Морган Джон Пирпонт

Америка эшҡыуары, банкир һәм финансист

Джон Пирпонт Морган I (ингл. John Pierpont Morgan I; 17 апрель 1837(18370417), Хартфорд, Коннектикут, АҠШ — 31 март 1913, Рим, Италия Короллеге) — XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Америка Ҡушма Штаттарында корпоратив финанстар һәм сәнәғәтте берләштереү өлкәләрендә өҫтөнлөк иткән Америка эшҡыуары, банкир һәм финансист.

Морган Джон Пирпонт
ингл. John Pierpont Morgan
Рәсем
Ҡултамға
Затир-ат[1]
Гражданлыҡ Америка Ҡушма Штаттары[2]
Тыуған көнө17 апрель 1837({{padleft:1837|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыныХартфорд[d][6]
Вафат булған көнө31 март 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[3][4][5][…] (75 йәш)
Вафат булған урыныРим, Италия[3][6]
Ерләнгән урыныCedar Hill Cemetery[d][3]
АтаһыДжуниус Спенсер Морган[d][7]
ӘсәһеДжульет Пирпонт[d][7]
Бер туғандарыMary Lyman Morgan[d], Sarah Spencer Morgan[d], Junius Spencer Morgan Jr.[d] һәм Juliet Pierpont Morgan[d]
Хәләл ефетеФрэнсис Луиз Трейси[d][7] һәм Амелии Старджесс Морган[d][7]
БалаларыДжон Пирпонт Морган[d][7], Энн Морган[d], Juliet Pierpont Hamilton[d][8] һәм Louisa Pierpont Morgan[d]
Туған телинглизсә
Һөнәр төрөэшҡыуар, сәнғәт коллекционеры, банкир, финансист
Эшмәкәрлек төрөФинанстар[9], банковское дело[d][9], Инвестициялар[9] һәм Манименеджмент[d][9]
Уҡыу йортоCheshire Academy[d][10]
Boston English High School[d][10]
Boston English High School[d]
Гёттинген университеты
Әүҙемлек урыныЛондон һәм Нью-Йорк[11]
Ойошма ағзаһыRoxburghe Club[d][12], Клуб Гролье[d] һәм Библиографическое общество[d]
МилкеPortrait of Nicolaes Ruts[d], Portrait of an Elderly Man, traditionally called Heer Bodolphe[d], Portrait of Mrs. Bodolphe[d], Portrait of a Man, Said to be Christopher Columbus (born about 1446, died 1506)[d], Allegory of Winter[d], Portrait of a Painter with Long Curls[d], Prayer Bead with the Adoration of the Magi and the Crucifixion[d], Prayer Bead with the Crucifixion and Jesus before Pilate[d], Prayer Bead with Jesus Carrying the Cross and the Crucifixion[d], Prayer Bead with the Prayer of the Rosary and the Lamentation[d] һәм Rosary Bead with the Last Judgement[d]
 Морган Джон Пирпонт Викимилектә

Биографияһы һәм бизнесы

Лондонда «J. S. Morgan & Co» банк йортона нигеҙ һалған Джуниус Спенсер Морган һәм Джульетт Пирпонт ғаиләһендә донъяға килә. Белемде Геттинген университетында ала.

1857 йылдан 1861 йылға тиклем Морган Нью-Йорктың «Данкан, Шерман & Ко» (ингл. Duncan, Sherman & Company) банкында хеҙмәт итә. 1861 йылда Амелия Старджессҡа (1835—1862) өйләнә. Тол ҡалғас, Морган 1865 йылда икенсе никахҡа инә. Фрэнсис Луиз Трейси (1842—1924) менән 4 бала тәрбиәләйҙәр: Луиза Пирпонт Морган (1866—1946), «Джек» Пирпонт Морган (1867—1943), Джульетт Морган (1870—1952) һәм Энн Морган (1873—1952).

АҠШ-тағы Граждандар һуғышы (1861—1865 йылдар) ваҡытында Морган ҡорал һата. Аҙағыраҡ был сауҙа операциялары тураһындағы эште Конгресс комиссияһы тикшерә, әммә Морган, хөкүмәттәге бәйләнештәренән файҙаланып, яуаплылыҡтан ҡотола. Ул мәлдәге байҙарҙың күбеһе кеүек үк, Джон Морган, рәсми рәүештә 300 доллар түләп, хәрби хеҙмәткә саҡырылыуҙан ҡотолоп ҡала[13].

Төрлө фирмаларҙа эшләгәндән һуң, 1871 йылдан Морган «Дрексел, Морган & Ко» (Энтони Дрексель менән берлектә) компанияһының партнеры булып китә. 1893 йылда партнеры үлгәндән һуң фирма «Дж. П. Морган & Ко» (Нью-Йорк) банк йортона үҙгәртелә. Филадельфия, Париж һәм Лондонда уға бәйле булған банктар менән берлектә банк йорто донъялағы иң эре финанс компанияһы була.

Джон Морган йәш сағында

Морган банкы тимер юлдар төҙөлөшөн контролдә тота, US Steel ҡорос ҡойоусы эре компанияны, «Дженерал электрик» электр фирмаһын булдырыуҙа ҡатнаша, Атлантикала пассажирҙар ташыуҙы финанслай.

1892 йылда Морган Edison General Electric 8`v һәм Thomson-Houston Electric Company компанияларын ҡушыуҙы ойоштора, һөҙөмтәлә General Electric барлыҡҡа килә. Ул шулай уҡ United States Steel Corporation, International Harvester һәм AT&T компаниялары формалашыуында мөһим роль уйнай. Моргандың карьераһы иң юғары нөктәлә торғанда, ХХ быуат башында, ул һәм уның партнерҙары бик күп эре корпорацияларға финанстарын һала һәм хөкүмәттең финанстар менән шөғөлләнгән ағзаларына һәм Ҡушма Штаттар Конгресы ағзаларына ҙур йоғонто яһай ала. Ул 1907 йылғы паниканы туҡтатҡан банк коалицияһына етәкселек итә. Джон Морган «прогресс эраһының» алдынғы финансисы була. Уның нәтижәлелеккә һәм яңылыҡ индереүгә тоғролоғо Америка бизнесын тамырынан үҙгәртергә ярҙам итә. Адриан Вулдридж Морганды «Американың бөйөк банкиры» тип атай[14].

1907 йылда Морган, банк паникаһын булдырмау өсөн шәхси инвесторҙарҙы бергә туплап, ҙур банк көрсөгөнә юл ҡуймай[15][16].

Морган 75 йәшендә Италияла, Римда йоҡлаған сағында вафат була, бизнесын улы Джон Пирпонт Морган-кинйәгә ҡалдыра. Биограф Рон Черноу уның мөлкәтен 118 миллион долларға баһалай (шуларҙың яҡынса 50 миллионы сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияһы була). Моргандың финанс хәлен белгәндән һуң Джон Д. Рокфеллер: «Ышанырлыҡ та түгел, ул хатта бай кеше лә булмаған икән», — тип әйткән[17].

Коллекция туплаусы һәм меценат

Морган картиналар, китаптар һәм башҡа сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияларын туплаусы булараҡ билдәле. Уларҙың күбеһен ул үҙе бағыусыһы һәм президенты булған «Метрополитен-музейына» (Нью-Йорк) бүләк итә. Моргандың вафатынан һуң уның улы 1924 йылда Нью-Йоркта Пирпонт Морган китапханаһын аса һәм уның директоры итеп атаһының китапханасыһы Белл да Коста Гринды (1883—1950) тәғәйенләй.

Морган эре меценат булараҡ та билдәле: «Метрополитен-музейынан» тыш ул Америка тәбиғәт тарихы музейына, Гротон мәктәбенә (Массачусетс штаты), Гарвард университетына (бигерәк тә Медицина мәктәбенә), хеҙмәт мәктәптәренә (Совет ПТУ-ларына оҡшаш) ғәйәт ҙур суммалар бүләк итә.

1901 йылда Никола Теслаға Манхэттенда яҡтыртыу системаһын төҙөү өсөн аҡса бүлә[18].

Аҫыл таштар коллекцияһы

ХХ быуат башында Джон Морган Аҡш-та аҫыл таштар коллекцияһын туплаусы булараҡ та таныла. Күп йылдар буйы йыйылған коллекцияһында 1000-дән ашыу ҡиммәтле таш иҫәпләнә. Тәүге коллекцияһын ул Tiffany & Co компанияһы һәм уның төп геммологы Джордж Фредерик Кунц ярҙамында йыя. 1889 йылда был коллекция Парижда Бөтә донъя күргәҙмәһендә ҡуйыла. Коллекция ике алтын бүләк ала һәм эре ғалимдар, коллекционерҙар һәм киң йәмәғәтселектең иғтибарын үҙенә йәлеп итә[19].

Джордж Фредерик Кунц тағы ла икенсе, әммә тағы ла ҡиммәтлерәк коллекция йыя, уныһы 1900 йылда Парижда күрһәтелә.

Ике коллекция ла Нью-Йоркта Америка тәбиғәт тарихы музейына бүләк итеп тапшырыла, улар Морган-Тиффани һәм Морган-Бемент коллекциялары[20] булараҡ билдәле.

1911 йылда Кунц күптән түгел тапҡан аҫыл ташын үҙенең иң яҡшы клиенты хөрмәтенә морганит тип атай. Рәсәй геологияһында был минерал воробьевит тип атала. 1908 йылда урыҫ геологы В. И. Вернадский Төньяҡ Кавказда экспедицияла һәләк булған геолог һәм минералог Воробьев Виктор Иванович (1875—1906) тураһында иҫтәлек булараҡ аҫыл ташҡа шундай исем бирә.

Кинола

  • Никола Тесла сере / Tesle Nikole Tajna (Югославия 1979 йыл, Режиссеры: Папич Крсто) — Дж. Пи. Морган ролендә Орсон Уэллс.
  • Люди, построившие Америку[en], мини-сериал, АҠШ, 2012 йыл; 5-7 серия — Дж. Пи. Морган ролендә Эрик Ролланд.
  • Титаник: Ҡан һәм ҡорос (Ирландия, Италия, Франция, Канада, Бөйөк Британия, 2012 йыл) — Дж. Пи. Морган ролендә Крис Нот.
  • Алиенист / The Alienist (АҠШ, сериал, 2018 йыл) — ролдәр Дж. Пи. Морган ролендә Майкл Айронсайд .

Шулай уҡ ҡара

  • Морган, Джон Пирпонт (кинйә)
  • Бенсли, Гарри
  • Морганит

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Пачкалов А. В. Финансовые династии: архитекторы глобализма. — М.: Концептуал, 2019. — 320 с. — ISBN 978-5-907172-32-6.
  • Джин Строус Морган. — АСТ (издательство), 2002, 944 с.
  • [www.bbb.com.ua/index.php?module=news&page_id=144 Чарльз Р. Моррис // Финансовые гении Америки. Как Эндрю Карнеги, Джон Д. Рокфеллер, Джей Гульд и Дж. П. Морган создали американскую суперэкономику — Днепропетровск: Баланс Бизнес Букс, 2010 — 384с — 1500 экз. — ISBN 978-966-415-011-5]

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары