Мәсетле районы

Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район

Мәсетле районы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, Әй йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. Төньяҡтан Свердловск өлкәһенең Красноуфимск һәм Әртә ҡала округтары, көнсығыштан Башҡортостандың Балаҡатай, көньяҡтан Ҡыйғы, көнбайыштан Дыуан райондары менән сиктәш.

Мәсетле районы
рус. Мечетлинский район
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан Башҡортостан Республикаһы

Берләштерә

12 ауыл Советы

Административ үҙәк

Оло Ыҡтамаҡ

Барлыҡҡа килеүе

1930 йылдың 20 авгусында

Муниципаль район башлығы

Әсәҙуллин Әнис Ҡасим улы

Муниципаль район Советы рәйесе

Латыпов Юрис Хәйҙәр улы

Халҡы (2010)

25 032

Тығыҙлығы

16,07 кеше/км²

Милли состав

Башҡорттар, Рустар, Татарҙар

Майҙаны

1 557 км² (50 урын)

Мәсетле районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Рәсми сайты
ОКАТО коды

80242000000

Ҡыҫҡаса мәғлүмәт

Район Әй буйы убалы тигеҙлегенең бер өлөшен биләй. Климаты уртаса йылы, етерлек дымлы. Район аша Әй, уның ҡушылдыҡтары Оло Ыйыҡ, Ыйыҡ, Ләмәҙ, Аҡа йылғалары аға. Ере ҡара-һоро урман һәм көлһыуланған ҡара тупраҡлы. Урмандар имән, ҡарағай, ҡайын ағастарынан тора һәм райондың 1/5 өлөшен тәшкил итә. Газ (Оло Ыҡтамаҡ), ҡомло балсыҡ (Ҡыҙылбай, Кесе Ыҡтамаҡ), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Ҡыҙылбай), төҙөлөш ташы (Оло Ыҡтамаҡ), төҙөлөш ҡомо (Салйоғот), эзбизташ (Яңы Мөслим), агрономик руда (Әжекәй, Буртаковка, Оло Ыҡтамаҡ) һәм эзбизташ туфы (Мәләкәҫ) ятҡылыҡтары бар.

Район аша Мәсәғүт — Әчет, Оло Ыҡтамаҡ — Яңы Балаҡатай, Оло Ыҡтамаҡ — Үрге Ҡыйғы автомобиль юлдары үтә.

Төп етештереү тармағы булған ауыл хужалығы малсылыҡ-игенселек йүнәлешендә махсуслашҡан. Шәхси хужалыҡтар картуф үҫтереү, ҡымыҙ етештереү, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Ауыл хужалығы ерҙәре 106,7 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 83,7 мең, көтөүлектәр — 19,2 мең, сабынлыҡтар — 3,8 мең гектар майҙанды биләй.

Районда йыл әйләнәһенә эшләүсе республика балалар шифаханаһы, «Ҡарағай» шифаханаһы урынлашҡан.

40 дөйөм белем биреү , шул иҫәптән 13 урта мәктәбе бар. Оло Ыҡтамаҡта музыка мәктәбе, 123 — се профессионал белем биреү училищеһы эшләп килә. 25 дөйөм китапхана, 42 мәҙәниәт клубы, үҙәк район һәм 3 участка дауаханаһы бар.

Башҡорт телендә һәм рус телендә «Мәсетле тормошо» — «Мечетлинская жизнь» гәзите сыға.

Район тарихы

1930 йылдың 20 авгусында Дыуан-Мәсетле исемендә ойошторолған. Ойоштороу документтарында райондың исеме ике төрлө осрай: ВЦИК РСФСР ҡарарында — «ДЫУАН — МӘСЕТЛЕ», ЦИК и СНК БАССР ҡарарында— «МӘСЕТЛЕ». 1932 йылда ВЦИК РСФСР ҡарары менән «МӘСЕТЛЕ» исеме беркетелә. XX быуаттың 30-сы йылдарында район етәкселеге тарафынан районға «ӘЙ» исемен биреү тураһында тәҡдим индерелә, әммә ләкин тормошҡа ашмай. 1963 йылдың 1 февраленән Балаҡатай һәм Мәсетле райондары берләштерелә. Яңы райондың исеме «БАЛАҠАТАЙ», район үҙәге Оло Ыҡтамаҡта була. 1965 йылдың 14 ғинуарынан Мәсетле районы яңынан тергеҙелә. Райондың сиктәре һәм биләмәһе шул ваҡыттан үҙгәрмәгән.

Тарихи ваҡиғалар

2014 йылда Мәсетле районының иҫтәлекле ваҡиғалары

Район үҙәге

Район үҙәге Оло Ыҡтамаҡтан Өфө ҡалаһына 283 км. Яҡындағы тимер юл станциялары Красноуфим (Свердловск өлкәһе) — 76 км, Сулея (Силәбе өлкәһе) — 126 км алыҫлыҡта.

Биләмәһе, ауыл советтары һәм ауылдары

Район яңынан тергеҙелгәндә (14 ғинуар 1965 йыл) түбәндәге ауыл советтарынан торған: Әләгәҙ, Оло Аҡа, Оло Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле, Ләмәҙтамаҡ, Кесе Ыҡтамаҡ, Мишәр, Ростов. Шул уҡ йылда Яңы Мөслим ауыл Советы тергеҙелә, яңы Йонос ауыл Советы төҙөлә. 1985 йылда Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советын бүлеп, Әжекәй ауыл Советы булдырыла. 1987 йылда Ҡорғат ауыл Советы тергеҙелә, ул Ростов ауыл Советынан бүленеп сыға. 1989 йылда Мишәр ауыл Советын бүлеп, Яңы Яуыш ауыл Советы төҙөлә. 1996 йылда Абдулла ауыл Советы тергеҙелә, ул Оло Аҡа ауыл Советынан бүленеп сыға. 2003 йылдың 14 ғинуарында (Рәсәй хөкүмәте ҡарары № 14) Мишәр ауыл Советың исеме Яңы Мишәр итеп үҙгәртелә. Башҡортостан Республикаһы ҡанунына ярашлы 2008 йылда Оло Ыҡтамаҡ, Әжекәй, Яңы Мөслим ауыл советтары берләштерелә. Берләштерелгән ауыл Советының исеме Оло Ыҡтамаҡ итеп ҡалдырыла. Үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылы. 2008 йылдан районда муниципаль ауыл берәмеге кимәлендәге 12 ауыл Советы бар.

Төрлө йылдарҙа район биләмәһе майҙаны, ауыл советтары һәм ауылдар һаны

Теркәү ваҡытыМайҙаны (кв.км.)Ауыл Советы/Ҡасаба СоветыАуылдар
1 июнь 1940 йыл171715/1125
1 июнь 1952 йыл155613/191
1 ғинуар 1961 йыл1543865
1 ғинуар 1969 йыл15571054
1 июль 1972 йыл15571052
1 сентябрь 1981 йыл15571051
1 ғинуар 1999 йыл15571450
18 ноябрь 2008 йыл15571249

Республиканың административ-территориаль ҡоролошо исемле мәғлүмәт йынтыҡтары буйынса төрлө йылдарҙа ауыл советтары

№п/пАуыл Советы исеме193519401952196119691972198119992008
ТекстТекстТекстТекстТекстТекстТекстТекстТекстТекстТекст
1Әбдрәхим+++------
2Абдулла+++----++
3Әжекәй-------+-
4Әләгәҙ---++++++
5Арый++-------
6Оло Ҡыҙылбай+++------
7Оло Аҡа+++++++++
8Оло Ыҡтамаҡ+++++++++
9Дыуан-Мәсетле+++++++++
10Ҡорғат+++----++
11Ләмәҙ-Тамаҡ+++++++++
12Кесе Ыҡтамаҡ+++++++++
13Мелекәҫ+++------
14Мишәр-+++++++-
15Яңы Мишәр--------+
16Яңы-Мищәгәр[1]+--------
17Яңы Мөслим+++-++++-
18Яңы Яуыш-------++
19Ростов+++++++++
20Иҫке Хәлил++-------
21Йонос----+++++
22Яңыбай+--------
23Мәсәғүт ҡ/с-++------

Ғәмәлдәге биләмәләр ҡоролошо

ОКАТО кодыМәсетле районы ауыл биләмәләре һәм ауылдары'
80 242 801 000Абдулла ауыл Советы
80 242 801 001Абдулла
80 242 801 002Жвакин
80 242 801 003Ключевой
80 242 805 000Әләгәҙ ауыл Советы
80 242 805 001Әләгәҙ
80 242 805 002Әй
80 242 805 003Борғатъя
80 242 805 004Буртаковка
80 242 805 005Оло Ҡыҙылбай
80 242 805 006Кесе Ҡыҙылбай
80 242 805 007Мәләкәҫ
80 242 805 008Октябрьск
80 242 805 009Сосновка
80 242 810 000Оло Аҡа ауыл Советы
80 242 810 001Оло Аҡа
80 242 810 003Степной
80 242 810 004Урта Аҡа
80 242 815 000Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы
80 242 815 001Оло Ыҡтамаҡ
80 242 815 002Салйоғот
80 242 815 003Әжекәй
80 242 815 004Яңы Мөслим
80 242 820 000Дыуан-Мәсетле ауыл Советы
80 242 820 001Дыуан-Мәсетле
80 242 820 002Бурансы
80 242 820 003Ғүмәр
80 242 820 004Йыланыш
80 242 820 005Ҡаранай
80 242 820 006Түбәнге Туҡбай
80 242 823 000Ҡорғат ауыл Советы
80 242 823 001Ҡорғат
80 242 823 002Тимербай
80 242 823 003Юлай
80 242 825 000Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы
80 242 825 001Ләмәҙтамаҡ
80 242 825 002Ҡотош
80 242 825 003Һабанаҡ
80 242 825 004Һөләймән
80 242 830 000Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советы
80 242 830 001Кесе Ыҡтамаҡ
80 242 830 002Үрге Бобин
80 242 830 003Түбәнге Бобин
80 242 835 000Яңы Мишәр ауыл Советы
80 242 835 001Яңы Мишәр
80 242 835 002Аҙанғол
80 242 835 003Көршәле
80 242 835 007Ясин
80 242 842 000Яңы Яуыш ауыл Советы
80 242 842 001Яңы Яуыш
80 242 842 002Иҫке Мишәр
80 242 845 000Ростов ауыл Советы
80 242 845 001Теләш
80 242 845 002Ишәле
80 242 845 003Тәкә
80 242 850 000Йонос ауыл Советы
80 242 850 001Йонос
80 242 850 002Айып
80 242 850 003Әбдрәхим
80 242 850 004Тайыш
80 242 850 005Тимерәк


Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

ЙылХалыҡ һаны
193929 111[2][3]
195926 300[4][3]
197028 069[5][3]
ЙылХалыҡ һаны
197925 406[6][3]
198923 408[7][3]
200225 604[8][3]
ЙылХалыҡ һаны
201025 032[9]
201822 706[10]
201922 368[11]

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 25,6 мең кеше йәшәй. Күпселеген башҡорттар (58,4 %), татарҙар (23,6 %), рустар (16,6 %) тәшкил итә. Уртаса тығыҙлыҡ — 1 км² 16 кеше тура килә. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында район исемлегендә 50 ауыл бар. Төрөпкилде ауылында кеше йәшәмәй һәм 2005 йылда ауыл рәсми исемлектән алына. Ҙур ауылдар (500 кешенән күберәк) — Оло Ыҡтамаҡ (7557 кеше), Әләгәҙ (1323 кеше), Оло Аҡа (1201 кеше), Яңы Мөслим (1072 кеше), Әжекәй (750 кеше), Дыуан-Мәсетле (669 кеше), Октябрьск (580 кеше), Кесе Ыҡтамаҡ (570 кеше), Абдулла (553 кеше), Теләш (538 кеше), Яңы Яуыш (531 кеше), Ләмәҙ-Тамаҡ (522 кеше), Оло Ҡыҙылбай (508 кеше).

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу

ЙылдарБөтәһе (район)Ир-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарБөтәһе (район үҙәге)Ир-егеттәрҠатын-ҡыҙҙар
193929111--2915--
1941265921183214760261612131403
1959263001138614914369616252071
1970280691267715392445220672387
1979254061188213524576129672794
1989234081090112507634729793368
2002256041226113343755735623995
2010250321198213050783936714168

Милли состав, (кеше (бөтә халыҡ һанынан өлөшө))[12]

ЙылдарБөтәһебашҡорттартатарҙаррустарБашҡалар
19392911114392(49,44 %)7988(27,44 %)6484(22,27 %)247(0,85 %)
19592640912536(48,12 %)7654(29,38 %)5711(21,92 %)148(0,57 %)
19702801213739(49,05 %)8702(31,07 %)5296(18,91 %)275(0,98 %)
19792540612866(50,64 %)7372(29,02 %)4900(19,29 %)268(1,05 %)
19892340612042(51,45 %)6983(29,83 %)4180(17,86 %)201(0,86 %)
20022560414961(58,43 %)6052(23,64 %)4252(16,61 %)339(1,32 %)
201025032/24979[13]14926(59,8 %)5886(23,6 %)3845(15,4 %)322(1,28 %)

Күренекле шәхестәр

СССР-ҙың иң юғары наградаһы Ленин орденының кавалерҙары

  • Вәлиев Вәдит Вәли улы,(1930,Айып),СССР-ҙың иң юғары наградаһы Ленин орденының кавалеры

Советтар Союзы Геройы, Социлистик Хеҙмәт Геройы

Мәсетле районының хөрмәтле граждандары

Мәсетле районының хөрмәтле гражданы тигән рәсми исем Мәсетле районы муниципаль район Советы ҡарары менән 2005 йылдың 28 сентябрендә булдырыла. Төрлө йылдарҙа был исемгә лайыҡ булыусылар[14]:

  1. Әмиров Нәҡи Сәбиғйәр улы — 2005
  2. Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы — 2005
  3. Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы — 2005
  4. Томилов Михаил Иванович — 2005
  5. Фуфаев Анатолий Федорович — 2005
  6. Дилмөхәмәтова Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы — 2006
  7. Латыпов Ҡотдос Ҡәниф улы — 2007
  8. Мөхәмәтйәрова Зилә Сәмей ҡыҙы — 2008
  9. Сәфиулиин Ғабулхаҡ Ҡашап улы — 2009
  10. Максимов Семен Ефимович — 2010
  11. Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы — 2011
  12. Нәжипов Алмас Исмәғил улы — 2012
  13. Фомина Елизавета Владимировна — 2012
  14. Яҡупов Ирек Йыһанур улы — 2015
  15. Ҡаев Фәрит Ғалихан улы2017[15]
  16. Ватолин Павел Леонидович — 2021[16]

Дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булғандар

Төп мәҡәлә Дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәр бирелгән мәсетлеләр

Район ғалимдары

Төп мәҡәлә Мәсетле районы ғалимдары.

Академиктар

  1. Абдрахманов Рәфил Фазыл улы — геология-минералдар фәндәре докторы (1993)
  2. Байрамғолов Юлай Ейәнғәле улы — техних фәндәре докторы (1993)
  3. Вәлиев Ильяс Иштуған улы — педагогия фәндәре докторы (1999)
  4. Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы — театр режиссеры, педагог
  5. Кәлимуллин Барый Ғибәт улы — сәнғәт фәндәре докторы (1976)
  6. Мирсаев Рафаил Нурый улы — философия фәндәре кандидаты (1990)
  7. Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы — иҡтисад фәндәре кандидаты (1974)
  8. Садиҡов Фәһим Бинйәмин улы — философия фәндәре докторы (1973)
  9. Хәсәнова Зилара Муллаян ҡыҙы — биология фәндәре докторы (1992)

Мәсетле районынан бик күп ғалимдар сыҡҡан. Башҡорт теле белгесе Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәсетле районы Һөләймән ауылында тыуған.

Мәсетле районы буйынса Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары

  • Вәлшин Мөхит Ғариф улы, 1-се саҡырылыш депутаты, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Сәркәтибе (1938—1942).
  • Ғәликәйев Тимерғәлей Хөснириал улы, 2-се саҡырылыш депутаты
  • Ғилманов Суфиян Ғилман улы, 3-сө саҡырылыш депутаты, 206-сы Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Фәхретдинов Йосоп Фәхретдин улы, 3-сө саҡырылыш депутаты, 205-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Вәхитов Ғәфүр Шәкүр улы, 4-се саҡырылыш депутаты, 206-сы Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Цепилова Евдокия Александровна, 4-се саҡырылыш депутаты, 205-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Әбүбәкерова Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы, 5-се саҡырылыш депутаты, 206-сы Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотлоәхмәт улы, 5-се саҡырылыш депутаты, 205-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Худяков Петр Александрович, 6-сы саҡырылыш депутаты, 111-се Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Бородин Леонид Александрович, 6-сы саҡырылыш депутаты, 112-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Ураев Петр Васильевич, 6-сы саҡырылыш депутаты, 112-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Кетова Александра Андреевна, 7-се саҡырылыш депутаты, 202-се Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы, 7-се саҡырылыш депутаты, 203-сө Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Ташкинова Валентина Ивановна, 8-се саҡырылыш депутаты, 211-се Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы, 8-се саҡырылыш депутаты, 212-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Басырова Зөлфирә Хәбиб ҡыҙы, 9-сы саҡырылыш депутаты, 213-сө Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Фуфаев Анатолий Федорович, 9-сы саҡырылыш депутаты, 214-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Кадиков Зәки Нурихан улы, 10-сы саҡырылыш депутаты, 236-сы Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Хисамова Венера Бикмөхәмәт ҡыҙы, 10-сы саҡырылыш депутаты, 237-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Ғиниәтуллин Владислав Әхмәҙулла улы, 11-се саҡырылыш депутаты, 237-се Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Ярушин Борис Ильич, 11-се саҡырылыш депутаты, 238-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Крючков Анатолий Иванович, 12-се саҡырылыш депутаты, 238-се Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
  • Камалов Атлас Закир улы, 12-се саҡырылыш депутаты, 239-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса

Мәсетле районы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары

  • Мөхөтдинов Илдар Хәким улы, 1-се саҡырылыш депутаты, 60-сы Мәсетле һайлау округы буйынса
  • Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы, 1-се саҡырылыш депутаты, 60-сы Мәсетле һайлау округы буйынса
  • Мөхөтдинов Илдар Хәким улы, 2-се саҡырылыш депутаты, 58-сы Мәсетле һайлау округы буйынса
  • Ниғмәтуллин Юлай Мөғин улы, 2-се саҡырылыш депутаты, 58-сы Мәсетле һайлау округы буйынса
  • Сәлихов Азат Әхсән улы, 2-се саҡырылыш депутаты, 58-сы Мәсетле һайлау округы буйынса
  • Мирсаев Рафаил Нурый улы, 3-сө саҡырылыш депутаты, 106-сы Әй һайлау округы буйынса
  • Ганцев Виктор Александрович, 4-се саҡырылыш депутаты, 42-се Дыуан һайлау округы буйынса
  • Ғәтиәтуллин Рәшит Фиҙәил улы, 5-се саҡырылыш депутаты, Республика дөйөм һайлау округы буйынса, «Берҙәм Рәсәй» Бөтәрәсәй сәйәси фирҡә фракцияһы
  • Павлов Сергей Владимирович, 5-се саҡырылыш депутаты, 39-сы Төньяҡ Көнсығыш һайлыу округы буйынса

Билдәле кешеләре

Яҙыусылар, шағирҙар

  1. Алтынбаева Зөһрә Нариман ҡыҙы (3 ғинуар 1951 йыл) — башҡорт журналисы, шағир. СССР Журналистар (1986) һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар (2006) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000).
  2. Даянова Тәскирә Байрам ҡыҙы (10 ғинуар 1948 йыл) — башҡорт балалар яҙыусыһы, уҡытыусы, 2008 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты (1989), Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының Башҡортостан төбәк этабы еңеүсеһе (2014).
  3. Камалов Ринат Әлтәф улы (Ринат Камал) (28 июнь 1954 йыл) — яҙыусы. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010). Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2002).
  4. Хажиев Ризван Закирхан улы (30 сентябрь 1939 йыл27 октябрь 2013 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, журналист һәм яҙыусы. Филология фәндәре кандидаты (1987), доцент. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы (1992) һәм Башҡортостан Республикаһы (1991) Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1990—1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1999) һәм Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2004) премиялар лауреаты.
  5. Шафиҡова Гөлсирә Мазһар ҡыҙы (16 май 1955 йыл) — шағир, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһы (1997) һәм Рәсәй Федерацияһы (2006) Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2002) һәм Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2005) премиялары лауреаты.
  6. Әхтәров Әхрәр Минһаж улы (Рәшит Әхтәри) (6 ғинуар 1931 йыл26 март 1996 йыл) — педагог, журналист, шағир. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
  7. Садыҡова Лена Бинйәмин ҡыҙы (1930—14.06.2020), (Иҙелбикә) — Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы(2001). Татарстандың Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге, Ульяновск өлкәһенең Ғәбделжаббар Кандалый һәм Сәхәп Урайский исемендәге әҙәби премиялары лауреаты.
  8. Ҡәрипов Низам Ҡәрип улы (Низам Ҡәрип)-(25 июль 1905 йыл26 октябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы һәм рәйесе (1939—1941).
  9. Латыпов Ҡотдос Ҡәниф улы (14 июль 1923 йыл23 декабрь 2016 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, авиация полковнигы (1967). 1945 йылдан КПСС ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1946).
  10. Әхмәтйәнова Мәүлиҙә Сафарғәле ҡыҙы
  11. Ғилметдинова Зәлифә Нариман ҡыҙы
  12. Латыпова Хәмдиә Ғабдрахман ҡыҙы
  13. Хажиев Фират Әмерхан улы
  14. Ғәлимов Раушан Рәмил улы

Тәбиғәт

Һыу сығанаҡтары

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  1. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Руссанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
  2. БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года — Уфа: Государственное издательство, 1941. — 387 с.(недоступная ссылка)
  3. Башкирская АССР. Административно-территориальное деление на 1 июля 1952 года. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1953. — 495 с.
  4. Башкирской АССР. Административно-территориальное деление на 1 января 1961 года./Изд. 4-е . — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1961. — 428 с.
  5. Башкирской АССР. Административно-территориальное деление 1 января 1969 года./Изд. 5-е. — Уфа: Башкнигоиздат, 1969. — 432 с.
  6. Башкирской АССР. Административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года./Изд. 6-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 388 с.
  7. Башкирской АССР. Административно-территориальное деление на 1 сентября 1981 года. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1981. — 384 стр.
  8. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан на 1 января 1999 года. -Уфа: «Башбланкиздат», 1999. — 416 с, 55 картосхем.
  9. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан на 1 января 2007 года. — Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая река», 207. — 416 с.: илл.
  10. Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа, 2000. — 166 c.
  11. Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
  12. Населенные пункты Республики Башкортостан. Статистический сборник. Комитет государственной статистики Республики Башкортостан. Уфа. 2004. стр. 110—111
  13. Гатауллин Р. Ш. Села и деревни Кущинского рода. — Уфа: Башкортостанстат, 2007. — 136 с.
  14. Гафаров М. Ф. Мой край родимый Мечетлинский. — Уфа: Мир печати, 2010. — 269 с.
  15. Гафаров М. Ф. Мечетлинская земля богата историей. — Большеустьикинское, 2012. — 104 с.
  16. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. ч.1. — Большеустьикинское, 1996. — 80 с.
  17. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. ч.2. — Большеустьикинское, 1997. — 102 c.
  18. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. ч.3. — Большеустьикинское, 1997. — 65 с.
  19. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. ч.4. — Большеустьикинское, 1997. — 107 с.
  20. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. ч.5. — Большеустьикинское, 1997. — 177 с.
  21. Садретдинов А. М. Взгляд из провинции на минувшее, настоящее, будущее. — Уфа: «Диалог», 2003. — 220 с. ISBN 5-94524-017-6
  22. Хажиев Р. З. Есть такая земля — мечетлинская. 75 лет Мечетлинскому району. — Уфа: «Диалог»,2005 — 37 с.

Һылтанмалар

Мәсетле районы һәм Мәсетлеләр тураһында

Интернет селтәрендә

Киң мәғлүмәт сараларында

Шулай уҡ ҡарағыҙ

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары