Эпикур

боронғо грек фәлсәфәсеһе

Эпику́р (бор. грек. Ἐπίκουρος; б.э.т. 342/341, Самос — б.э.т. 271/270, Афина) — боронғо грек фәлсәфәһе вәкиле, Афинала эпикуреизмды нигеҙләүсе («Эпикур баҡсаһы»).

Эпикур
бор. грек. Ἐπίκουρος[1]
Рәсем
Затир-ат[2]
ГражданлыҡДревние Афины[d]
Тыуған көнөб. э. т. 342[3][4]
Тыуған урыныСамос[d], Северные Эгейские острова[d], Греция
Вафат булған көнөб. э. т. 270[3][4]
Вафат булған урыныАфина
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбеПочечнокаменная болезнь[d]
Ерләнгән урыныАфина
АтаһыНеокл Самосский[d][5][6]
ӘсәһеChaerestrate[d]
Бер туғандарыChaeredemus[d] һәм Aristobulus[d][7]
Яҙма әҫәрҙәр телеборонғо грек теле[d]
Һөнәр төрөфәлсәфәсе, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрөфәлсәфә
Биләгән вазифаһыscholarch of the Epicurean school[d][8]
УҡыусыларГермарх[d], Полиэн из Лампсака[d], Леонтей из Лампсака[d], Фемиста из Лампсака[d], Колот из Лампсака[d], Леонтион[d], Mys[d], Менекей[d], Pythocles[d], Nicanor[d], Ctesippus[d], Apelles[d], Mammarion[d], Hedeia[d], Erotion[d], Nicidion[d], Boison[d], Demetria[d], Athenaios[d] һәм Mentorides[d]
Кемдә уҡығанНавсифан[d][9][5]
Сәнғәт йүнәлешеэпикуреизм[d]
Член демаGargettos[d][5]
Йоғонто яһаусыАристипп[d], Демокрит һәм Пиррон[d]
Эраэллинизм[d]
Вики-проектПроект:Математика[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыавторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Эпикур Викимилектә

Өс йөҙләп хеҙмәтенән ҡайһы бер фрагменттар ғына һаҡланған[10].

Биографияһы

Диоген Лаэртский яҙғанынса, афиналы Эпикур Неокл менән Херестратаның улы, Самос утрауында үҫә һәм 14 (башҡа мәғлүмәт буйынса, 12) йәшенән фәлсәфә менән ҡыҙыҡһына башлай. 18 йәштә Афинаға килә. Пердикка (б.э.т. 323-321 йылдарҙа Македония регенты) Искәндәр Зөлҡәрнәй үлгәндән һуң афиналарҙы Самостан ҡыуа, һәм Эпикур атаһы янына Колофона (Кесе Азияла Иониялағы ҡала), бер аҙ ваҡыт шунда йәшәй һәм үҙе тирәләй уҡыусылар йыя[11].

32 йәшендә үҙенең философия мәктәбен булдыра, ул башта Митиленала (Лесбос утрауында) һәм Лампсакта (Дарданелл боғаҙы буйында) урынлаша, ә беҙҙең эраға тиклем 306 йылдан — Афинала. Был ҡалала Эпикур уҡыусылары менән бергә үҙе һатып алған баҡсала урынлаша, шунлыҡтан эпикурейҙарҙы «баҡса фәлсәфәселәре» тип йөрөтәләр.

Хеҙмәттәре

Эпикур хеҙмәттәренең һаны өс йөҙгә етһә лә, һаҡланғандары дуҫтарына яҙған өс хаттан, һикһән афоризмдан һәм хеҙмәттәренән алынған бер нисә өҙөктән тора[12].

Үҙенең философияһын Эпикур өс өлөшкә бүлә:

Эпикур үҙенең танып белеү теорияһын «каноника» тип атай, сөнки уларҙың нигеҙендә критерийҙар тураһындағы йәки хәҡиҡәт ҡанундары тураһындағы тәғлимәт ята. Платон һәм Аристотель менән ризалашмаған Эпикур тойоуҙы (грек. αἰσθήσεις) хәҡиҡәттең төп һәм беренсе критерийы тип һанай. Аҡылды Эпикур тойғоларға тулыһынса бойондороҡло тип һанай[10].Үҙенең тәғлимәтендә Эпикур стремился тормош өсөн ғәмәли ҡулланма бирергә тырыша (этику); быға физика (натурфилософия) хеҙмәт итә, ә физикаға — логика.Эпикур өсөн кеше идеалы булып аҡыл эйәһе (грек. σοφός) тора, ул үҙен йәмғиәттән айыра, сөнки уның аҡылһыҙлыҡ, ғәҙелһеҙлек һ.б. йәһәтенән камиллыҡтан мәңгегә айырылғанлығын аңлай.  Социумды һәр ваҡыт тышҡы фактор тип ҡарарға һәм үҙ-үҙең менән гармония һаҡлап, уға тыныс мөнәсәбәттә булырға кәрәк. Был Эпикурҙы стоиктарға һәм скептиктарға яҡынайта[13].Эпикур «күҙгә салынмай йәшә» (грек. λάθε βιώσας) тигән принципты яҡын күрә, тормошта иғтибар йәлеп итмәй йәшәү, данға, власҡа һәм байлыҡҡа ынтылмау, ә тәмле аҙыҡ, яҡын дуҫтар менән аралашыу кеүек бәләкәй ҡыуаныстарҙан тәм табыу яҡлы була.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Диоген Лаэртский. О жизни, учениях и изречениях знаменитых философов. Пер. с древнегреч. М. Л. Гаспарова. — М.: Мысль, 1986.
  • Герлак Г. Ньютон и Эпикур // Физика на рубеже XVII—XVIII вв. — М.: Наука, 1974. — С.44-74.
  • Гончарова Т. В. Эпикур. — М., 1988. (ЖЗЛ)
    • Гончарова Т. В. Эпикур. — 2-е изд. — М.: КомКнига, 2010. — 336 с. — ISBN 978-5-484-01242-8.
  • Гюйо М. Мораль Эпикура и её связь с современными учениями. Собр. соч., т. 2. — СПб., 1899.
  • Конш М. Эпикур и квантовый анализ // Разум и культура. Труды международного франко-советского коллоквиума. Лилль, 26-29 апреля 1978 года. — М., 1983. — С.42-56.
  • Никольский Б. М. Эпикур о наслаждении: проблема кинетического и статического наслаждения 2013 йыл 25 март архивланған.. // Марк Туллий Цицерон. О пределах блага и зла. Парадоксы стоиков. — М.: РГГУ, 2000. — С.421—451.
  • Танхилевич О. Эпикур и эпикуреизм. — М., 1926.
  • Тер-Аракельянц, Владимир. Критика русскими религиозными философами XIX—XX вв. принципов этики Эпикура(недоступная ссылка) // Культура и религия. — 2011. — № 1(01).
  • Тер-Аракельянц В.А. Эразм Роттердамский и Томас Мор против Эпикура //Гуманитарные и социально-экономические науки. 2016. № 2 (87). С. 41-45.
  • Шакир-Заде А. С. Эпикур. — М.: Соцэкгиз (Серия: Мыслители прошлого), 1963. — 224 с.
  • Шахнович, М. М. Христианизация эпикуреизма в эпоху Возрождения и раннего Нового времени // Христианская культура на пороге третьего тысячелетия. Материалы научной конференции. 12-14 июня 2000 г. — СПб.: Санкт-Петербургское философское общество, 2000. — С.21-28 (Symposium, 5).
  • Шахнович, М. М. Парадоксы теологии Эпикура. — СПб., 2000. — 152 с. — ISBN 5-93597-008-2.
  • Шахнович, М. М. Сад Эпикура. Философия религии Эпикура и эпикурейская традиция в истории европейской культуры. — СПб.: Изд-во СПбГУ, 2002. — 284 с. — ISBN 5-288-02654-8.
  • Шахнович, М. М. Эпикур // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
  • Bailey C. The Greek Atomists and Epicurus. — Oxford, 1928.
  • Г. Гегель «Лекции по истории философии». — Гегель. Сочинения — том X — М.., Партиздат, 1932. — С. 361—390

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары