Сахалин

Тымыҡ океандағы утрау

Сахали́н (элек Карафуто (япон. 樺太?)) — Азияның көнсығыш ярҙары эргәһендәге утрау. Сахалин өлкәһе составына инә. Рәсәйҙең ғәйәт ҙур утрауы. Ярҙарын Охот һәм Япон диңгеҙҙәре йыуа. Азия ҡитғаһынан Татар боғаҙы (иң тар өлөшөндә — Невель боғаҙында — киңлеге 7,3 км һәм ҡышын туңа); япондарҙың Хоккайдо утрауынан — Лаперуза боғаҙы менән айырыла.

Сахалин
Рәсем
Донъя ҡитғаһыАзия
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәкЮжно-Сахалинск
Административ-территориаль берәмекСахалин өлкәһе
Сәғәт бүлкәтеUTC+11:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанЯпон диңгеҙе һәм Северный Тихий океан[d]
Халыҡ һаны673 100 кеше
Диңгеҙ кимәленән бейеклек1609 метр
Оҙонлоҡ950 km
Киңлек160 km
Майҙан72 492 км²
Карта
 Сахалин Викимилектә

Атамаһы

Сахалин утрауы

«Сахалин» атамаһы Амур йылғаһының маньчжур телендәге атамаһы "Сахалян-Уллы"нан килеп сыҡҡан — тәржемәлә был һүҙ «Ҡара йылға ҡаялары» тигәнде аңлата. Картаға яҙылған был атаманы, хаталанып, Сахалинға беркетәләр, һәм карталарҙың артабанғы баҫмаларында утрау атамаһы булараҡ ҡулланыла башлай.[1][2]

Утрауҙың японса исеме — Карафуто — айн телендәге «камуй-кара-путо-я-мосир» һүҙбәйләнешенә тап килә һәм тәржемәлә «йылға тамағы аллаһы ере» тигәнде аңлата. Хәҙерге Японияла Сахарин (япон. サハリン?) исеме йышыраҡ ҡулланыла.

Тикшеренеү тарихы

1805 йылда Рәсәйҙең Иван Федорович Крузенштерн командалығындағы «Өмөт» судноһы Сахалин ярҙарының ҙур өлөшөн тикшерә, ләкин ул Сахалинды урап сыға алмай, шуға Сахалиндың утрау йәки ярымутрау булыуы тураһындағы һорауға яуап табылмай ҡала. 1808 йылда Дэндзюро Мацуда һәм Риндзо Мамия етәкселегендәге япон экспедицияһы Сахалиндың утрау булыуын иҫбатлай. Оҙаҡ ваҡыт төрлө карталарҙа Сахалин утрау йәки ярымутрау тип билдәләнә. 1849 йылда ғына Г. И. Невельский етәкселегендәге экспедиция, «Байкал» хәрби-транспорт карабында Сахалин һәм ҡитға араһынан үтеп, был мәсьәләгә һуңғы нөктәне ҡуя. Һуңынан был боғаҙ Невельский хөрмәтенә уның исеме менән атала[3].

Географияһы

Утрау меридиан буйынса көньяҡта Крильон морононан төньяҡта Елизавета моронона тиклем һуҙыла. Оҙонлоғо — 948 км, киңлеге —26 километрҙан (Поясок муйыны) 160 километрға тиклем (Лесогорский ауылы киңлегендә), майҙаны — 76,6 мең км².

Сахалин утрауының1885 йылда эшләнгән картаһы

Рельефы

Утрау рельефы уртаса бейеклектәге тауҙарҙан, убалар һәм уйһыу тигеҙлектәрҙән тора. Утрауҙың көньяҡ һәм үҙәк өлөшөнә тау рельефы хас, һәм ике тау системаһы — Көнбайыш Сахалин (бейеклеге 1327 метрға етә — Онор тауы) һәм Көнсығыш Сахалин (бейеклеге 1609 метрға етә — Лопатин тауы) Тымь-Поронайский уйһыулығы менән бүленгән. Утрауҙың төньяғы (Шмидт ярымутрауынан башҡа) һөҙәк убалы тигеҙлектән ғибәрәт.

Утрау ярҙары телгеләнмәгән тип әйтерлек; эре ҡултыҡтар — Анива менән Терпения (көньяҡҡа табан киң итеп асылған) ярашлы рәүештә утрауҙың көньяғында һәм үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Яр һыҙатында ике эре ҡултыҡ һәм дүрт ярымутрау бар.

Сахалин рельефы түбәндәге 11 районға бүленә:

  1. Шмидт ярымутрауы (1,4 тыс. км² тирәһе) — утрауҙың төньяҡ сигендә таулы Көнбайыш һәм Көнсығыш һырттары булған ярымутрау бар; иң юғары нөктәһе — Өс Ағайлы-Ҡустылы тауы (623 м); Охинский муйыны уны Төньяҡ Сахалин тигеҙлеге менән тоташтыра, иң тар урынында муйындың киңлеге 6 километрҙан саҡ ҡына артығыраҡ;
  2. Төньяҡ Сахалин тигеҙлеге (28 мең. км² самаһы) — һөҙәк убалы территория Шмидт ярымутрауынан көньяҡҡа табан йылға улаҡтары менән телгеләнгән, ҙур булмаған тау һыттары бар, төньяҡта Байкал ҡултығынан көньяҡта Ныш и Тымь йылғалары ҡушылған урынға тиклем һуҙыла, юғары нөктәһе — Даахуриа тауы (601 м); утрауҙың төньяҡ-көнсығыш яр буйы айрым төбәк булып бүленә, унда эре диңгеҙ ҡултыҡтары (Пильтун, Чайво, Ный, Набиль, Лунь) бар, Охот диңгеҙенең ошо шельфында Сахалиндың төп нефть һәм газ ятҡылыҡтары урынлашҡан.
  3. Көнбайыш Сахалин тауҙары төньяҡтан Хоэ сопкаһы киңлегенән (51° 19' с. ш.) 630 километрға утрауҙың көньяҡ сигендәге Крильон ярымутрауына тиклем һуҙыла; тауҙарҙың уртаса киңлеге — 40—50 км, иң киң урыны (Ламанон мороно киңлегендә) — 70 км тирәһе; үҙәк өлөшөндә Камышовый (Поясок муйынынан төньяҡтараҡ) һәм Көньяҡ Камышовый һырттары;
  4. Тымь-Поронайский уйһыулығы утрауҙың уртаһында урынлашҡан һәм меридиаль йүнәлештә 250 километрға һуҙыла — көньяҡтан Терпения ҡултығына төньяҡтан Тымь һәм Ныш йылғалары ҡушылған урынға тиклем;
  5. Сусунай уйһыулығы утрауҙың көньяғында урынлашҡан һәм көньяҡтан Анива ҡултығынан төньяҡтағы Найба йылғаһына тиклем 100 километрға һуҙыла; Көньяҡ Сахалинск, Анива, Долинск ҡалалары Суснай уйһыулығында ултыра һәм был ҡалаларҙы утрау халҡының яртыһы тип әйтерлек йәшәй;
    Лопатин тауы, Пиленгский һыртынан төшөрөлгән
  6. Көнсығыш Сахалин тауҙары төньяҡта Лопатин тауҙарынан башлана (Лопатин тауҙарының иң юғары нөктәһе — Лопатин тауы, 1609 м);
  7. Терпения ярымутрауы уйһыулығы — иң бәләкәй район, Терпения ярымутрауының бик ҙур өлөшөн биләй;
  8. Сусунай һырты төньяҡтан көньяҡҡа табан 70 километрға һуҙылған һәм киңлеге 18—120 км; юғары нөктәләре— Пушкин тауы (1047 м) һәм Чехов сусағы (1045 м); тау итәгендә Көнсығыш Сахалинск ҡалаһы ята;
  9. Корсаков яйлаһы көнбайыштан Сусунай уйһыулығы, төньяҡтан — Сусунай һырты, көнсығыштан — Муравьёв уйһыулығы, көньяҡтан — Анива ҡултығы менән сикләнә; Анива ҡултығында Корсаков ҡалаһы урынлашҡан;
  10. Муравьёв уйһыулығы (на илл.) Анива ҡултығы һәм Мордвинов араһында урынлашҡан; уйһыулыҡта күлдәр күп;
  11. Тонино-Анива һырты Свободный морононан Анива моронона тиклем 90 километрға тип әйтерлек һуҙыла, юғары нөктәһе — Крузенштерн тауы (670 м);
Файл:Охотское море.jpg
Йылы күлдәр районындағы маяҡ янында бейек ярҙан Охот диңгеҙе күренеше

Климаты

Углегорский районында Ламанон мороно

Сахалин климаты — уртаса муссон климатына тап килә (ғинуарҙа уртаса температура — көньяҡта — 6° С-ҡа тиклем, төньяҡта — 24° С , августа — ярашлы рәүештә +19° С һәм +10°С), ҡарлы һыуыҡ ҡыш һәм уртаса йылы йәй.

Климатҡа түбәндәге факторҙар йоғонто яһай:

  1. Утрауҙың Урта киңлектең 46° һәм 54°-тары араһында ятыуы төньяғында ҡояш радиацияһының 410 кДж/йылдан көньяҡта 450 кДж/йылға тиклем килеүе уның географик урынын билдәләй.
  2. Ҡышын һауа торошо күбеһенсә Себер антициклоны һөҙөмтәһендә үҙгәрә: был ваҡытта төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш елдәре иҫә, айырыуса утрауҙың уртаса континенталь микроклимат булған үҙәк өлөшөндә ҡаты һыуыҡтар тороуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта көньяҡтан көслө һәм йыш була торған бурандары менән ҡышҡы циклон килә ала. Мәҫәлән, 1970 йылдың ҡышында өлкәне уғата мул ҡарлы циклондар ҡаплай, өҫтәүенә күп һанда ҡар шыуышмалары юлдарҙы быуа. Үтә көслө елдең тиҙлеге ваҡыты менән до 50 м/секундҡа етә, ҡар 3-2 тапҡырға күберәк яуа, урыны менән был күрһәткес 6—8 метрға етә. Бурандар бөтә төр транспорттың, диңгеҙ порттарының, сәнәғәт предприятиеларының эшен туҡтата.
  3. Утрау Евразия ҡитғаһы һәм Тымыҡ океан араһында ята, шуға ла уның климатына муссон характеры хас. Һөҙөмтәлә Сахалинда йәй дымлы, йылы һәм ямғырлы. Йәй июндә башлана һәм сентябрҙә тамамлана.
    Охотское море
  4. Таулы рельеф елдең йүнәлешенә һәм тиҙлегенә йоғонто яһай.
  5. Йәйгеһен Япон диңгеҙенән килгән йылы Цусим ағымы һәм Охот диңгеҙенең һыуыҡ Көнсығыш Сахалин ағымы утрауҙың көнбайыш һәм көнсығыш яр буйҙарында һауа торошоноң контрас хәлендә булыуына килтерә.
  6. Һыуыҡ Охот диңгеҙе утрау климатына гигант термокөйләгес кеүек тәьҫир итә: яҙ һыуыҡ һәм оҙон, ә көҙ үтә йылы була: ҡайһы бер йылдарҙа Көньяҡ Сахалинскиҙа май айы урталарына тиклем ҡар ята (1961 йылда 1 июндә көслө ҡар яуа), ә бына көҙөн ҡала урамдарындағы сәскә түтәлдәре ноябрь урталарына тиклем тиклем шау сәскәлә ултыра.

Эске һыуҙары

Сахалиндың эре йылғалары:

ЙылғаАдминистратив район)Ҡайҙа ҡояОҙонлоғо, кмМайҙаны, км²Уртаса йыллыҡ һыу тотоноу, м³/с
ПоронайТымовский, Смирныховский, ПоронайскийОхот диңгеҙенең Терпения ҡултығы3507990120[4]
ТымьТымовский, НогликскийОхот диңгеҙенең Ныйский ҡултығы330785089[5]
НайбаДолинскийОхот диңгеҙе1191660
ЛютогаХолмский, АнивскийОхот диңгеҙенең Анива ҡултығы1301530
ВалНогликскийЧайво ҡултығы Охот диңгеҙенең1121440
АйнскаяТомаринскийАйна күле791330
НышНогликскийТымь йылғаһы (һул ҡушылдыҡ)1161260
Углегорка (Эсутору)УглегорскийЯпон диңгеҙенең (Татар боғаҙы)1021250
Лангери (Лангры)ОхинскийОхот диңгеҙенең Амур лиманы1301190
БольшаяОхинскийОхот диңгеҙенең Сахалин ҡултығы971160
Рукутама (Витница)Поронайскийоз. Невское1201100
ОленьяПоронайскийОхот диңгеҙенең Терпения ҡултығы851080
Лесогорка (Таймыр)УглегорскийЯпон диңгеҙенең (Татар боғаҙы)721020
НабильНогликскийОхот диңгеҙенең Набильский ҡултығы1011010
Кесе ТымьТымовскийТымь йылғаһы (һул ҡушылдыҡ)66917
ЛеонидовкаПоронайскийПоронай йылғаһы (уң ҡушылдыҡ)95850
СусуяЮжно-Сахалинск, АнивскийОхот диңгеҙенең Анива ҡултығы83823

Сахалинда 16 120 күл бар, уларҙың дөйөм майҙаны 1000 км² тирәһе. Күберәген төньяҡта һәм көньяҡ- көнсығышта урынлашҡандар. Сахалинда ике ҙур күл бар: Невский күле, майҙаны 178 км² (Поронай районы, Поронай йылғаһы тамағына яҡын урынлашҡан) һәм Тунайча (174 км²) (Корсаков районы, Муравьёв уйһыулығының төньяғында); ике күл дә лагуна тибына ҡарай[6].

Тәбиғи ресурстары

Сахалиндың тәбиғи ресурстар потенциалы бик юғары. Сахалин биологик ресурстар запасы буйынса Рәсәйҙә беренсе урындарҙың береһен биләй, бынан тыш углеводородтар һәм күмер запастары ғәйәт ҙур. Сахалин өлкәһе тикшерелгән газ конденсаты запастары күләме буйынса Рәсәйҙә 4-се, газ — 7, күмер — 12-е (н илл.) һәм нефть — 13-сө урында тора. Шул уҡ ваҡытта файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар запасы Сахалинда һәм уның шельфтарында урынлашҡан. Башҡа тәбиғи ресурстар араһында — ағас, алтын, терегөмөш, ағалтын, германий, хром, талка, цеолит бар.

Флора һәм фауна

Флора менән фауна ҡитға райондары һәм яҡындағы Хоккайдо утрауы менән сағыштырған ярлыраҡ.

Флора

Сахалиндың флористика тарихын өйрәнеүҙе 1859 йылда Федор Богданович Шмидт башлай.[7]

Фауна

Утрауҙа 44 төргә ҡараған һөтимәрҙәр тереклек итә, шуларҙың иң билдәлеләре — айыу, кеш, ҡама, америка шәшкеһе, төньяҡ боланы, росомаха, кабарга, бында айырым төрсәләргә индерелгән янутҡа оҡшаш урман эте, сивуч һәм башҡа йәнлектәр бар. Сахалин териофаунаһының яртыһы тип әйтерлек — кимереүселәр.

Сахалинда ҡоштарҙың 378 төрө теркәлгән; шуларҙың 201-е (53,1 %) утрауҙа оя ҡора. Утрауҙың көньяҡ өлөшөндә 352 төр, үҙәк өлөшөндә 320, төньяғында 282 төр ҡош булыуы теркәлгән. Оя ҡорған ҡоштарҙың 88 төрө турғай һымаҡтар класына ҡарай; бынан тыш авифаунала сәпсәү һымаҡтар класына ҡарағандарҙың өлөшө ҙур ғына (оя ҡорғандарҙы 33 төрө), ҡаҙ һымаҡтар (22 төрө), ябалаҡ һымаҡтар һәм көндөҙгө йыртҡыс ҡоштар (11-әр төрө).

Ҡыҙыл балыҡ (горбуша) Мордвинов ҡултырығына ҡойған исемһеҙ йылғаға ыуылдырыҡ сәсергә килә

Халҡы

Сахалин — Рәсәйҙкң халыҡ һаны буйынса иң ҙур утрауы. 2010 йылдың 1 ғинуарына Сахалинда һәм Курил утрауҙарында халыҡ һаны 510,9 мең кешегә еткән[8], Сахалин утрауында халыҡ һаны 493 мең кеше тәшкил итә.

Көньяҡ Сахалинск
Муниципаль берәмектәр буйынса халыҡ һаны (2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, кеше):
РайонБөтәһе

население

%% халыҡтың дөйөм һанынанҠала халҡыАуыл халҡы
Южно-Сахалинск ҡала округы200 73942,87193 6697070
Александровск-Сахалинск ҡала округы11 5232,4696971826
Анива ҡала округы18 8724,0393969476
городской округ Долинский ҡала округы24 4345,2211 75112 583
Корсаков ҡала округы40 1838,5833 0567127
Макаровский ҡала округы82571,7667531504
Невельский ҡала округы15 7513,3610 5895162
Ногликск ҡала округы11 3272,4299151412
Охинск ҡала округы23 1694,9521 0812088
Поронай ҡала округы21 9504,6917 0664884
городской округ Смирныховский ҡала округы12 0972,5872924805
Томаринский ҡала округы81721,7538584314
городской округ Тымь ҡала округы14 7023,1474247278
Холмск ҡала округы38 3718,2028 5219850
Углегор муниципаль районы18 6773,9916 1092568
Сахалин утрауы халҡы тотош алғанда:468 224100,00386 17781 947

Власть органдары

Сахалин утрауы менән Баш идаралыҡ аша Приамурский генерал-губернаторы идара итә; урындарҙа — хәрби губернатор; 1894 йылдың 30 майына тиклем һуңғы губернатор утрау начальнигы вазифаһында эшләй.

Утрау начальниктары

Ф. И. О.Титулы, чины, званиеһыВазифала эшләгән ваҡыты
Гинце Андрей Ивановичгенерал-майор
14.06.1884—21.02.1888
Кононович Владимир Иосифовичгенерал-майор
21.02.1888—05.06.1893
Мерказин Владимир Дмитриевичгенерал-майор
20.06.1893—30.05.1894

Хәрби губернаторҙар

Ф. И. О.Титулы, чины, званиеһыВазифала эшләгән ваҡыты
Мерказин Владимир Дмитриевичгенерал-майор
30.05.1894—03.05.1898
Ляпунов Михаил Николаевичгенерал-лейтенант
08.05.1898—31.01.1906

Хәрби губернатор ярҙамсыһы

Ф. И. О.Титулы, чины, званиеһыВазифала эшләгән ваҡыты
Бунге Фридрих Фридриховичнадворный советник
01.08.1902

Тарихы

Иҡтисады

Йәшәү кимәле

Аҡсалата килемдәре

Шулай уҡ ҡара

  • Список островов по площади
  • Сахалинский тоннель

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Фәнни-популяр

  • Александров С. М. Остров Сахалин. — М.: Наука, 1973. — 183 с.
  • Василевский А. А. Каменный век острова Сахалин. — Южно-Сахалинск: Сахалинское книжное издательство, 2008. — 411 с.
  • Исаченко А. Г., Шляпников А. А. Сахалин // Природа мира: Ландшафты. — М.: Мысль, 1989. — 504 с.
  • Южная часть Дальнего Востока. — М.: Наука, 1969. — 422 с.

География

  • Атлас Сахалинской области. — М.: ГУГК при СМ СССР, 1967. — 135 с.
  • Справочник по физической географии Сахалинской области / Сост. З. Н. Хоменко. — Южно-Сахалинск: Сахалинское книжное издательство, 2003. — 112 с.

Флора һәм фауна

  • Баркалов В. Ю., Таран А. А. Список видов сосудистых растений острова Сахалин // Растительный и животный мир острова Сахалин (Материалы Международного сахалинского проекта). Часть 1. — Владивосток: Дальнаука, 2004. — С. 39—66.
  • Красная книга Сахалинской области: Животные. — Южно-Сахалинск: Сахалинское книжное издательство, 2001. — 190 с.
  • Красная книга Сахалинской области: Растения. — Южно-Сахалинск: Сахалинское книжное издательство, 2001. — 348 с.
  • Нечаев В. А. Птицы острова Сахалин. — Владивосток: ДВО АН СССР, 1991. — 748 с.
  • Нечаев В. А. Обзор фауны птиц (Aves) Сахалинской области // Растительный и животный мир острова Сахалин (Материалы Международного сахалинского проекта). Часть 2.. — Владивосток: Дальнаука, 2005. — С. 246—327.
  • Определитель высших растений Сахалина и Курильских островов / Д. П. Воробьёв, В. Н. Ворошилов, Н. Н. Гурзенков, и др.. — Л.: Наука, Ленингр. отд., 1974. — 372 с.
  • Гриценко О. Ф. Проходные рыбы острова Сахалин (систематика, экология, промысел). — М., 2002.

Тарих

  • Козырева Р. В. Древний Сахалин. — Л.: Наука, 1967. — 120 с.
  • История Сахалина и Курильских островов с древнейших времён до начала XXI столетия: Учебное пособие для студентов высших учебных заведений региона по специальности «История» / М. С. Высоков, А. А. Василевский, А. И. Костанов, М. И. Ищенко. — Южно-Сахалинск: Сахалинское книжное издательство, 2008. — 712 с.
  • История Сахалинской области с древнейших времён до наших дней. — Изд. 3-е, перераб. и дополн. / М. С. Высоков, В. А. Голубев, Н. И. Колесников и др.. — Южно-Сахалинск: Сахалинское книжное издательство, 1995. — 272 с.

Нәфис әҙәбиәт

  • Чехов А. П. Остров Сахалин.
  • Пикуль В. С. Каторга.
  • Свечин Н. Мёртвый остров

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары