Мукден һарайы

1631

Иҫтәлекле урын
Мукден һарайы
ҡыт. 沈阳故宫
Һарай комплексының үҙәк майҙаны
Һарай комплексының үҙәк майҙаны
ИлҠытай
ҠалаШэньян (иҫкесә Мукден)
Координаталар41/47/45/N/123/27/0/E
Төҙөлөшө1625—1631 йылдар
Билдәле йәшәүселәрНурхаци, Абахай
СтатусДәүләт тарафынан ҡурсалана

ЮНЕСКО

СайтРәсми сайт

Мукден һарайы (ҡыт. ғәҙәти 瀋陽故宮, ябайл. 沈阳故宫) — Ҡытайҙың Шэньян (шулай уҡ Мукден; тарихи Көньяҡ Маньчжурия, Пекиндан төньяҡ-көнсығышҡа табан урынлашҡан) ҡалаһында Манжур династияһының беренсе императорҙары — Нурхаци һәм Абахайҙың һарайы.

Нурхаци етәкселегендәге манчжурҙар власть өсөн көрәштә еңгәндән һуң, 1621 йылда Мукден Ҡытайҙың төп баш ҡалаһы статусын ала. 1625 йылда ҡалала император Нурхаци һарайға нигеҙ һала. Архитектура стиле буйынса тәүге биналары тирмәләрҙе хәтерләткән. Император Абахайҙың өҫтәлмә төҙөлгән биналарын иҫәпкә алып һарай комплексы төҙөлөшө 1631 йылға ҡарай башлыса тамамлана. Был манчжур, ҡытай һәм тибет архитектураларының комбинацияһы.

Гугун һарай комплексы (Боронғо һарай) — Хоу Цзинь һәм иртә Цин дәүерҙәренең һарай күркәмлеге өлгөһө, ул 1625 йылда төҙөлә башлай һәм 1635 йылға ҡарай төҙөлөш тамамлана, уға 1778 йылға ҡәҙәр бер нисә тапҡыр өҫтәлмәләр һәм реконструкциялар индерелә. Планда – яҡынса 70 мең м² майҙанды биләгән тура дүртмөйөш; 114 бинаны һәм ҡаралтыны (500-ҙән ашыу помещениелар) үҙ эсенә ала. Көнсығыш (иң иртә) өлөшөндә 8-мөйөшлө платформала (бейеклеге 1,6 метр) 2-яруслы ҡыйыҡ менән павильон типтағы Дачжэндянь һарайы һалынған. Был һарайҙың алдында майҙан йәйелгән, уның ике яғында ла юғары түрәләр (вандар), шул иҫәптән «һигеҙ байраҡлы» манчжур ғәскәре башлыҡтары өсөн 10 павильон урынлашҡан. дөйөм алғанда планировка хәрби лагерҙың урынлашыуын хәтерләтә, ҡаралтылар ҡытай, манчжур, тибет архитектураларының традицияларын берләштерә. Дачжэндянь һарайы менән 2 ерләү-хәтерләү ҡомартҡылары тоташҡан. Дунлин төрбәһендә (1629 йылда һалынған, 1651 йылда төҙөлөш тамамланған; яңыртыла) император Нурхаци һәм уның ҡатыны Сяо­цы­гао (сығышы менән Ехэ­на­р ырыуынан) ерләнгән; ҡәбер ҡурғанына таш һәйкәлдәр менән уратылған «Йәндәр юлы» алып бара. Бэйлин төрбәһендә (1643-1651 йылдарҙа төҙөлә) Нурхациҙың улы – император Ху­ан­тай­цзи (Аба­хай) һәм уның ҡатыны Сяо­ду­ань­вэнь (сығышы менән Борд­жи­гин ырыуынан Джэрд­жэр) ерләнгән. Император һарайының әһәмиәтлеге һәм Ҡытай императоры һәм уның вариҫтары ҡәберҙәрҙе хөрмәт итеп килеп йөрөгән өсөн, рәсми исеме үҙгәргәндән һуң да ҡала артынан XX быуатҡа саҡлы Мукден атамаһы һаҡланған. Һарайҙа хәрби ҡоралдарҙың, көнкүреш әйберҙәренең, Цин дәүере китаптарының ҙур коллекцияһы һаҡланған.

1644 йылда Пекинды яулап алғандан һуң, император Ябыҡ ҡалаға күсә, ә Мукден илдең икенсе баш ҡалаһы статусын йөрөтә. Император һәм уның вариҫтары йыл һайын Мукденға килеп йөрөгәндәр.

1780 йылда һарай комплексы император Цяньлун тарафынан киңәйтелә һәм ҙур кимәлдә традицион ҡытай һарай комплексы йөҙөн ала.

1900 йылда һарай Ихэтуань ихтилалын баҫтырыуға йүнәлтелгән Деан Иванович Чубботич командалығындағы Рәсәй империяһы армияһы тарафынан биләнә.

1955 йылда милли музей тип иғлан ителә. 2004 йылда «Пекин һәм Шэньянда Мин һәм Цин династиялары императорҙарының һарайҙары» комплекслы объектының бер өлөшө булараҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡылары иҫәбенә индерелә.

Һылтанмалар

Ҡалып:Культурное наследие в Китае

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары