Йылға

Йылға — үҙе яһаған һыу юлы буйлап ағып ятҡан, ер аҫты һәм ер өҫтөндәге һыу бассейны иҫәбенә тулышып торған тәбиғи һыу ағымы.

Амазонка йылғаһының дельтаһы, космостан күренеше
Ағиҙел йылғаһы

Йылғаларҙы ҡоро ер гидрологияһының булеге — йылға гидрологияһы өйрәнә.

Дөйөм мәғлүмәт

Ер өҫтөнә төшкән яуым-төшөм тау тоҡомдары аша өҫкә сығып даими ағым барлыҡҡа килтереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.Һәр йылғаның — һыу башы (инеше) һәм диңгеҙгә, күлгә, йәки башҡа йылғаға ҡойған өлөшө — тамағы бар.Әгәр йылғаның ҡушылдыҡтары булһа, ағым ыңғайына табан йылға киңәйә һәм һыуы арта бара. Бары тик сүллектә аҡҡан йылғаның ғына ағым ыңғайына һыуы кибеп кәмей бара, ҡайһы осраҡта ҡомға һеңеп юҡҡа сыға.

Йылғаның икенсе йылғаға, күлгә, диңгеҙгә ҡойған урыны йылға тамағы, ә башынан алып ҡойған урынына тиклем ара йылға оҙонлоғо тип атала.

Күпселек йылғалар башҡа йылғаларҙың ҡушылдығы булып тора. Йылғаларҙың ҡайһы берҙәре күлдәргә ҡушыла.

Ҙур йылғаларҙың күпселеге диңгеҙгә йәки океан ҡултығына ҡоя.

Океандарға, диңгеҙҙәргә, күлдәргә туранан-тура ҡоя торған йә иһә ҡом һәм һаҙлыҡтарҙа һеңеп юғала торған йылғалар төп йылғалар тип атала; төп йылғаларға ҡоя торған йылғалар иһә — ҡушылдыҡтар.

Төп йылға үҙенең барлыҡ ҡушылдыҡтары менән бергә ҡуйы йылға системаһын барлыҡҡа килтерә.

Йылға системаһы үҙ һыуҙарын йыя торған ҡоро ер өҫлөгө — һыу йыйғыс, йәки йылға бассейны тип атала. Һыу йыйыу майҙаны Ер ҡабығының өҫкө ҡатламдары менән бергә әлеге йылға системаһын үҙ эсенә ала һәм икенсе йылға системаларынан һыу айырғыстар менән бүленә.

Йылғалар, ғәҙәттә, рельефтың уйпат урындарында — үҙәндәрҙә аға, үҙәндәрҙең иң тәрән өлөшө иһә йырҙа тип атала, ә ташҡын һыуҙары менән күмелә торған өлөшө — һыубаҫар туғай, йәки һыубаҫар йылға террасаһы тип атала.

Йырҙаларҙа тағы ла тәрәнерәк урындар — ятыуҙар һәм һай урындары — шаршылар сиратлаша. Йылға бик тәрән тәрән һыҙаты тальвег тип атала, уға яҡын ғына ғәҙәттә фарватер- судно йөрөй торған юл була; ағымдың иң көслө урыны рус. стрежень тип атала.

Йылға ағымының сиге яр тип атала, ағымдың урта һыҙатына бәйле рәүештә, уң һәм һул ярҙарҙы айыралар.

Һыу башы менән йылға тамағы араһындағы бейеклек айырмаһы йылға һарҡыуы тип атала; йылға һарҡыуы менән уның айырым участкаларының оҙонлоғо араһындағы сағыштырма күрһәткес йылға ауышлығы тип атала һәм проценттарҙа (йә иһә промилле (‰) күрһәтелә.

Ер өҫтөндә йылғалар тигеҙ бүленмәгән. Һәр материкта төп һыу айырғыстарҙы — төрлө океандарға төшә торған һыу ағымы сиктәрен билдәләргә мөмкин. Ерҙең төп һыу айырғыстары материктар өҫтөн ике төп йылға бассейнына бүлә: атлантик-арктик (ул йылғалар Атлантик һәм Төньяҡ Боҙло океанға төшә) һәм тымыҡ океан (Тымыҡ һәм Һинд океандарына йүнәлеш). Был бассейндарҙың тәүгеһенең ағып төшөү майҙаны икенсеһенең майҙанына ҡарағанда байтаҡҡа күберәк.

Янцзы.

Йылға селтәре ҡуйылығы һәм ағым йүнәлеше хәҙерге заман тәбиғи шарттары комплексына бәйле, ләкин йыш ҡына теге йәки был дәрәжәлә элекке геологик дәүер билдәләрен һаҡлап ҡала. Йылға селтәре экваториаль бүлкәттә иң ҡуйы, унда донъяның иң ҙур йылғалары — Амазонка, Конго аға; тропик һәм уртасабүлкәттәрҙә ул шулай уҡ юғары була, бигерәк тә таулы төбәктәрҙә (Альп тауҙары, Кавказ һәм башҡалар).

Донъяның иң ҙур йылғалары

Донъяның иң ҙур йылғалары[1]
ИсемеОҙонлоғо (км)Бассейн майҙаны (мең км²)Тамағындағы һыу сығымы (мең м³/с)Тамағындағы һыу сығымы (мең м³/с)Ташылдыҡ (млн т/йыл)
1.Амазонка69927180220,00360,00498,00
2.Нил667028702,306,40110,50
3.Янцзы5800181834,0090,20500,00
4.МиссисипиМиссури5969322919,0059,00500,00
5.Хуанхэ54647521,5022,00380,00
6.Обь (Иртыш менән)5410299012,7043,0015,00
7.Парана (Паранаиба инешенән)4380297015,0065,00129,00
8.Меконг450081012,0030,00169,60
9.Амур (Аргунь инешенән)4440185510,9040,0024,90
10.Лена4400249017,00200,0015,40
11.Конго (Луалаба менән)4320369140,0075,0064,70
12.Макензи (Пис-Ривер инешенән)4240176014,0015,00
13.Нигер4160209212,0035,0067,00
14.Енисей (Кесе Енисей инешенән)4102258019,80154,0013,20
15.Волга353013607,7052,0025,80
16.Һинд31809603,8030,00435,40
17.Юкон31809006,3088,00
18.Дунай28508176,4020,0067,50
19.Ориноко273099429,0055,0086,50
20.Ганг (Брахмапутра менән)2700205538,002177,20
21.Замбези2660133016,00100,00
22.Муррей257410720,5031,90

Классификацияһы

Дәүмәле буйынса

Рәсәйҙә йылғаларҙың дәүмәле буйынса түбәндәгесә классификациялау ҡабул ителгән:

  • Ҙур йылғалар — бассейн майҙаны 50000 км²-ҙан күберәк тигеҙлектәге йылғалар, шулай уҡ һыуйыйғыс майҙаны башлыса 30000 км² -ҙан артҡан йылғалар инә.
  • Уртаса йылғалар — бассейндары бер гидрографик зонала урынлаша, майҙандары 2000 — 50000 км².
  • Бәләкәй йылғалар — бер гидрографик зонала урынлашып, майҙаны 2000 км²-ҙан уҙмаған йылғалар. Ҙур булмаған ағыр һыуҙар шишмә тип аталыуы мөмкин, шишмә менән бәләкәй йылға араһында әллә ни айырма юҡ[2].
«Пейзаж с горной рекой»
(художник Михаил Эрасси)

Топографияһы буйынса

Аҡҡан урынының рельефына бәйле, «тау» һәм «тигеҙлек» йылғалары айырымлана. Күп йылғаларҙың йырҙалары тау араһынан да, тигеҙлектән дә үтә.

Гидробиологияһы буйынса

Һыу спорты мөмкинлектәре буйынса

Халыҡ-ара йылға ҡатмарлылығы шкалаһы буйынса йылғалар алты кимәлгә бүленә.

Ҡушылдыҡтарының конфигурацияһы буйынса

Стралера — Философов иҫәбе буйынса ҡушылдыҡтар селтәре буйынса йылғалар 12 класҡа айырыла. Яҡынса 80 % йылғалар беренсе йә икенсе класҡа ҡарай, ә Амазонка йылғаһы — ун икенсегә инә.

Йәше буйынса

Йәше буйынса йылғалар йәшкә, урта йәштәгегә һәм ҡартҡа бүленә (мәҫәлән, Нева — 4 мең йәш, Волга (үрге яғында) — 20 мең йәш), урта һәм ҡарт йәштәгеләр (Нил, Миссисипи, Хуанхэ, Амударья, Ангара — 60—70 млн йәш)[3].

Туйыныу буйынса

Туйыныу шарттары буйынса классификация ошолай[4]:

  • Тулыһынса тиерлек ҡар һыуҙарынан.
  • Күбеһенсә ҡарҙан.
  • Тулыһынса тиерлек ямғырҙан.
  • Башлыса ямғырҙан.
  • Башлыса боҙлоҡтан.
  • Ҡатнаш — ҡар өҫтөнлөк итә.
  • Ҡатнаш — ямғыр өҫтөнлөк итә.
  • Ҡатнаш — боҙлоҡ өҫтөнлөк итә.
  • Ҡатнаш — ер аҫты һыуҙары өҫтөнлөк итә.

Башҡортостан йылғалары

Башҡортостан йылғалары

Башҡортостан Республикаһының йылғалары башлыса ике йылға бассейнына — Волга (Кама) һәм Яйыҡ бассейндарына ҡарай. Тик көнсығыштағы бәләкәй йылғалар өлөшләтә — Уй үрге ҡушылдыҡтары менән, Мейәс һәм башҡалар — Обь бассейнына ҡарай[5]

Һылтанмалар


Әҙәбиәт

  • Фидман А. И. Малые реки в народном хозяйстве СССР: средняя полоса европейской части СССР. — М.: Изд-во Академии наук СССР, 1949. — 208 с.
  • Антимонов Н. А. Исследования малых рек. — Л.: Гидрометеоиздат, 1950. — 128 с.
  • Доманицкий А. П. и др. Реки и озера Советского Союза: (Справочные данные) / А. П. Доманицкий, Р. Г. Дубровина, А. И. Исаева; под ред. А. А. Соколова; Главное управление гидрометеорологической службы при Совете Министров СССР, Государственный гидрологический институт. — Л.: Гидрометеоиздат, 1971. — 104 с.

Иҫкәрмәләр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Рәсәй дәүләт һыу реестры
  • Башҡортостан йылғалары
  • Һаҙлыҡ
  • һыу
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары