Мцхета-Мтианети

Грузия үҙәгендәге хәҙерге административ край. Баш ҡалаһы һәм ҙур ҡалаһы — Мцхета.

Мцхета-Мтианети[1][2] (ҡайһы берҙә Мцхета-Мтианетия; груз. მცხეთა-მთიანეთი mcxeta-mtianeti; груз. მცხეთა-მთიანეთის მხარე mcxeta-mtianetis mxare) — Грузия үҙәгендәге хәҙерге административ край. Баш ҡалаһы һәм ҙур ҡала — Мцхета.

Мцхета-Мтианети
груз. მცხეთა-მთიანეთის მხარე
Нигеҙләү датаһы1995
Рәсем
Рәсми атамаһыმცხეთა-მთიანეთის მხარე
Рәсми телГрузин теле
Дәүләт Грузия
Административ үҙәкМцхета
Административ-территориаль берәмекГрузия
Сәғәт бүлкәтеUTC+4:00[d]
ГеомәғлүмәттәрData:Georgia/Mtskheta-Mtianeti.map
Хөкүмәт башлығы вазифаһыгубернатор[d]
Халыҡ һаны94 573 кеше (2014)
Административ рәүештә бүленәДушетский муниципалитет[d], Тианетский муниципалитет[d], Мцхетский муниципалитет[d] һәм Казбегский муниципалитет[d]
Ҡулланылған телОсетин теле һәм Грузин теле
Майҙан6785 км²
Рәсми сайтmtskheta-mtianeti.gov.ge
Урынлашыу картаһы
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Мцхета-Мтианети[d]
Карта
 Мцхета-Мтианети Викимилектә

Грузияның бер нисә тарихи өлкәһенең: Эрцо-Тианети, Мтиулети, Хеви, Хевсуретияла, һәм Эске Картлиҙың Пшавия көнсығыш өлөшө территорияһын биләй. Край территорияһының бер өлөшөн өлөшләтә танылған Көньяҡ Осетия Республикаһы контролдә тота.

Географияһы

Край Төп Кавказ һырты ярҙамында географик яҡтан ике өлөшкә, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа, бүленгән. Улар Тәре артылышы Крестовый перевал менән тоташҡан. Кавказ һыртының төньяҡ битләүендә Казбег муниципалитетының ҙур өлөшө һәм Душет муниципалитетының ҙур булмаған өлөшө урынлашҡан.

Тарихы

1801 йылда Рәсәйгә ҡушылған осорҙа Мцхета-Мтианети территорияһы Картли-Кахетин батшалығысоставына ингән булған.

1840 йылда был биләмә Грузин-Имеретия губернаһы составына, ә 1846 йылда был губерна тарҡалғандан һуң, Кутаиси губернаһы составына ингән. Шул саҡта край территорияһына Гори, Гори һәм Тифлис өйәҙҙәренең Тушин-пшав-хевсур өлөшөнә тап килгән. Һуңыраҡ өйәҙҙәр сиге үҙгәргән.

Административ бүленеше

Мцхета-Мтианетиға 4 муниципалитет (2006 йылға тиклем — райондар) инә[3]. 2016 йылдан 2018 йылға тиклем Мцхета ҡалаһы муниципалитетҡа тиңләштерелә (крайға буйһонған ҡала була).

Грузия муниципалитеттарымайҙан,
км²
халыҡ
йәниҫәп
2002[4],
кеше
халыҡ
йәниҫәп
2014[5],
кеше
халыҡ
баһа
2018[6],
кеше
үҙәк
Душет муниципалитеты298233 63625 65926 128Душети ҡалаһы
Казбег муниципалитеты1082526137953818Степанцминда ҡала тибындағы ҡасабаһы
Мцхет муниципалитеты[7]80664 82955 65153 944Мцхета ҡалаһы
Тианет муниципалитеты90614 014946810 007Тианети ҡала тибындағы ҡасабаһы
барлығы[8]5776117 74094 57393 897Мцхета ҡалаһы

Ахалгор муниципалитеты — Көньяҡ Осетияның Лениногор районына тап килә һәм Ахалгори биҫтәләрен индереп, өлөшләтә танылған дәүләт көстәре тарафынан тулыһынса контролдә тотола.

Ҡалалары: Мцхета (7940 кеше, 2014 йыл йәниҫәбе), Душети (кеше 6167 кеше).

Ҡала тибындағы ҡасабалар: Тианети (2479 кеше, 2014 йыл йәниҫәбе), Жинвали (1828 кеше), Степанцминда (1326 кеше), Пасанаури (1148 кеше), Сиони (371 кеше).

Крайҙың милли составы
(2014 йылғы йәниҫәп)
[9][10]

кеше%
барлығы94 573100,00 %
Грузиндар89 34394,47 %
Әзербайжандар23162,45 %
Осетиндар13271,40 %
Ассирийлылар7090,75 %
Әрмәндәр2910,31 %
Рустар2520,27 %
Украиндар800,08 %
Езидтар610,06 %
Гректар550,06 %
башҡалар1390,15 %

Халҡы

2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата край халҡы һаны халыҡ һаны 93 897 кеше тәшкил иткән[11], 2014 йылдың 1 ғинуарына — 108 800 кеше (Ахалгор районын (Көньяҡ Осетияның Ленингорский районы) иҫәпкә алмағанда.

2014 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса, край халҡы һаны 94 573 кеше[12] булған.

2002 йылдың халыҡ иҫәбенә ярашлы, крайҙың грузин яғы контролдә тотҡан , шул иҫәптән Ахалгор районы (Көньяҡ Осетияның Ленингор районы) халыҡ һаны 125 443 (илдең 2,9 % халҡы) кеше; унан башҡа — 117 740 кеше тәшкил итә. 2008 йылдың 1 ғинуары күрһәткесе буйынса — 118,1 мең кеше[13] (Ахалгор районынан (Көньяҡ Осетияның Ленингор районы) башҡа) — 97,6 мең кеше булған[14][15]) тәшкил итә. 2009 йылдың 1 ғинуарына Ахалгор районынан (Көньяҡ Осетияның Ленингор районы) башҡа— 97,6 мең кеше[16]

Мцхета-Мтианетиҙа халыҡтың күпселеген бер нисә этнографик төркөмдән торған грузиндар тәшкил иткән. Крайҙың көньяғында картлиҙар, көньяҡ-көнсығышта — кахетиндар, урта өлөшөндә пшавтар, таулы райондарҙа — мохевлылар һәм хевсурҙар йәшәй.

Казбег районының көнбайыш өлөшө— Терек йылғаһы башындағы Трусовский тарлауығы төп халҡын осетиндар тәшкил итә. Казбег районында барлығы 89 йәки 1,7 % осетин.

Тбилиси менән йәнәшә Мцхет районында (1464 кеше йәки 2,3 %) ҙур осетин диаспораһы йәшәй.

2008 йылдың авгусына тиклем Ахалгор районы халҡының күпселек (2008 йылдың авгусына тиклем Грузия контроле аҫтында) өлөшөн грузиндар (картлийлылар - 84,6 % йәки 6520 кеше), аҙсылығын — осетиндар (14,4 % йәки 1110 кеше) тәшкил итә.

Мцхета-Мтианети крайы һәм уның райондарының милли составы (2002)[4]

Край,
район
[17]
барлығыгрузиндар%осетиндар%әзербайжандар%грузин ассирийлылары%рустар%әрмәндәр%гректар%украиндар%езидтар%башҡалар%
край, барлығы125 443116 46792,84 %39773,17 %22481,79 %9500,76 %7570,60 %5320,42 %1630,13 %1430,11 %960,08 %1100,09 %
Ахалгор районы (2008 йылға тиклем)[18]7703652084,64 %111014,41 %20,03 %00,00 %200,26 %370,48 %20,03 %10,01 %10,01 %100,12 %
край Ахалгорҙан тыш[19]117 740109 94793,38 %28672,44 %22461,91 %9500,81 %7370,63 %4950,42 %1610,14 %1420,12 %950,08 %1000,08 %
Душет районы33 63632 22995,82 %11673,47 %50,01 %00,00 %1030,31 %430,13 %190,06 %180,05 %00,00 %520,15 %
Тианет районы14 01413 77798,31 %1471,05 %40,03 %00,00 %370,26 %200,14 %130,09 %60,04 %10,01 %90,06 %
Мцхет районы64 82958 80890,71 %14642,26 %22363,45 %9501,47 %5830,90 %4270,66 %1290,20 %1130,17 %940,14 %240,04 %
Казбег районы5261514297,74 %891,69 %10,02 %00,00 %140,27 %50,10 %00,00 %50,10 %00,00 %50,08 %

Галереяһы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Ҡалып:Административное деление Грузии

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары