Alibaba Group

Ҡытайҙың интернет-коммерция өлкәһендә эшләгән асыҡ компанияһы

Alibaba Group (阿里巴巴集团, NYSE: BABA) — Ҡытайҙың асыҡ компанияһы, интернет-коммерция өлкәһендә эшләй,  В2В Alibaba.com  веб-порталы  хужаһы. Штаб-фатиры Ханчжоуҙа урынлашҡан. Эшмәкәрлегенең төп төрҙәре — компаниялар араһында  В2В схемаһы буйынса сауҙа операциялары үткәреү һәм онлайн-ваҡлап һатыу.  2012 йылда Alibaba төркөмөнөң ике порталында һатыу күләме 1,1 трлн юангә ($170 млрд)[16] етә. Компания бөтәһенән элек   Ҡытай Халыҡ Республикаһында (ҠХР) эшләй. 2014 йылдың 19 сентябрендә акцияларын беренсел асыҡ тәҡдим итеү (IPO) мәленә Alibabaның  баҙар хаҡы $231 млрд тәшкил итә[17].

Alibaba Group
Тармаҡэлектронная коммерция[d][1]
Нигеҙләү датаһы28 июнь 1999[2][1][3]
Логотип
Рәсем
Кана әлифбаһында исемеアリババ・グループ・ホールディング
Кем хөрмәтенә аталғанАли-Баба[d]
НигеҙләүсеДжек Ма[d] һәм Джозеф Цай[d]
Генераль директорДжозеф Цай[d][4]
Дәүләт Ҡытай[1]
Ойошма ағзаһыW3C[5], CVE Numbering Authorities[d][6], FIDO Alliance[d][7] һәм Сектор стандартизации электросвязи МСЭ[d][8]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһыакционерҙар йәмғиәте
Совокупные активы1 690 218 000 000 ¥ (2021)[9]
Собственный капитал937 470 000 000 ¥ (2021)[9]
Дөйөм килем717 289 000 000 ¥ (2021)[9]
Чистая прибыль143 284 000 000 ¥ (2021)[9]
Операционная прибыль89 678 000 000 ¥ (2021)[9]
Рыночная капитализация657 500 000 000 $ (1 февраль 2022)[10]
Барлыҡҡа килеү урыныХанчжоу[d][1]
ХужаһыДжек Ма[d][1], SoftBank[d][1], Altaba[d][1] һәм Джозеф Цай[d][1]
Бойһонған ойошма (филиал)Lazada Group[d][1], AutoNavi Holdings Limited[d][1], UCWeb[d][1], AGTech Holdings Limited[d][1], South China Morning Post[d][1], Alibaba.com[d], Taobao һәм Youku[d]
МилкеAlibaba Pictures[d][1], Paytm[d][1], Singapore Post[d][1], Weibo Corporation[d][1], Ele.me[d][1], DiDi[d][1], Suning Commerce Group[d][1], Magic Leap[d][1], Huayi Brothers[d][1], Koubei[d][1], Meizu[d][1], SoftBank Robotics Group[d][11] һәм SB Cloud[d][12]
Штаб-фатирҙың урынлашыуыБиньцзян[d], Ҡытай[1]
БиржаНью-Йорк фонд биржаһы[1] һәм Гонконгская фондовая биржа[d][13]
Хеҙмәткәрҙәр251 462 кеше (31 март 2021)[9]
Рәсми сайтalibabagroup.com[14]
Ранг Alexa101[15]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр239 124
 Alibaba Group Викимилектә
Ханчжоуҙа  Alibaba'ның штаб-фатиры  

Тарихы

1999 йылда Ма Юн һәм уның 17 компаньоны тарафынан Ханчжоу ҡалаһында нигеҙләнә, ошо ҡалала Alibaba.com интернет-сайты теркәлә. Баштан уҡ  Alibaba ваҡ һәм уртаса предприятиелар өсөн сауҙа итеү майҙаны булыр тип ниәт ителә. 

2005 йылда Yahoo! компанияһы  Alibaba акцияларының 43 процентын һатып ала[18], ләкин 2012 йылдың 18 сентябрендә   Alibaba Group үҙенең Yahoo! милкендә булған акцияларының  20 процентын ҡайтанан һатып ала. 

2007 йылдың ноябрендә акциялар Гонконг фонд биржаһына урынлаштырыла, әммә 2012 йылда компания уларҙы котировкалар исемлегенән сығара (йәғни делистинг эшләй)[19].

2011 йылдың 31 мартына Алибаба сайтында теркәлгән файҙаланыусылар һаны  65 миллиондан ашып китә. Улар 240 илдән һәм төбәктән була.

Ҡытайҙың  iResearch компанияһы отчёттарына ярашлы, 2006 йылға ҡарата Alibaba  B2B сауҙа майҙансыҡтары баҙарында иң эре Ҡытай компанияһы була (теркәлгән файҙаланыусылар һаны һәм килеме буйынса баҙарҙағы өлөшө буйынса). Халыҡ-ара баҙарҙарҙа эшләй, мәҫәлән,  2012 йылда Alibaba.com,  Qiwi түләү системаһы менән уртаҡлыҡ  килешеүе төҙөп,  Рәсәй баҙарына инә[20], бер йылдан, 2013 йылда, WebMoney Transfer  системаһына тоташа[21], ә 2014 йылда Яндекс.Деньги аша уның янсыҡтарына һәм Сбербанк терминалдарына тоташа[22].

2014 йылдың сентябрендә Нью-Йорк фонд биржаһында беренсел асыҡ тәҡдим   $21,8 млрд йәлеп итә, шунан ул  $25 миллиардҡа етә, был тарихта иң эре IPO була[23].

Төркөмдөң структураһы  

Үҙенең  электрон  түләү системаһы бар (Alipay, уны Alibabaның бүлендек структураһы булған Taobao.com да  ҡуллана), предприятиеға идара итеүҙә бөтә  структуралар өсөн уртаҡ булған  программа тәьминәте һәм тауарҙарҙың һәм предприятиеларҙың төбәктәр һәм тармаҡтар буйынса сорттарға айырылған мәғлүмәттәр базаһы  менән файҙалана.

Alibaba Group бер нисә структураға идара итә[24]:

  • Alibaba.com (Alibaba China, Alibaba International) — компанияның төп активы, ойошмалар өсөн сауҙа майҙансығы 
  • Alibaba Pictures (Alibaba Pictures Group) — Ҡытай кинокомпанияһы[25]
  • AliExpress.com — тауарҙарҙы ваҡлап һәм ваҡ күмәртә менән һатыусы интернет-магазин. Тауарҙар тураһындағы мәғлүмәт  автоматик рәүештә төрлө телдәргә тәржемә ителә.  Сервистың үҙенсәлеге шунда: һатыусы һатылған тауар алыусыға тапшырылғас ҡына аҡсаны ҡулына ала.  
  • Taobao.com — ваҡлап һатыу онлайн-баҙары, интернет-магазин һәм интернет-аукцион (бөтә тәҡдим ителгән тауарҙарҙы  AliExpress аша алырға була)
  • Alipay — онлайн электрон түләүҙәр платформаһы  
  • Tmall.com
  • Juhuasuan
  • eTao
  • Alibaba Cloud Computing
  • Yahoo! China

 Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • D. Clark. (В переводе Сарычева К. М.) Alibaba. История мирового восхождения от первого лица // М.: Эксмо. — 2017. 240 стр. ISBN 978-5-699-93806-3.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары