Әбү-Дәби

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһы

Әбү-Дәби[8] (ғәр. ابوظبي‎ — ғәзәл атаһы‎) — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең һәм Әбү-Дәби әмирлегенең баш ҡалаһы. Илдең сәйәси, сәнәғәт, сауҙа һәм мәҙәни үҙәге, уның БҒӘ ВВП-һына индергән өлөшө 56 % тәшкил итә(2008). Ҡалала 1 000 000 кеше йәшәй[9] (2013).

Әбү-Дәби
ғәр. ابوظبي
Флаг
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһыابوظبي
Кем хөрмәтенә аталғанатай[d][1] һәм газели[d][1]
ЭтнохоронимAbu Dhabian, Abudabiano, Aboudabien[2], Aboudabienne[2] һәм dhabensi
Рәсми телҒәрәп теле
Донъя ҡитғаһыАзия
Дәүләт Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре[3]
Административ үҙәгеБерләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Abu Dhabi[d]
Административ-территориаль берәмекAbu Dhabi[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+4:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанФарсы ҡултығы
Хөкүмәт башлығыМухаммад бен Зайд аль-Нахайян[d]
Халыҡ һаны1 483 000 кеше (2020)[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек14 метр
Туғандаш ҡалаМинск[5], Вифлеем[d], Мадрид, Хьюстон[d][6], Брисбен[d], Исламабад, Никосия, Икике, Джакарта, Роскилле[d] һәм Зонгулдак[d]
Майҙан972 км²
Рәсми сайтdmt.gov.ae/adm
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Классификация климата КёппенаАридный климат[d]
Тема иҡтисадыeconomy of Abu Dhabi[d]
МәзһәбМәлики мәҙһәб[7]
Вид с воздуха
Урындағы телефон коды00971
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Abu Dhabi[d]
Карта
 Әбү-Дәби Викимилектә

Тарихы

Әбү-Дәби 1760 йылда барлыҡҡа килгән[10][11]. Археологик тикшереүҙәр был урында б.э.т. 3 мең йыл элек кеше йәшәгәнлеген асыҡлаған.

БҒӘ-нең баш ҡалаһы нисек барлыҡҡа килгәнлеге тураһында легенда ла бар. Ғәрәптәр- Лива оазисы һунарсылары бер ғәзәлде күреп ҡалып, баҫтыра башлағандар. Ғәзәл сүл буйлап оҙаҡ ҡасып йөрөгән, шулай йөрөй торғас, һунарсыларҙы Фарсы ҡултығы ярына килтереп сығарып, һыуға ташланған да утрауға йөҙөп барып еткән. Һунарсылар уның артынан һыуға ташланалар һәм ғәзәл уларҙы эсер һыулы сығанаҡҡа килтерә. Шуның өсөн рәхмәт йөҙөнән һунарсылар ғәзәлде тере ҡалдыра, ә шунан йыраҡ түгел барлыҡҡа килгән ҡасабаны «ғәзәл атаһы», йәғни Әбү-Дәби (башҡортса ҙәби тип тә уҡырға була) тип атай башлайҙар[12].

XVIII быуатта Әбү-Дәби форттан һәм ҡәлғә эргәһенән яр буйлар теҙелгән балыҡсылар ҡыуышынан тора[12]Ҡалып:Не АИ. XX быуат уртаһына тиклем урындағы халыҡтың төп кәсебе балыҡ тотоу һәм диңгеҙҙән ынйылы ҡабырсаҡ сығарыу була. 1793 йылда ҡасабаны Әбү-Дәби әмирлегенең шәйехтәре үҙ резиденциялары өсөн файҙалана башлай[10].

Ҡала үҫеше өсөн бик мөһим ваҡыиғалар 1958 йылда була — Әбү-Дәби янында тәүге нефть ятҡылыҡтары асыла[13]. Ҡала илдең нефть сығарыу буйынса үҙәгенә әүерелә. 1960-сы йылдарҙа Әбү-Дәби бәләкәй генә балыҡсылар ҡасабаһы булһа, 30 йылдан ул урамдары киң, һанһыҙ күктерәр йорттар ҡалҡып сыҡҡан мегаполисҡа әүерелә[12]Ҡалып:Не АИ. Бигерәк тә 1968 йылда биш йыллыҡ үҫеш планы ҡабул ителеү этәргес көс булып сыға;1971 йылда Әбү-Дәби Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең ваҡытлы баш ҡалаһына әүерелә. 1996 йылда ҡала БҒӘ-нең даими баш ҡала статусы ала[11].

Географияһы

Ҡала Фарсы ҡултығының көньяҡ-көнсығыш яғы утрауында материктан сирек километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Утрауҙы материк менән өс автомобиль күпере бәйләй (2010 йыл аҙағына)[10].

Климаты

Климаты тропиктарға хас, сүллек. Әбү-Дәби донъяның иң эҫе ҡалаларының береһе. Яуым-төшөм бик әҙ (йылына 50 мм самаһы), йәйгеһен температура 50 °C -ҡа етә яҙа. Ҡышҡы осорҙа һауа температураһы бер аҙ түбәнәйә. Иң йылы ай — август, уртаса температура +35,2 °C. Дүбәй климаты менән сағыштырғанда яуым-төшөм тағы ла әҙерәк, йәй тағы ла әҫерәк, ә ҡышҡыһын — һалҡынсараҡ.

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C34,338,143,044,746,948,548,749,247,742,837,733,449,2
Уртаса максимум, °C24,025,929,234,339,140,742,042,840,336,330,926,334,3
Уртаса температура, °C18,520,022,826,931,132,934,835,232,629,024,720,627,4
Уртаса минимум, °C13,414,917,220,424,026,128,929,626,722,818,815,321,5
Абсолют минимум, °C5,05,48,411,215,019,822,223,819,914,610,57,35,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм7,021,214,56,11,30,00,11,50,00,00,35,257,2
Һыу температураһы, °C20182126283032333230272427
Сығанаҡ: [1]

Транспорт

Ҡала үҙәге

Тәрән һыулы диңгеҙ порты Зәид. Халыҡ-ара Әбү-Дәби аэропорты[10].

Төп транспорт төрө — такси. Автобустар селтәре бар, туҡталыштарға өлөшләтә кондиционер ҡуйылған.Үҙәк автовокзалдан автобустар Әбү-Дәбигә ҡараған ҡалаларға ла (Әл-'Әйн, Мәҙина Зәед), башҡа әмирлектәргә лә йөрөй. 2015 йылда метро төҙөлөп бөтә. Ҡалала заманса материалдар менән эшләнгән һәр яҡҡа өсәр рәтле юлдар. Ғәҙәттә төньяҡтан көньяҡҡа — юлдар (ингл. Roads), ә көнбайыштан көнсығышҡа урамдар урынлашҡан (ингл. Streets). Урамдар уртаһынан бүлеп һыҙат ҡалдырыла, уға ғәҙәттә пальмалар ултыртылған.

Иҡтисады

Әбү-Дәбинең иҡтисади хәле уның нефть һәм газ сығарыусы эре региондың административ, финанс һәм транспорт үҙәге булып тороуы менән билдәләнә, бында хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе ныҡ үҫешкән, иҡтисадында дәүләт секторы ҙур урын тота[10].

Әбү-Дәби ҡала ситендәге Үмм-әнн-Нәр биҫтәһендә бик ҙур нефтехимик комплекс эшләй. Нефтт экспортҡа өлөшләтә Әбү-Дәбинең Зәид порты аша сығарыла. Икенсе биҫтәһе Әл-Муссафахта цемент, торба етештереүсе һәм и суднолар эшләүсе заводтар урынлашҡан. Шулай уҡ пластмасса, мебель, медицина ҡорамалдары етештерелә[10][11].

Ҡалала — финанс учреждениелары: халыҡ-ара фонд биржаһы, тауар биржаһы, финанс фьючерстары биржаһы, клиринг палатаһы, эре банкылар (шул иҫәптән Әбү-Дәби Милли банкыһы урынлашҡан[10].

Архитектураһы һәм иҫтәлекле урындары

Ҡоролошо

Ҡаланың төп хеҙмәт тормошо — хөкүмәт учреждениелары һәм эре компаниялар офистары — Әбү-Дәбинең төньяҡ өлөшөндәге бер нисә кварталында ҡайнай, улар ҡаланың иҫ киткес матур яр буйына — 7 км оҙонлоҡтағы Корнишҡа терәлеп тора[11]. Ҡаланың был өлөшөндә заманса күп ҡатлы, күктерәр бейек йорттар тығыҙ урынлашҡан, шул арҡала Әбү-Дәбине был прозван «Яҡын Көнсығыштың Манхеттены» тип атайҙар. Ҡаланың башҡа өлөшө — бай кешеләрҙең виллалары һәм таунһаустары. Ҡалала 20 ағастар ултыртылған урындар һәм парктар, уларҙы һуғарыр өсөн һыуҙы тоҙҙан таҙартыу ҡоролмалары файҙаланыла. Заманса төҫкә ҡала уҙған быуаттың 80-се йылдарында, уның менән уҙышҡан Дүбәйҙән дә алда ингән. Әлеге ваҡытта Әбү-Дәби Дүбәйҙән ҡалышмаҫҡа тырыша, метро төҙөү [һәм Саадиәт утрауы төҙөү хыялы менән яналар, уны ҡаланың төньяҡ-көнсығышында төҙөргә йыйыналар[12]Ҡалып:Не АИ.

Иҫтәлекле урындары

Төп ҡомартҡыларҙың иң баһаланғаны — шәйех Зәйед мәсете, ул донъяла иң ҙурҙарынан, ә БҒӘ-лә иң ҙуры. Корниш яр буйында яңыртып төҙәтелгән верфь бар, унда ғәрәптәрҙең боронғо ағас кәмәләре — доу яһала. Ошонда уҡ Әл-Хусн форты, ул боронғо Әбү-Дәбинең беҙҙең көндәргә килеп еткән һирәк архитектура ҡоролмаларының береһе;бында хәҙер Документация һәм тикшеренеүҙәр үҙәге, унда әмирлектең архивы һаҡлана[12]Ҡалып:Не АИ.

Башҡа иҫтәлекле урындарынан:

  • Ferrari World— Феррариның тәүге тематик паркы, донъя йөҙөнөң бина эсендә урынлашҡан бик ҙур күңел асыу урыны .
  • Al Bahar — парлы башня-небоскрёбтар, фасадтары уникаль — «хәрәкәтләнеп тороусан».
  • Capital Gate — ауып барған башня.
  • Aldar HQ — түңәрәк небоскрёб.

Ҡала үҙәгендә заманса мәсеттәр һәм фонтандар («Далла», «Ынйылар», «Осор аҡҡоштар» һәм башҡалар)[12].

Ике йылға бер ҡалала IDEX халыҡ-ара ҡорал күргәҙмәһе үткәрелә[10]. Нефть күргәҙмәһендә туристар төбәк тарихы буйынса видео- һәм аудиоматериалдар менән таныша ала. Ҡалаға яҡын ғына мәҙәни-этнографикӘл-Муссафах ауылы бар, унда илдең тарихи йәшәү рәүеше күрһәтелгән; ял һәм байрам көндәрендә туристар ғәрәп йырҙары һәм бейеүҙәрен тамаша ҡыла ала. Ҡала ҡунаҡтарында шулай уҡ боронғо кәсептәр — туҡыу, сиратыу һәм сигеү ҙә ҡыҙыҡһыныу уята[12].

Социаль өлкә

Спорт

2009 йылдан немец архитекторы Германом Тильке проекты буйынса эшләнгән Яс Марина тип аталған яһалма утрауҙа Әбү-Дәби гран-приһына Формула-1 уҙыштары үткәрелә.

2009 йылдың 9 — 19 декабрендә Әбү-Дәбинең «Шәйех Зәйед» һәм «Мөхәммәд бин Зәйед» стадиондарында футбол буйынса клуб чемпионаты үткәрелде.

Әбү-Дәбиҙә «Аль-Джәзирә» спорт клубы, «Әл-Вахд» футбол клубы урынлашҡан.

Мәғариф

Ҡалала бер нисә эре уҡыу йорто, шул иҫәптән, Юғары технологик колледж, Шәйех Зәйед исмендәге университет бар[10].

Әҙәбиәт

  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.

Һылтанмалар


Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары