Аҡсулпанов Күсәрбай Өмөтбай улы

(Күсәрбай Аҡсулпанов битенән йүнәлтелде)

Күсәрбай Өмөтбай улы Аҡсулпанов — хәрби эшмәкәр. 1788–1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында ҡатнашыусы.

Күсәрбай Аҡсулпанов
Тыуған ваҡыты

1760({{padleft:1760|4|0}})

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Тәлтем-Юрматы улусы, Аҡсулпан ауылы,

Вафат урыны

Ырымбур губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Тәлтем-Юрматы улусы, Күсәрбай ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1789—?

Хәрби звание

подпоручик

Хәрби алыш/һуғыш

Рус-швед һуғышы (1788—1790)

1793 йылда вариҫтары менән бергә башҡорттар араһынан тәүгеләрҙән булып нәҫелдән күсеп килгән дворянлыҡ титулына лайыҡ була. Аҡсулпановтар дворяндар нәҫеленә нигеҙ һалыусы.

Биографияһы

Күсәрбай Өмөтбай улы Аҡсулпанов Нуғай даруғаһы Тәлтем-Юрматы улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы) Аҡсулпан (Күсәрбай) ауылында тыуған.

3-сө башҡорт полкы старшинаһы Күсәрбай Аҡсулпанов 1788–1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында ҡатнашҡан. 1790 йылда Рәсәй менән солох килешеүенә ҡул ҡуйғанда башҡорттар менән танышырға теләгән Швеция короле Густав III алдында ат өҫтөндә оҫта йөрөү һәм уҡтан атыу һәләтен күрһәткән[1][2].

1793 йылдың 14 февралендә Рәсәй императрицаһы Екатерина II тарафынан Күсәрбай Аҡсулпановҡа һәм уның вариҫтарына, башҡорттар араһынан тәүгеләрҙән булып нәҫелдән күсеп килгән дворян титулы бирелгән[3][4]. Шулай итеп Аҡсулпановтар дворяндар нәҫеленә нигеҙ һалынған.

Күсәрбай Аҡсулпанов 1789 йылдан капитан дәрәжәһендә хеҙмәт итә, артабан — ғәскәри старшина.

1798 йылданVIII башҡорт кантонының[5][1], 1803 йылдан VII башҡорт кантонының[6][7]) кантон башлығы.

1801 йылда 2350 дисәтинә ер һатып ала[8].

Ғаиләһе

Күсәрбай Аҡ­сулпановтың бишенсе быуын ҡартатаһы Аҡсулпан ул тыуған ауылға нигеҙ һалған[9].

Ике ҡатыны һәм өс улы булыуы билдәле.

Тәүге ҡатыны Айытбикә Юлдашеванан (1760—?) Аралбай (1783—1835), икенсе ҡатыны Ҡотлобикә Хәләтованан (1769—?) Әхмәтшафиҡ (1779—1843) һәм Тайып (1797—1847) улдары тыуа[10].

Хәтер

  • Уның хөрмәтенә Аҡсулпан ауылының исеме Күсәрбай тип үҙгәртелә.

Иҫкәрмәләр

Оленин А. Н. Археологические труды. Т. 2. — СПб., 1882. — С.81-83.

  • Ильясова А. Я., 2015, с. 117
  • Ильясова А. Я., 2015, с. 121
  • Әсфәндиәров Ә. З., Ярмуллин А. Ш. Аҡсулпановтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Әсфәндиәров Ә. З. Кантон башлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Тагирова Л. Ф., 2012, с. 119
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 60. — 744 с.
  • Рәшит Шәкүр Күсәрбай ҡаһарманы.// «Йәшлек», июль 2013.
  • ИБР, 2018, с. 182
  • Әҙәбиәт

    • История башкирских родов. Юрматы. Том 30. Ч. I / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — 840 с. — ISBN 978-5-295-06968-0.
    • Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015.
    • Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.

    Һылтанмалар

    🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат