.: Политиздат, 1974. — 126, [8] с. — (Герои Советской Родины). — 200 000 экз.
  • Соловьёв Д. Ю. Все генералы Сталина. — М., 2019. — ISBN 9785532106444. — Стр. 47—48.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары