Оснабрюк

Германия Федератив Республикаһының Түбәнге Саксониялағы ҡалаһы

Оснабрю́к (нем. Osnabrück, нидерланд. Ossenbrügge) — Германиялағы ер әһәмиәтендәге ҡала, Түбәнге Саксония ерендә ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡала. Ҡалала Оснабрюкский университет, юғары техник мәктәп һәм католик епископлығы урынлашҡан.

Оснабрюк
нем. Osnabrück
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы780
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһыOsnabrück
Ҡыҫҡаса атамаһыOs[1]
Тау һыртыOsnabrück Uplands[d] һәм Lower Saxon Hills[d]
НигеҙләүсеБөйөк Карл
Дәүләт Германия[2]
Административ үҙәгеВерхний Эмс[d] һәм Оснабрюк (район)
Административ-территориаль берәмекТүбәнге Саксония
Сәғәт бүлкәтеҮҙәк Европа йәйге ваҡыты[d], UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанХазе[d], Дюте[d], Rubbenbruchsee[d] һәм Attersee (Osnabrück)[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡанOsnabrück Land[d] һәм TERRA.vita Nature Park[d]
Иң юғары нөктәPiesberg[d]
Хөкүмәт башлығыВольфганг Гризерт[d]
Ойошма ағзаһыClimate Alliance[d][3], Мэры за мир[d][4] һәм Niedersächsischer Städtetag[d][5]
Халыҡ һаны167 366 кеше (31 декабрь 2022)[6]
Ир-егеттәр79 475[7]
Ҡатын-ҡыҙҙар84 748[7]
Административ рәүештә бүленәInnenstadt[d], Weststadt[d], Westerberg[d], Eversburg[d], Hafen[d], Sonnenhügel[d], Haste[d], Dodesheide[d], Gartlage[d], Schinkel[d], Widukindland[d], Schinkel-Ost[d], Fledder[d], Schölerberg[d], Kalkhügel[d], Wüste[d], Sutthausen[d], Hellern[d], Atter[d], Pye[d], Darum/Gretesch/Lüstringen[d], Voxtrup[d] һәм Nahne[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек63 ± 1 метр
Туғандаш ҡалаАнже[d][8], Харлем[d][9], Вила-Реал[d][10], Тверь[11], Чанаккале[d][12], Дерби[d][13], Грайфсвальд[d][14], Хэфэй[d][15], Гмюнд[d][16], Эвансвилл[d][17] һәм Кванмён[d][18]
СиктәшОснабрюк (район) һәм Штейнфурт[d]
Туристический центрQ51019165?
Майҙан119,8 км² (2016)[19][20]
Почта индексы49074–49090
Рәсми сайтosnabrueck.de
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды0541, 05402, 05406 һәм 05407
Номер тамғаһы кодыOS
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Оснабрюке[d]
Карта
 Оснабрюк Викимилектә

Яҡындағы ҙур ҡалалар: Билефельд (көньяҡ-көнсығышҡа 43 км тирәһе), Мюнстер (көньяҡ-көнбайышҡа 44 км тирәһе), Ольденбург (төньяҡҡа  95 км), Бремен (төньяҡ-көнсығышҡа 103 км), Һанновер (көнсығышҡа 114 км), шулай уҡ нидерланд ҡалаһы Энсһеде (көнбайышҡа 78 км).

Тарихы 

Оснабрюк Бөйөк Карл тарафынан 780 йылда нигеҙ һалынған епископлыҡ эргәһендәге баҙар булараҡ барлыҡҡа килгән. Б. э. 9 йылында, 2000 йыл элек, Оснабрюк эргәһендә боронғо германдар 10-15 мең рим легионерын ҡыйратҡан (Тевтобург Урманындағы ҡаты алыш).

1348 йылда беренсе билдәле ҡала йәмғиәт-сәйәси ҡәбилә ҡоролошо тәртибе яҙылған.

1648 йылда Оснабрюкта һәм Мюнстерҙа Вестфаль килешеүе төҙөлгән.

1811 йылда был ерҙәрҙе Франция империяһы аннексиялаған, һәм Оснабрюк бер ни тиклем ваҡыт Үрге Эмс департаментының хакимиәт үҙәге булған.

Икенсе донъя һуғышы йылдарында ҡала көнбайыш союздаштар тарафынан 79 тапҡыр бомбаға тотолған. Биналарҙың 65 %, ә үҙәк өлөшөндә хатта 94 %  емерелгән.

ЙылХалыҡ
1990161 317
1995168 050
2000539 164
2005489 164
2010163 514

Инфраструктураһы һәм иҡтисады

Төп тимер юл вокзалы

Оснабрюк мөһим тимер юл үҙәге булып тора. Бында Һамбург — Бремен — Рур өлкәһе һәм Амстердам — Һанновер — Берлин һыҙаттары киҫешә. Оснабрюк аша бер нисә автобан: A1 (Путтһарден — Саарбрюкен), A30 (Бад-Эйнхаузен — Амстердам) һәм A33 (Оснабрюк — Падерборн), B68 автоюлы, шулай уҡ көнсығыш яғындағы B51 һәм B65 юлдары.

Ҡаланан 35 саҡрым алыҫлыҡта Мюнстер-Оснабрюк (IATA: FMO) халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан.

Юғары белем 

Университет (яҡынса 12000 студент) һәм институт эшләй.

Һаулыҡ һаҡлау

  • Klinikum Osnabrück GmbH (шул иҫәптән онкология һәм быуындар хирургияһы шәхси клиникаһы)
  • Paracelsus-Klinik Osnabrück
  • Marienhospital Osnabrück, Niels-Stensen-Kliniken концернының бер өлөшө.
  • Osnabrück Christliches Kinderhospital
  • Kinderhospital Osnabrück
  • Osnabrück AMEOS Klinikum

Оснабрюк регионында:

  • Klinikum Osnabrücker Land GmbH
  • Klinikum Ibbenbüren

Төрлөһө 

Оснабрюкта немец яҙыусыһы Эрих Мария Ремарк тыуған. Тап ошо ҡалала Ремарктың ҡайһы бер әҫәрҙәрендәге («Время жить и время умирать» һәм «Чёрный обелиск», шулай уҡ өлөшләтә «Ночь в Лиссабоне» романында) ваҡиғалар бара. Ремарктың әҫәрҙәрендә Оснабрюк Верден йәки Верденбрюк тип атала. 

Билдәле кешеләре 

  • Кристиан Вульф — 10-сы Германия президенты.
  • Эрих Мария Ремарк — немец яҙыусыһы.
  • Феликс Нуссбаум — йәһүд сығышлы немец рәссамы, Яңы предметлыҡ сәнғәт стиле вәкиле.
  • Һанс Герт Пёттеринг — немец сәйәси эшмәкәре.
  • Аньорка Штрехель — немец актрисаһы.
  • Фриц Вольф — билдәле немец рәссам-карикатурасыһы.

Туғанлашҡан ҡалалар

Әҙәбиәт 

  • Bettina Meckel. Osnabrück und Umland. / Пер. на русский: Leonid Bussler. Wenner, Оснабрюк, 2010, ISBN 978-3-87898-417-7

Һылтанмалар 

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары