Ялта конференцияһы

Союздаш державаларҙың Ялта (Ҡырым) конференцияһы (4-11 февраль 1945 йыл) — Гитлерға ҡаршы коалиция — СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия — илдәре лидерҙарының Икенсе Бөтә донъя һуғышы ваҡытында, һуғыштан һуңғы донъя тәртибен урынлаштырыуға бағышланған икенсе осрашыуы. Конференция Ялтанан (Ҡырым АССР-ы, РСФСР, СССР) 3 километр алыҫлыҡта ятҡан Ливадия ҡасабаһында Ливадия (Аҡ) һарайында үтә һәм Гитлерға ҡаршы коалицияның ядро эпохаһына тиклем һуңғы конференцияһы була.

Ялта конференцияһы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталғанЯлта[d]
Дәүләт СССР
Административ-территориаль берәмекЯлта[d]
УрынЛивадия һарайы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсеПотсдамская конференция[d][1]
Башланыу датаһы4 февраль 1945
Тамамланыу датаһы11 февраль 1945
ЭраИкенсе бөтә донъя һуғышы
ҠатнашыусыларАмерика Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия һәм СССР
Карта
 Ялта конференцияһы Викимилектә

Әһәмиәте

Конференцияның 50 йыллығына арналған Рәсәй почта маркаһы, 1995 йыл.

1943 йылда Тәһран конференцияһында Франклин Рузвельт, Иосиф Сталин һәм Уинстон Черчилль Өсөнсө рейхты еңеүгә өлгәшеүҙең төп проблемаларын тикшерә,1945 йылдың июль-авгусында Потсдам конференцияһында тыныс ҡоролош һәм Германияны бүлеү тураһында фекер алыша, Ялтала донъяны еңеүсе илдәр араһында бүлеү тураһында төп ҡарарҙар ҡарар ҡабул ителә[2].

Был ваҡытҡа Германияны еңеү ваҡыт мәсьәләһе генә була, һуғыш тамамланыу стадияһына инә. Япония яҙмышы ла артыҡ шик тыуҙырмай, сөнки АҠШ барлыҡ Тымыҡ океанды тиерлек контролдә тота. Союздашдар уларҙың Европа тарихы менән идара итеү буйынса уникаль мөмкинлеге булыуын аңлай, сөнки тотош Европа бары тик өс дәүләт ҡулында була.

Ҡарар

Конференцияның бөтә ҡарраҙары ике проблеманы хәл итеүгә ҡағыла.

Беренсенән, әле күптән түгел Өсөнсө рейх баҫып алған территорияларҙа яңы дәүләт сиктәре үтәкреү талап ителә. Бер үк ваҡытта союздаштарҙың йоғонто яһау даирәһе араһына рәсми булмаған, әммә барлыҡ яҡтар ҙа таныған демаркацион сик һыҙаттар — Тәһран конференцияһында уҡ башланған эште тамамлау — билдәләү кәрәк була.

Икенсенән, союздаштардөйөм дошман юҡҡа сыҡҡандан һуң Көнбайыш менән СССР-ҙың мәжбүри берләшеүе әһәмиәтен юғалтыуын, шуға күрә донъя картаһында сикләү һыҙаттарын үҙгәрмтәҫкә гарантия биргән процедуралар булдырырға кәрәклеген аңлай.

Сиктәрҙе бүлеү

Был мәсьәләлә Рузвельт, Сталин һәм Черчилль, үҙ-ара ташламаларға барып, бөтә пункттар буйынса ла тиерлек килешеүгә килә. Һөҙөмтәлә донъяның сәйәси картаһының конфигурацияһы һиҙелерлек территориаль үҙгәрештәр кисерә[3].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары