Шишмә (һыу)

ер аҫты һыуҙарының ҡоро ерҙә йәки һыу аҫтында (һыу аҫты сығанаҡтарынан) өҫкә бәреп сығыуы

Шишмә (сығанаҡ, инеш) — ер аҫты һыуҙарының ҡоро ерҙә йәки һыу аҫтында (һыу аҫты сығанаҡтарынан) өҫкә бәреп сығыуы.

Шишмә
Онега йылғаһында һыуҙың ер аҫтынан урғылып сыҡҡаны
Оймапинар һыуһаҡлағысындағы шишмә

Шишмәләр хасил булыу төрлө шарттарға бәйле:

  • һыулы горизонттарҙың хәҙерге рельефтың кире формалары (мәҫәлән, йылға үҙәндәре, балкалар, йырындар, күл ҡаҙандары) менән киҫелеүенә
  • урын-ерҙең геологик структураһы үҙенсәлектәренә (ярыҡтар, тектоник боҙолоу зоналары, урғылған һәм ултырма тоҡомдар ҡушылыуы)
  • һыу һеңдереүсе тоҡомдарҙың фильтрлау йәһәтенән төрлөлөгөнә һ.б.

Шишмәләрҙең баҫымлы һәм баҫымһыҙ төрҙәре була. Баҫымлылары өҫкә үрләй, баҫымһыҙҙары аҫҡа аға. Йәнә ваҡытлы (миҙгелле) һәм даими шишмәләр була.

Температураһы буйынса шишмәләр һалҡын, йылы, эҫе һәм ҡайнарға бүленә.

Совет гидрогеологы А. М. Овчинников классификацияһы буйынса, һыу сығанаҡтары һыу менән тәьмин ителеү йәһәтенән өс төркөмгә бүленә: өҫкө һыуҙар менән туйыныусы, грунт һыуҙары менән туйыныусы һәм артезиан һыуҙары менән туйыныусы.

Сығанаҡтарҙың химик һәм газ составы төрлө була; ул, нигеҙҙә, ер аҫты һыуҙарының составына һәм райондың дөйөм гидрогеологик шарттарына бәйле.

Донъялағы иң ҙур шишмәләр:

  1. Воклюз (Франция)
  2. Ҡыҙыл шишмә (Рәсәй)
  3. Ааштопф (Германия)

Әҙәбиәт

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары