Мәтәле (Дыуан районы)

Мәтәле (рус. Метели) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Мәтәле ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1080 кеше[2].Почта индексы — 452544, ОКАТО коды — 80223825001.

Село
Мәтәлә
рус. Мtntkb
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан районы

Ауыл биләмәһе

Мәтәле ауыл Советы (Дыуан районы)

Координаталар

56°00′49″ с. ш. 57°57′17″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1793

Бейеклеге

200 м

Климат тибы

уртаса континенталь

Рәсми теле

урыҫ, башҡорт

Халҡы

1080[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар, башҡорттар

Конфессиональ составы

православие динлеләр, мосолмандар

Этнохороним

мәтәлеләр

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452544

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 223 825 001

Код ОКТМО

80 623 425 101

Номер в ГКГН

0525131

Мәтәлә (Рәсәй)
Мәтәлә
Мәтәлә
Мәтәле (Дыуан районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мәтәлә

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 75 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 150 км

Мәтәле ауылы Әй йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Мәтәле йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 75 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан 150 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих

Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1793 йылдың 8 сентябрендә төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса Красноуфимск өйәҙе дәүләт крәҫтиәндәре Мәтәле ауылына нигеҙ һалған. Ауыл 1786 йылдан билдәле булған. 1795 йылдың 5 ғинуар, шулай уҡ 1797 йылдың 29 май һәм 8 сентябрь, 1801 йылдың 27 февраль, 1802 йылдың 20 февраль, 1819 йылдың 5 май, 1825 йылдың 15 апрель керҙәшлек килешеүе шарттары буйынса Мәтәле ауылына крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултырған.

Беренсеһенең йөкмәткеһе:

«1793 йылдың 8 сентябрендә беҙ Өфө наместниклығы Ҡошсо улусының Троицк һәм Өфө округы аҫаба башҡорттары ерҙәренең бер өлөшөн ата-бабаларыбыҙға (жалованный) бүләк итеп бирелгән ерҙең бер бәләкәй өлөшөн, Пермь наместниклығы Красноуфимск округаһы дәүләт крәҫтиәндәре Меширов Лука Влас улына (икенсе документта — Крылосов) һәм уның иптәштәренә, 50 һуҡаға (йәки йорт-ғаиләгә), һәр һуҡанан 50-шәр тин алып, бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм йыллыҡ оброк шарты менән, тәғәйен мөҙҙәт дауамында йәшәү һәм ер менән файҙаланыу рөхсәте бирҙек».

[4]

.

Артабан ҡуртымға бирелгән ер сиктәренең (Ҡарағайлы ҡулдан алып Ингурш, Әй йылғаһы, Мәтәле йылғаһы тамағы буйлап) ориентирҙары күрһәтелгән.

1795 йылдың 5 ғинуары килешеүе буйынса шул уҡ улус башҡорттары, йорт сотниктары Буртаҡ Абдулваһапов (Буртак инеше атамаһы, ә унан — ошо уҡ шишмә буйындағы — урыҫ ауылы Буртаковка уның исеменән) Хәбит Ибрашев (һәм башҡа вәкәләтле башҡорттар менән бергә) йөҙөндә «Красноуфимск өйәҙе дәүләт крәҫтиәне Илья Усолкин һәм иптәштәренә 50 йорт аҫаба ерҙәренең бер өлөшөн 50 йылға йылына 20 һум һалым түләү шарты менән биргән». Керҙәшлек өсөн 500 һум алғандар. Ҡуртымға бирелгән ер Һарт улусы аҫаба ерҙәре менән (Кәмешәү түбәһе, Мәләкәҫ йылғаһы, Ярослав шишмәһе һ.б.) йәнәш урынлашҡан.

1795 йылда Мәтәле ауылындағы 113 хужалыҡта 598 кеше, 1834 йылда 820 кеше йәшәгән.

1797 йылдың 29 майында төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса 40 йортта йәшәгән Красноуфимск өйәҙе Преображенск улусы крәҫтиәндәре 30 йылға бер тапҡыр бирелеүсе (600 һум һәм 160 һумлыҡ 200 бот арыш) һәм йыллыҡ оброк (йылына ихатанан 50 тин) түләү менән индерелгән.

Ауылда керҙәш крәҫтиәндәр менән бер рәттән, башҡорттарҙан ер һатып алыусы милекселәр ҙә булған. 1816 йылдың 18 июлендә Арый, Оло Аҡа (йөҙҙәрсә мишәр араһында 10-ға яҡын аҫаба башҡорт) крәҫтиәндәргә ер һатҡан[5][6].

Халыҡ ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән һәм Әй йылғаһындағы урман пристанендә эшләгән. Башлыса өс баҫыулы сәсеү әйләнеше булған, ләкин Баҡалы баҫыуында һәр кем үҙ һыҙатын үҙенсә алып барған. Йорт хужаларының барыһы ла һөрөнтө ерҙәрен тиреҫ менән ашлаған. 1898 йылға хужалыҡтарҙың 1/3 өлөшөндә елгәргестәре, байтаҡ ҡына ашлыҡ һуҡҡыстары, 3 тирмән булған.

1842 йылда 130 йортҡа 450 йылҡы малы, 425 һыйыр, 350 һарыҡ тура килгән. Күн, 2 буяу (1870 йыл), 2 май һығыу, йөн тетеү (1896 йыл) оҫтаханалары, 3 тимерлек була. Шәмбе көндәрендә баҙарҙар уҙғарылған. Кибеттәр булған.

Сығанаҡтарҙа яңылыш рәүештә сиркәү-мәхәллә мәктәбе тип атаған училище телгә алына. Ысынында иһә, бында 1873 йылдан алып 80 уҡыусыға иҫәпләнгән башланғыс земство училищеһы эшләй. Мәхәллә кешеләре аҡсаһына сиркәү төҙөлә, һәм ул 1846 йылда изгеләндерелә.

1798 йылда Мәсәғүт, Һикәяҙ, Һарт, Озеро ауылдарына нигеҙ һалына, етмәһә, барыһы ла Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙенең дәүләт крәҫтиәндәренә Тырнаҡлы улусы башҡорттары биргән бер килешеү буйынса индерелә.

«1798 йылдың 6 сентябрендә Ырымбур губернаһының Өфө һәм Троицк округтарының Тырнаҡлы улусының түбәндә ҡул ҡуйған старшиналар, ярҙамсылары һәм бөтә улустың билдәле һәм ябай кешеләре Пермь губернаһының төрлө округалары (өйәҙҙәре) һәм Ырымбур губернаһы Өфө округаһында Краснопольский (йәғни Озерский — һуңыраҡ Озеро), Һикәяҙ (Сикияз), Мәсәғүт һәм Һарт тип аталыусы яңы нигеҙләнгән дүрт ауылында йәшәүсе дәүләт крәҫтиәндәре сотник Ефтихей Трапез­ников, һайланылған вәкил Алексей Попов, ышаныслы Савин Михляев һ. б. менән, беҙ, башҡорттар, уларға, крәҫтиәндәргә, Әй йылғаһы буйлап, һөрөнтө ерҙәр, сабынлыҡтар, урмандар һәм һыу биләмәләре менән, оҙонлоғо егерме биш саҡрым, киңлеге егерме саҡрым майҙандағы ер бүлдек. Уның өсөн крәҫтиәндәрҙән, дүрт йөҙ һум, 6 сентябргә тиклем ике йөҙ һум алдыҡ. Уларға, крәҫтиәндәргә, бесән сабырға һәм барлыҡ биләмәләр менән ҡәнәғәтләнергә, ә беҙгә улар менән ыҙғыш сығармаҫҡа, крәҫтиәндәрҙе ҡыҫырыҡламаҫҡа, присутствиеларға мөрәжәғәт итмәҫкә килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ: Абдул Соҡраҡов, Ғәлин Абдуллин, Ниғмәтулла Ибраһимов, Емантай Балыҡсин, Әбделмәҙулла Сәрхәмәтов, Әбдел Әҡәт СәләмбәтовЯмантай Балыҡсин, Абдулмәжит Сәфәров, Ҡолбәйет Һолтауов, Рәхмәтулла Әҡсәнов, Яуыл һәм Хәлит Ибраевтар, Таһир Тимәшев, Сәйфулла Һараев, Абдулхәйер Йоғосланов»

[7][8]

.

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1816-се йорт8-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1834-се йорт8-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1847-се йорт8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1859-се йорт8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Һарт улусыӨфө өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Дыуан-Ҡошсо улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Дыуан улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы СССР
1935Мәтәле ауыл СоветыДыуан районыБашҡорт АССР-ы СССР
1941Мәтәле ауыл СоветыДыуан районыБашҡорт АССР-ы СССР
1990Мәтәле ауыл СоветыСалауат районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы
== Мәтәле ауылының

XIX быуатта артабанғы үҫеше

1816 йылда Мәтәле ауылында 127 йорт булған, 1859 йылда — 1390 кеше, 1865 йылда 230 йортта — 1463 кеше, 1870 йылда 280 йортта — 1463 кеше, 1895 йылда — 345 йортта 2129 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ, йөк ташыу йәки ылаусылыҡ, таҡта бысыу менән шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, тире иләү һәм 2 буяу заводы, 3 һыу тирмәне, шарап, 3 мануфактура һәм 5 бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе, пристань булған[9].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

1906 йылда Мәтәлелә ел тирмәне, 12 тимерлек теркәлгән, йәрминкәләр үткәрелгән.

1920 йылда ауылдың 534 йортонда 2995 кеше йәшәгән[10].

Әлеге ваҡытта урта мәктәп, балалар баҡсаһы, врач амбулаторияһы, өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙы стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһе (отделение), Мәҙәниәт йорто («Гармошка» урыҫ музыка ҡоралдары халыҡ ансамбле), китапхана, сиркәү бар[11].

Халыҡ һаны

Мәтәле ауылында урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август2995
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар1512
1959 йыл 15 ғинуар1265
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар1067
2002 йыл 9 октябрь1080
2010 йыл 14 октябрь108051756347,952,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Тау арты урамы (рус.  Загорская (улица)
  • Меркурьев урамы (рус.  Меркурьева (улица)
  • Ялан урам (рус.  Полевая (улица)
  • Партизан урамы (рус.  Партизанская (улица)
  • Йәшел урамы (рус.  Зелёная (улица)
  • Яңы урам (рус.  Новая (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)
  • Медицина тыҡрығы (рус.  Медицинский (переулок)
  • Ҡомло урамы (рус.  Песчаная (улица)
  • Щербаков урамы (рус.  Щербакова (улица)[12]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Абдулла тауы Мәтәле менән Абдулла ауылдары араһында урынлашҡан. Майҙаны 809 гектар, карбонат тоҡомдарынан тора. Шыршы, аҡ шыршы ылыҫ урманы һәм киң япраҡлы урман үҫә. [13]

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары