Ҡыҙыл диңгеҙ

Ғәрәбстан ярымутрауы һәм Африка араһындағы тектоник уйпатта урынлашҡан Һинд океанының эске диңгеҙе

Ҡыҙыл диңгеҙ (ғәр. البحر الأحمرBahr el-Ahmar, йәһ. ים סוףYam Suf, франц. mer Rouge) — Ғәрәбстан ярымутрауы һәм Африка араһындағы тектоник уйпатта урынлашҡан Һинд океанының эске диңгеҙе. Төньяҡта Суэц каналы аша Урта диңгеҙ, ә көньяҡта Баб-әл-Мәндәб боғаҙы һәм Аден ҡултығы аша Ғәрәбстан диңгеҙе менән тоташа.

Ҡыҙыл диңгеҙ
Карта Красного моря
Карта Красного моря
Майҙаны438 000 км²
Күләме233 000 км³
Иң ҙур тәрәнлек2211 м
Уртаса тәрәнлек490 м
Яҡын һәм Урта Көнсығыш
Точка
Ҡыҙыл диңгеҙ
 Ҡыҙыл диңгеҙ Викимилектә

География

Ҡыҙыл диңгеҙ һыуҙары Мысыр, Судан, Джибути, Эритрея, Сәғүд Ғәрәбстаны, Йәмән, Израиль һәм Иордания илдәре яр буйҙарын йыуа.

Майҙаны — 450 мең км². Һыу күләме — 251 мең км³.

Төрлө баһаламалар буйынса диңгеҙҙең төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай оҙонлоғо 1932 километрҙан[1] 2350 километрға барып етә, ә киңлеге 305—360 км. Максималь тәрәнлеге 2604 метрҙан алып 3040 метрға тиклем барып етә[2]. Уртаса тәрәнлеге 437 м.

Диңгеҙҙәге мәрйен рифы

Утрауҙары: Дахлак архипелагы, Фарасан архипелагы, Суакин архипелагы, Тиран, Ханиш, Камаран.

Диңгеҙҙең төньяғында ике ҡултыҡ — Суэц һәм Акаба ҡултыҡтары урынлашҡан.

Ҡыҙыл диңгеҙенә Донъя океанының иң тоҙло диңгеҙе булып тора. Диңгеҙҙең 1 литр һыуында 41 г тоҙ бар.

Диңгеҙҙә күп төрлө мәрйендәр һәм балыҡтар, мәреналар, йәшел гөбөргәйелдәр, афалин һәм буйлы дельфиндәр, косаткалар һәм башҡа диңгеҙ флора һәм фаунаһы вәкилдәре тереклек итә.

Яр буйы ҡалалары

  • Акаба (العقبة)
  • Аркико (ሕርጊጎ)
  • Асэб (ዓሳብ)
  • Дахаб (دهب)
  • Эйлат (אילת)
  • Халаиб (حلايب)
  • Ходейда (الحديدة)
  • Хургада (الغردقة)
  • Джиддә (جدة)
  • Марса-эль-Алам (مرسى علم)
  • Массауа (ምጽዋ)
  • Нувейба (نويبع)
  • Бур-Сафага (ميناء سفاجا)
  • Порт-Судан (بورت سودان)
  • Шарм-әш-Шәйех (شرم الشيخ)
  • Сома-Бей (سوما باي)
  • Суакин (سواكن)
  • Суэц (السويس)
  • Таба (طابا)
  • Әл-Күсейр (القصير)
  • Янбу-әл-Бахр (ينبع)
  • Рәйес (الرايس)
Ҡыҙыл диңгеҙ яр буйының панорамаһы (алғы планда — Израиль, артҡы планда Иордания яр буйы)

Иҫкәрмәләр

Литература

  • Бухарин М. Д. Происхождение понятия «Красное море» // Вестник древней истории, 2009, № 3, стр. 46-63.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары