Ҡытай юане

Ҡытай валюта берәмеге

Юа́нь (Rénmínbì) (трад. ҡыт , ябайл.  , пиньинь: Yuán) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының хәҙерге осор аҡса берәмеге,  женьминьби (ябайл. ҡыт. 人民币, пиньинь: Rénmínbì, тура тәржемәһе: «халыҡ аҡсаһы», ҡыҫҡартмаһы RMB) хаҡын баһалау өсөн ҡулланыла. Донъяның төп резерв валюталарының береһе, ХВФ-тың махсус хоҡуҡлы валюталар «кәрзиненә» инә[1].  Валютаның ISO 4217 стандартындағы халыҡ-ара яҙылышы — CNY.

Юань  (баш.)

圓 / 人民幣  (ҡыт.), 圆 / 人民币  (ябайл. ҡыт.)
Yuán / Rénmínbì  (пиньинь) Yuan Renminbi  (ингл.) Yuan Ren-Min-Bi  (фр.)

Юани КНР (серия 2005 года)
ҠХР юандәре (2005 йылғы серия)
Кодтар һәм символдар
 ISO 4217  кодтарыCNY (156)
Символдар¥ • 元 • 圆 • 圓
Әйләнеү территорияһы
ЭмитентКНР ҠХР
Сығарылма һәм параллель берәмектәр
КәсерлеДзяо (110)
Фень (1100)
Әйләнештәге тәңкәләр һәм банкноталар
Тәңкәләр1, 2, 5 фень, 1 һәм 5 дзяо, 1 юань
Банкноталар1, 5, 10, 20, 50, 100 юань
Валюта тарихы
ХроникаЮань (Халыҡ банкы доллары) (CNX[a 1])

Юань (женьминьби) (CNY)

Тәңкәләр һәм банкноталар етештереү
Эмиссия үҙәгеҠытай Халыҡ банкы
www.pbc.gov.cn
2016 йылдың 23 ноябренә курсы
100 һум= 10,77 CNY
1 USD= 6,893 CNY
1 EUR= 7,308 CNY
1 GBP= 8,546 CNY
100 JPY= 6,218 CNY
Курстар ХВФ, ЕҮБ  һәм РФ ҮБ мәғлүмәттәре нигеҙендә бот тарафынан яңыртыла
Инфляция  2014 йылда
Инфляция1,8% (апрель)
Юань на Викискладе

Бер юань — 10 дзяонан  (角), үҙ сиратында улары 10-ар фэндән (分) тора. Мәҫәлән,  3,14 юань 3 юань 1 дзяо 4 фень (三元一角四分) тип әйтелә. Дзяо һәм фень һүҙҙәре 10−1 һәм 10−2 тигән унлы префикстарҙы ла белдерә. Әйләнештә  1, 2, 5 фэнь, 1 һәм 5 цзяо, 1 юань номиналлы тәңкәләр йөрөй.

Эмиссия институты — Ҡытай Халыҡ банкы (1948 йылдың 1 декабрендә ойошторолған).

1994 йылдан 2005 йылдың июленә тиклем юань 8,28:1 алмашыу курсы менән АҠШ долларынаныҡ бәйле була. 

Ҡытайҙың автономиялы райондарында (Гуанси-Джуан, Монгол, Синьдзян-Уйғыр һәм Тибет) рәсми тел булған дүрт телдәге (джуан, монгол,  уйғыр, тибет) яҙыуҙар ҡытай банкноталарының бөтәһендә лә бар [2].

Дөйөм Рәсәй валюталар классификаторында Ҡытайҙың милли валютаһы былай тип атала:

  • Ҡытай юане (26.12.1994— 01.01.2001),
  • Ренминби юане  (01.01.2001— 01.02.2007),
  • Женьминьби юане (01.02.2007— 2009),
  • юань (2009 йылдан әлегә тиклем).

Bloomberg агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, SWIFT  системаһында халыҡ-ара әйләнештә  2013 йылдың майынан 2014 йылдың майына тиклем юань өлөшө 1,47 процент (бер йыл элек — 0,84 процент) тәшкил итә. Шуның менән бергә АҠШ доллары өлөшө (шул уҡ ваҡыт киҫемендә) — 42 процент, евро — 32 процент, Рәсәй һумы — 0,35 процент[3].

Банкноталары

1980 йыл өлгөһөндәге банкноталар

1980 йыл [4] серияһы
ҺүрәтләнешеНоминалыҮлсәмдәре (мм)Төп төҫөһүрәтләнешеСығыу (модификацияланыу) датаһыӘйләнештән сығыу датаһы
Алғы яғыАртҡы яғыАлғы яғыАртҡы яғы
1 цзяо115 x 52Һары, йәшелҺулда — гаошань халҡы вәкиле; уңда  — манджур халҡы вәкилеҠХР гербы1988 йылдың 17 сентябре
2 цзяо120 x 55ЙәшелҺулда — буи халҡы вәкиле; уңда — корей этносы вәкилеҠХР гербы1979 йылдың 6 майы
5 цзяо125 x 58МиләүшәҺулда мяо халҡы ҡыҙы; уңда — джуан халҡы ҡыҙсығы ҠХР гербы1983 йылдың 2 майы
1 юань140 x 63ҠыҙылЯо (һулда) һәм дун (уңда) халыҡтары ҡатын-ҡыҙҙарыБөйөк Ҡытай диуары1981 йылдың 27 майы
2 юань145 x 63ЙәшелҺулда — и халҡы ҡыҙҙары, уңда  — уйғыр ҡыҙы  Наньшань тауы
1983 йылдың 1 апреле
5 юань150 x 70Ҡыҙыл-һарыҺулда  — хуэй этник төркөмө вәкиле, уңда  — тибет ҡатын-ҡыҙыЯнцзы 

йылғаһы

1984 йылдың 12 июле
10 юань155 x 70Көлһыу-зәңгәрҺулда —  монгол ир-аты, уңда — хань халҡы вәкилеЭверест

тауы

1978 йылдың 30 июне
50 юань160 x 77ҺарыПрофессор, крәҫтиән ҡыҙ һәм эшсеХуанхэ

йылғаһындағы Хукоу 
шарлауығы

1974 йылдың 16 майы 
100 юань165 x 77Миләүшә «Бөйөк поход» ҡатнашыусылары һулдан уңға:

Джу Де, Лю Шаоци, Джоу Эньлай, Мао Дзедун

Бөйөк поход башланған урын1974  йылдың 16 майы

 1999—2005 йыл өлгөһөндәге банкноталар

1999 йыл серияһы
ҺүрәтләнешеНоминалы (юань)Үлсәмдәре (мм)Төп төҫөҺүрәтләнешеӘйләнешкә сығарылыу йылы
Алғы яғыАртҡы яғыАлғы яғыАртҡы яғы
1130 x 63ЗәйтүнМао ЦзэдунСиху күле2004
5135 x 63МиләүшәМао ЦзэдунТайшань тауы2002
10140 x 70ЗәүгәрМао ЦзэдунЯнцзы
йылғаһындағы өс һикәлтә
2001
20145 x 70КөрәнМао ЦзэдунГуйлинь
пейзажы
2000
50150 x 70ЙәшелМао ЦзэдунПотала һарайы2001
100155 x 77ҠыҙылМао ЦзэдунПекиндағы Халыҡ съездар һарайы 1999
2005 йыл серияһы
ҺүрәтләнешеНоминалы (юань)Үлсәмдәре (мм)Төп төҫөҺүрәтләнешеӘйләнешкә сығарылыу йылы
Алғы яғыАртҡы яғыАлғы яғыАртҡы яғы
5135 x 63МиләүшәМао ЦзэдунТайшань

тауы

2005
10140 x 70ЗәңгәрМао ЦзэдунЯнцзы

йылғаһындағы өс һикәлтә

2005
20145 x 70КөрәнМао ЦзэдунГуйлинь

пейзажы

2005
50150 x 70ЙәшелМао ЦзэдунПотала һарайы
2005
100155 x 77ҠыҙылМао ЦзэдунПекиндағы Халыҡ съездар һарайы2005

Валюта курсы режимы

1974 йылға тиклем юандең сит ил валюталарына ҡарата курсы башлыса стерлинг фунты, шулай уҡ Гонконг доллары аша билдәләнә.  1974 йылдың авгусынан юанде АҠШ долларына һәм башҡа валюталарға ҡарата валюта кәрзине базаһында көн һайын котировкалау индерелә. 

1994 йылдан Ҡытай властары юань курсын 1 доллар = 8,27 юань кимәлендә бикләп ҡуя. Ләкин һуңғы ваҡытта Ҡытай юане курсты либералләштереүҙе талап иткән  ЕС илдәре, Япония һәм айырыуса АҠШ-тың көсәйә барыусы баҫымы аҫтында ҡала. Улар фекеренсә, юань курсы түбәнәйтелгән, һөҙөмтәлә Ҡытай тауарҙары өҫтәмә конкурентлы өҫтөнлөккә эйә. АҠШ-тың Ҡытай менән сауҙалағы кире сальдоһы 2004 йылда 162 млрд доллар тәшкил итә.

 2005 йылдың 21 июлендә Ҡытай юанде  долларға бәйләүҙән баш тарта  һәм милли валютаның курсын  2 процентҡа күтәрә.

Ошо мәлдән алып юань курсы уның валюта кәрзиндәренә ҡарата торошона ҡарап билдәләнә башлай: «стандарт» (SDR) кәрзингә — АҠШ доллары, евро, британ фунты, япон иенаһы; һәм «индивидуаль» кәрзингә (сауҙа партнерҙарының валюталары) — Рәсәй һумы, Австралия, Канада һәм Сингапур долларҙары, Тайвань  баты һәм Көньяҡ  Корея вонаһы. 

Ҡытай эксперттары [кого?]фекеренсә, валюталар кәрзиненә бәйләү  юань курсын донъя иҡтисади конъюнктураһына һиҙгерерәк итә, шул уҡ ваҡытта илдең финанс системаһы тотороҡлолоғона ла хәүеф тыуҙырмай. 2008 йылдың июленә юань курсы яйлап 21,6 процентҡа тиклем нығый.

Бөтә донъя банкы баһаһына ярашлы, 2003 йылда юандең һатып алыу һәләте яҡынса 1 доллар = 1,8 юань була.

2015  йылдың 30 ноябрендә ХВФ-тың Башҡарма советы юанде ХВФ-тың хисаплашыу берәмеге булған SDR резерв валюталары  кәрзиненә индерергә ҡарар итә. Шәхсән юань әлегә донъя резерв валютаһы тип һаналмай, был статусҡа еткәнсе ныҡ үҫергә кәрәк, сөнки, эксперттар берлеге фекеренсә,  валюта ил сиктәре аша барған сауҙала әүҙем файҙаланылһа һәм үҙәк банктар резервтарында өлөшө юғары булһа ғына, ул донъя валютаһына әйләнә. Тағы бер мөһим нәмә  — валютаның финанс кризисы ваҡытында файҙаланыла алыуы. Әлегә  биш валюта резерв валютаһы статусына эйә, улар SDR кәрзинендә лә бар: АҠШ доллары, евро, стерлинг фунты, иена, швейцар франкы (швейцар франкы был исемлеккә рәсми индерелмәһә лә, ХВФ тарафынан алдынғы илдәрҙең үҙәк банктары резервтары статистикаһында иҫәпкә алына). Был валюталар ирекле конвертациялана, уларҙың тотороҡлолоғон тәьмин итеү өсөн ирекле йөҙөүҙәге валюта курстары ҡулланыла. Юань «ирекле файҙаланыуҙағы валюта» (йәғни баҙар тибындағы валюта) түгел, FOREX баҙарындағы сауҙала ҡатнашмай, CLS халыҡ-ара түләү системаһы хисаплашыуҙарында ҡулланылмай, ә алмашыу курсы Ҡытайҙың Халыҡ банкы тарафынан көйләнә, шунлыҡтан юанде резерв валюталары кәрзиненә индереү мәсьәләһе бәхәсле булып ҡала килә. 

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары