Скептицизм

Скептици́зм (бор. грек. σκεπτικός — өйрәнеүсе) — хаҡиҡәттең ышанслылығын шик аҫтына ҡуйыусы, шикләнеүҙе төп фекерләү принцибы тип алға сығырыусы философия йүнәлеше. Уртаса скептицизм барлыҡ гипотезалар һәм факттарға тотанаҡлылы булыуы менән сикләнә; объектив донъяны танып белеү мөмкинлеген инҡар итеүсе идеалистик йүнәлеш [1]; объектив ысынбарлыҡты танып белеү мөмкинлеген инҡар иткән идеалистик йүнәлеш, һәр нәмәне шик аҫтына алыусанлыҡ, һәр нәмәгә шикләнеп ҡараусанлыҡ [2].

Секст Эмпирик үҙ хеҙмәтендә скептицизм шикләнеүҙе принцип итеп ҡарамай, шикләнеү догмасыларға ҡаршы бәхәс ҡоралы итеп файҙаланыла; скептицизм принцибы — күренеш.

Скептицизм ғәҙәти, методологик, фәнни, дини һәм философик скептицизмдарға бүленә. Шикле шарттарҙан тыйылып тороу тип аңлатыла ғәҙәти скептицизм. Философия скептицизмы — белемдең дөрөҫлөгөн шик аҫтына ҡуйыусы философия йүнәлеше.[3]

Фәнни скептицизм — эмпирик яҡтан иҫбатланмаған тәғлимәткә (тәжрибә үткәреү юлы менән алынған, практикала тикшешерелгән тәғлимәт) эҙмә-эҙлекле ҡаршы тороу.

Антик скептицизм

Антик скетицизм башында Ксенофан[4] торған. Метафизик догматизмға (тәнҡит күҙлегенән ҡарамайынса, ҡанундарға һуҡыр рәүештә ышанып, уларға таянып фекер йөрөтөү ысулына) реакция булараҡ барлыҡҡа килгән антик скептицизм Пирронда, һуңынан урта академияла (Аркесилай), һуңғы скептицизмда (Энесидем, Агриппа, Секст Эмпирик) сағылыш таба. Энесидем скептицизмдың ун принцибы булыуын күрһәтә: тәүге алтаһы — тере йән эйәләренең, кешеләрҙең, һиҙеү органдарының айырмалы булыуы; ҡалған дүртәүһе — өйрәнелгән объекттың башҡа объекттар менән ҡатнаш булыуы; өйрәнеү иҫәбе менән бәйле булыуы; белем кимәленә, холҡона, закондарға, философик һәм дини ҡараштарға бәйле булыуы.

Урта быуаттар философияһында һәм Яңы дәүер философияһында скептицизм

Скептицизм XVIXVII быуаттарҙа антик скептиктарҙың әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу булғанға барлыҡҡа килә һәм артабан Европала агностицизм («яңы пирронизм») үҫешенә килтерә. Был осорҙа догманизмға ҡаршы булған скептицизм хөр фекерлелектең синонимына әйләнә.[3][5]

Мөһим вәкилдәре:

  • Ф. Санчес
  • М. Монтень
  • П. Бель
  • Д. Юм

Скептицизмды тәнҡитләү

Белем ышаныс талап итә тип әйтә скептиктар. Әммә ул нисек быны белә ала? Был турала «Белем ышаныс талап итә икәненә скептиктар ышанмаһа, бының шулай икәнен ҡайҙан белә» тип яҙалар Теодор Шик менән Льюис Вон. Белем ышаныс талар иткәненә шикләнергә тура килә. Үрҙә әйтелгәнде иҫәпкә алып, логика закондарны таянып скептизизмды шикләнеп ҡарарға була һәм секптицизмға ҡаршы килергә була. Әммә ысынбарлыҡ тик логика закондарынан ғына тормай[6] (унда үрҙә әйтелгәндәрҙе юҡ итә торған сиселмәгән парадокстар бар), шуға күрә тәнҡит менән һаҡ булырға кәрәк.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «скептицизм» мәҡәләһе бар
  • В. П. Лега. Секст Эмпирик: Скептицизм как образ жизни // Mathesis. Из истории античной науки и философии. М., 1991, с. 210—219
  • Юрий Семёнов «Идеологическая мода в науке и скептицизм»

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары