Овьедо (ҡала)

Овьедо (исп. Oviedo, астура. Uviéu, лат. Ovetus) — Испаниялағы ҡала, Астурия автономиялы берләшмәһенең административ үҙәге, уның муниципалитеты Овьедо (комарки) районы составында тора. Эре сәнәғәт һәм сауҙа ҡалаһы. VIII—IX быуаттың роман стиленә тиклемге ысын архитектура ҡурсаулығы булараҡ билдәле.

Овьедо
исп. Oviedo
Asturian: Uviéu
Флаг[d]Герб[d]
Рәсем
Рәсми атамаһыOviedo[1]
Этнохоронимovetense, uvieín, uvieína, uvieíno һәм Ovetense
Дәүләт Испания[2]
Административ үҙәкОвьедо[d]
Административ-территориаль берәмекАстурия[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+1:00[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһымэр Овьедо[d]
Хөкүмәт башлығыAlfredo Canteli[d]
Халыҡ һаны217 584 кеше (2023)[3]
Ир-егеттәр101 732[4]
Ҡатын-ҡыҙҙар117 954[4]
Административ рәүештә бүленәTrubia[d], Tudela Agüeria[d], Bendones[d], Veguín[d], Brañes[d], Caces[d], Godos[d], Llatores[d], Llimanes[d], Lillo[d], Lloriana[d], Olloniego[d], La Manxoya[d], Naranco[d], Naves[d], Pando[d], Perera[d], Pintoria[d], Priorio[d], Puerto[d], San Claudio[d], Cruces[d], San Pedru Nora[d], Santa Mariña de Piedramuelle[d], Santianes[d], Santolaya[d], Sograndio[d], Udrión[d], Uviéu[d] һәм Villaperi[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек232 ± 1 метр
Туғандаш ҡалаВальпараисо, Маранелло[d], Бохум[d][5], Буэнос-Айрес, Клермон-Ферран, Тампа[d], Джерси-Сити[d], Торревьеха[d], Ханчжоу[d], Валенсия-де-Дон-Хуан[d], Мостолес[d], Веракрус[d], Сантьяго-де-Компостела[d], Санта-Клара[d], Самора[d], Визеу[d], Синтра[d][6], Сантандер[d], Торрелавега[d], Эль-Фуджайра[d] һәм Холон[d]
МилкеКарлос Тартьере[d] һәм Дворец спорта (Овьедо)[d]
СиктәшГрадо[d], Льянера[d], Сьеро[d], Лас-Регерас[d], Лангрео[d], Мьерес[d], Рибера-де-Арриба[d] һәм Санто-Адриано[d]
АлыштырғанQ74248625?
Майҙан186,65 км²
Почта индексы33001–33013
Рәсми сайтoviedo.es
Урынлашыу картаһы
Число домохозяйств97 821
Номер тамғаһы кодыO
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Oviedo[d]
Карта
 Овьедо Викимилектә

Донъяла Овьедо исемендәге бер нисә ҡала бар, һәм улар барыһы ла Америка ҡитғаһында урынлашҡан. Мексиканың, Парагвайҙың, Доминика Республикаһының һәм Флориданың үҙ Овьедо ҡалаһы бар.

Тарих

Санта-Мария-дель-Наранко сиркәүе.

Овьедо ҡалаһына Оветум тауында изге Винсент монастырын төҙөгән монахтар 761 йылда нигеҙ һала, ул тигеҙлек уртаһында торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан һәм емеш-еләк баҡсалары менән уратып алынған.

Маврҙар Испанияны баҫып алғандан һуң Альфонсо II үҙ ғаиләһен Овьедоға күсереп алып килә, һәм Овьедо ҡалаһы Испания христиандарының баш ҡалаһына һәм ғибәҙәт ҡылыу үҙәгенә әйләнә. Овьедо Астурий короллеге һәм Реконкиста үҙәгенең баш ҡалаһы була. 1608 йылдың 21 сентябрендә Овьедола университет асыла.

XХ быуатта Овьедо хәрби үткәнен раҫлай: 1934 йылда бында, таш күмер һәм тимер рудаһы сығарған район сигендә, шахтерҙар забастовкаһә үтә, ә Франконың оҙайлы ваҡыт уңышлы ҡаршылыҡ күрһәтеүенән һуң, ҡала антифашистик хәрәкәт һәм профсоюз терәге булып һанала.

Климат

Овьедо климаты
КүрһәткестәреДек.Ғин.МартАпра.МайИюньИюльАвг.Сена.Окт.Нояб.Февр.Йыл
Һауа температураһы, °C11,712,814,414,917,620,322,422,821,718,114,612,517,0
Уртаса температура, °C8,08,810,010,613,316,118,318,717,314,010,89,012,9
Уртаса минимум, °C4,24,85,66,39,111,914,114,512,910,07,15,58,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм1291157865512925355584108130973
Сығанағы: AEMeT

Халыҡ

Овьедолағы майҙан

Әлеге ваҡытта ҡаланың муниципаль сиктәрендә — 213,7 мең кеше йәшәй (2005).

ЙылҠалаМуниципалитетЙылҠалаМуниципалитет
1787*491 61996049 200
1857156 14933 311997мәғлүмәт юҡ
1887614 181998199 549
1900103 481999200 453
1910269 532000183 524200 411
1920375 692001374 184005 201
1930463 752002463 186938 202
1940410 51548 822003191 231699 207
1950598 71106 0022004274 193495 209
1960550 91058 1272005196 156782 213
1970021 130154 117
1981315 168190 123
1991276 204

Географияһы

Овьедо Астурия үҙәгендә, Нор һәм Налон йылғалары араһында, урынлашҡан. Овьедоның төньяғында Лас- Регуэрас, Лланер, көньяғында-Мьерес һәм Рибера-де-Арриба, көнсығышында Сьеро һәм Лангрео, көнбайышында Градо һәм Санто-Адриано тора. Овьедо диңгеҙ кимәленән 80 метрҙан алып 709 метр бейеклектә ята. Монте-Наранко ҡаланы төньяҡтан, ә Сьерра-дель-Арамо көньяҡтан иҫкән көслө һыуыҡ елдәрҙән һаҡлап тора. Ҡала үҙәге бик убалы.

Иҡтисад

Иҡтисад секторы халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү, ҡала үҙәгендәге төрлө бихисап офис биналары менән бәйле. Овьедо административ үҙәк булараҡ дәүләт идаралығы сфераһындағы күп эш урындарын яҡлай. Испания өсөн мөһим булыусы етештереү секторы Овьедола киң таралмаған, әммә күрше Лланер һәм Сьеро муниципалитеттары өсөн был бик мөһим. 2009 йылда Овьедо муниципалитетының бурысы 135 000,00 евро булған.[7]

Билдәле шәхестәр

  • Фернандо Алонсо — «Формула 1» ярыштарында ике тапҡыр донъя чемпионы.
  • Хосе Томас Бовес— бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш ваҡытында венесуэла каудильоһы.
  • Вальехо-Ботас Нагер, Хуан-Антонио — испания психиатры, яҙыусы.
  • Мичу— футболсы, инглиз «Суонси» командаһы һәм Испания йыйылма командаһы уйынсыһы.

Иҫтәлекле урындар

Сан-Мигель де-Лильо һарай капеллаһы
Овьедо соборы
  • Сан-Сальвадор готика соборы, унда изге Винсент мәйете һәм Альфонсо III тарафынан бүләк ителгән ике тәре — Крус-де-лос-Анхелес (Фәрештә тәреһе) һәм Крус-де-ла-Виктория (Еңеү тәреһе) тора.
  • Сан-Тирсо сиркәүе.
  • Хакимиәт бинаһы менән Сан-Исидоро сиркәүе торған Конституция майҙаны.
  • Наранко тауындағы роман осорона тиклемге сиркәүҙәр (барлығы 14, король Рамиро I йәйге резиденцияһы, 848 йылда Санта-Мария-дель-Наранко сиркәүенә әйләндерелгән һәм Сан-Мигель де-Лильо һарай капеллаһы) һәм төньяҡ-көнсығышта (Сан-Хулиан-лос-Прадос сиркәүе), улар барыһы ла бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО объекттары.
  • Сан-Франциско үҙәк паркы.

Музейҙар

  • Сан-Висенте монастырындағы тарихи-археологик музей.
  • Сәнғәт музейы.

Туғанлашҡан ҡалалары

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО, объект № 312



урыҫ.ингл.фр.
  • Испания. «Вокруг света» нәшриәте. Тулыландырылған һәм төҙәтелгән 3-сө баҫма. 2008. ISBN 978-5-98652-118-3

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары