16 декабрь

көнө

16 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 350-се көнө (кәбисә йылында 351-се). Йыл тамамланыуға 15 көн ҡала.

16 декабрь
Аҙна көнөЙәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе
 16 декабрь Викимилектә
декабрь
ДшШшШрКсЙмШмЙк
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031     
2024 йыл

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
  • Ер: Бөтә донъя һөйләшмәү һәм тынлыҡ көнө.
    • Нейрофитнес көнө.
    • Уңышһыҙҙар (аутсайдерҙар) көнө (декабрҙең өсөнсө йомаһы).
Милли
Һөнәри

Тарихи ваҡиғалар

Был көндө тыуғандар

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Розанов Леонид Николаевич (1910—1984), ғалим-тау инженеры-геолог. 1950—1960 йылдарҙа Өфөләге Нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, төбәк геологияһы лабораторияһы етәксеһе, 1956 йылдан — институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре докторы (1956), профессор (1959). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1960). Сығышы менән хәҙерге Краснодар ҡалаһынан.
  • Ғәлиев Фәрит Сөләймән улы (1945—3.11.2008), ғалим-анестезиолог-реаниматолог, йәмәғәтсе. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—2008 йылдарҙа анестезиология һәм реаниматология кафедраһы мөдире. 1992—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Анестезиологтар һәм реаниматологтар ассоциацияһы президенты. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
  • Будилов Игорь Николаевич (1955), инженер-механик. 1978 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Нефтехимия эшкәртеү институтында лаборатория мөдире, 2001—2005 йылдарҙа бүлек мөдире; 2001 йылдан «Ресурсдиагностика» ғилми-диагностика үҙәге директоры. Техник фәндәр докторы (1998). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Мельников Николай Иванович (1894—5.09.1979), ғалим-микробиолог, йәмәғәтсе. 1941—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967 йылға тиклем микробиология кафедраһы мөдире, 1945—1946 йылдарҙа директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1943—1971 йылдарҙа Өфө вакцина һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре: 1946 йылға тиклем бүлек мөдире, 1956 йылға тиклем директорҙың фән буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1947), профессор (1947).1942—1967 йылдарҙа Микробиологтарҙың, эпидемиологтарҙың һәм инфекционистарҙың Башҡортостан республика йәмғиәте рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1955). Ленин ордены кавалеры (1954). Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Чердынь районы Покча ауылынан.
  • Төхвәтуллин Шакир Динислам улы (1894—7.12.1937), Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 1918—1919 йылдарҙа Башҡортостан автономияһының Дыуан кантоны башҡарма комитеты рәйесе, 1925 йылда Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы халыҡ комиссары.
  • Тучкевич Владимир Максимович (1904—25.07.1997), ғалим-физик. 1967—1987 йылдарҙа Ленинград физика техник институты директоры. 1919 йылда Өфө ир-балалар гимназияһын тамамлаусы. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. СССР Фәндәр академияһы академигы (1970). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966). Ленин (1966), Сталин (1942) премиялары лауреаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черновцы өлкәһе Кельменцы районы Ивановцы ауылынан.
  • Фазлуллин Хәсби Вәли улы (1909—25.06.1995), дирижёр, музыкант, педагог. 1941 йылда һәм 1943—1946 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1946—1973 йылдарҙа — Муса Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театры дирижёры, бер үк ваҡытта Ҡазан консерваторияһы һәм Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1960) һәм Татар АССР-ының (1950) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың (1989) халыҡ артисы һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973). Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
  • Клепинин Валерий Николаевич (1944), композитор, педагог. 1980 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1995—2004 йылдарҙа Баймаҡ сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы; 2005 йылдан — Красноярск крайының Назарово төҙөлөш техникумы академик хорының художество етәксеһе һәм дирижёры, 2014 йылдан — Ачинск ҡалаһының 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2002). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
  • Исхаҡов Өлфәт Янар улы (1959), хужалыҡ эшмәкәре. Көйөргәҙе районы «Искра» кооперативының баш агрономы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009).

Дөйөм исемлек

Был көндө вафат булғандар

  • 1687: Уильям Петти, Англия математигы.
  • 1898: Павел Третьяков, Рәсәй империяһы меценаты, Третьяков картина галереяһына нигеҙ һалыусы.
  • 1954: Сәлих Сәйҙәшев, композитор, татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
  • 2009: Егор Гайдар, Рәсәй сәйәсмәне.

Йыл көндәре

Ай һәм көндәр
Ғинуар1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31


Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары