Мандарин (емеш)

Мандарин — мандарин ағасы емеше[1][2][3][4] (йәки ҡыуаҡ емеше)[5][6].

Мандарин
Төҫоранжевый[d]
ЕтештереләC. reticulata
 Мандарин Викимилектә

Тышҡы күренеше һәм төҙөлөшө

Мандарин емештәре ҙур түгел (4-8 см), 140-150 г ауырлыҡҡа тиклем. Төҫө һары йәки ҡыҙғылт һары. Формаһы шар рәүешле йәки еңелсә ялпаҡ[7][8][9].

Тышсаһы йоҡа, еңел әрселә[7][10]. Мандарин ҡабығының еңел әрселеүе башҡа цитрустарҙан өҫтөнлөгө булып тора, сөнки башҡа цитрустар ауыр әрселә[10][11][5].

Башҡа цитрустар кеүек үк емешенең йомшағы шәкәрә менән ҡапланған киҫәктәрҙән тора, улар үҙ сиратында күп һанлы оҙонса күҙәнәктәрҙән тора[12].

Емештәр орлоҡһоҙ йәки күп булмаған орлоҡтар менән[9].

Аҙыҡ-түлек әһәмиәте

Емеше татлы. Ризыҡ булараҡ емеше һәм һуты ҡулланыла[13]. Бынан тыш, мандаринды ҡаҡлайҙар һәм киптерәләр[11].

Мандарин емешендә шәкәр (10,5 тиклем %) күп, C, B1, B2 витаминдары, A провитамины, ирекле органик кислоталар, фитонцидтар, сальвестролдар, шулай уҡ пектин матдәләр, минераль тоҙҙар[13]  бар.

Емеш оҙаҡ һаҡланғанда ла С витаминын оҙаҡ һаҡлай. Мандарин ноябрь—декабрь айҙарында өлгөрә, шуға күрә ҡыш көнө төньяҡ ярымшарҙа йәшәүселәр өсөн витамин сығанағы булыуы мөмкин.[13].

Мандариндың химик составы

Мандарин йомшағы
100 г аҙыҡтың туҡлыҡлыҡ ҡиммәте
Энергетик ҡиммәте 53 ккал 223 кДж
Һыу85.17 г
Аҡһымдар0,81 г
Майҙар0,31 г
Углеводтар13,34 г
— аҙыҡ сүстәре1,8 г 

Тиамин (B1)0,058 мг
Рибофлавин (B2)0,036 мг
Ниацин (B3)0,376 мг
Пантотен кислотаһы (B5)0,216 мг
Пиридоксин (B6)0,078 мг
Фолацин (B9)16 мкг
Аскорбин кислотаһы (С витамины)26,7 мг

Кальций37 мг
Тимер0,15 мг
Магний12 мг
Фосфор20 мг
Калий166 мг
Натрий2 мг

Холин10,2 мг 
Лютеин + Зеаксантин138 мкг 
Сығанаҡ: USDA Nutrient Database

Емеш йомшағында шәкәр, органик кислоталар (лимон кислотаһы һәм башҡа — 0,6–1,1 %), витаминдар (тиамин, рибофлавин, аскорбин кислотаһы, рутин) һәм фитонцидтар бар. Тышсаһында 1-2  % эфир (мандарин майы) майҙары, һары һәм ҡыҙғылт пигменттар, улар араһында каротин да бар.

Эфир майҙары составына α-лимонен, цитраль, каприл һәм башҡа альдегидтар, спирттар, антранил кислотаһының метил эфиры бар, ул мандарин майына, емешенә, япраҡтарына һәм йәш үренделәренә үҙенсәлекле еҫ һәм тәм бирә.

Мандарин ҡиммәтле диетик аҙыҡ, аппетитты күтәрә, матдәләр алмашыныу процесын яҡшырта һәм ҡышҡы ваҡытта организмды витаминдар менән тәьмин итә. Мандарин һәм мандарин һуты организмды нығыта, аш һеңдереүгә булышлыҡ итә, ә фитонцид үҙенсәлектәре арҡаһында микробҡа ҡаршы тороусанлыҡ һәләтенә эйә. Һутының фитонцид әүҙемлеге уның ҡайһы бер тире ауырыуҙарын тыуҙырыусы патоген бәшмәктәргә тәьҫир итеүендә күренә.

Хужалыҡтағы әһәмиәте һәм ҡулланылышы

Мандарин емешен сей килеш һәм һут һәм компоттар әҙерләү өсөн ҡулланалар.Тәмләткестәр сифатында уны татлы ашамлыҡтар әҙерләгәндә, печенье, соус, балыҡ, ҡош һәм дөгө ашамлыҡтарына емеш-еләк салаттарына ҡушалар.

Мандарин тышсаһын төрлө дарыу препараттары, төнәтмәләр, сироптар, экстракттар, шулай уҡ аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә померанц ҡабығын алмаштырыусы булараҡ ҡулланалар. Мандарин һутын микроспория һәм трихофития менән зарарланған тирегә күп тапҡыр һөрткәндә был сирҙән ҡотолорға мөмкин. Мандарин тышсаһының спирт төнәтмәһе аппетитты күтәрә, бронхыларҙа һәм тын юлдарындағы ялҡынһыныуҙы йомшарта, , ҡаҡырыҡты бүлеп сығарыуға булышлыҡ итә. Көнсығыш медицинаһында тышсаһының төнәтмәһен бронхит, ҡоҫҡо килгәндә, йүткереккә ҡаршы һәм аш һеңдереүҙе яҡшыртыу сараһы булараҡ ҡулланалар.

Мандариндың тәпәш буйлы сорттары, мәҫәлән, уншиу, шулай уҡ декоратив бүлмә үҫемлеге булараҡ үҫтерелә.

Һулдан уңға: Йорт шарттарында үҫтерелгән мандарин.
Сәскә. Өлгөрмөгөн емеше. Йыйылған мандариндар. Йомшағы

Культивация

Уңышы юғары була, уңайлы миҙгелдә һәр ағастан 5-6 меңгә тиклем емеше була[10].

Мандарин Ҡытайҙа, тропик Азияла, Һиндостанда, Японияла, Урта диңгеҙ буйында һәм АҠШ-та Флоридала иң күп үҫтерелгән культураларҙың береһе. Һалҡынға сыҙамлы япон төрө уншиу Ҡара диңгеҙ буйында Кавказда һәм Краснодар крайында үҫтерелә[10].

Етештереү күләме

Танжерин, мандарин, клементина.
Етештереүсе илдәр 2011 һәм 2014 йылдарҙа (мең тонна)[14]
 ҠХР18500 (2014 йыл)
 Испания2117 (2011 йыл)
 Бразилия1005 (2011 йыл)
 Төркиә960 (2014 йыл)
 Марокко925 (2014 йыл)
 Япония890 (2014 йыл)
 Италия853 (2011 йыл)
 Мысыр848 (2011 йыл)
 Иран800 (2011 йыл)
 АҠШ711 (2014 йыл)
 Корея Республикаһы688 (2014 йыл)
 Пакистан515 (2011 йыл)
 Аргентина450 (2014 йыл)
 Мексика401 (2011 йыл)
 Таиланд300 (2014 йыл)
 Перу236 (2011 йыл)
 Алжир218 (2011 йыл)
 Ҡытай Республикаһы197 (2011 йыл)
 Непал179 (2011 йыл)
Ҡалып:Mальдива флагы152 (2011 йыл)
Ҡалғандар1582 (2011 йыл)
Донъяла бөтәһе26030 (2011 йыл)

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат