ICANN

Домен исемдәре һәм IP-адрестар менән идара итеү корпорацияһы

«Домен исемдәре һәм IP-адрестар менән идара итеү корпорацияһы» (Internet Corporation for Assigned Names and Numbers), ҡыҫҡартмаһы ICANN (уҡылышы айкэн[5]) — 1998 йылдың 18 сентябрендә домен исемдәре, IP-адрестар һәм Интернет эшенең башҡа өлкәләре менән бәйле мәсьәләләрҙе көйләү өсөн АҠШ хөкүмәте ҡатнашлығында ойошторолған коммерцияға ҡарамаған халыҡ-ара ойошма.

ICANN
Нигеҙләү датаһы18 сентябрь 1998
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһыInternet Corporation for Assigned Names and Numbers[1]
Ҡыҫҡаса атамаһыICANN[2]
ХФА-лағы транскрицияһыˈaɪkæn
Эшмәкәрлек төрөМәғлүмәт технологиялары, доступ[d], цензура, Демократия, цифровой барьер[d], Цифровые права[d], свобода информации[d], Internet phenomena[d], Сетевой нейтралитет[d], неприкосновенность частной жизни[d], социология, ҡулланыу[d] һәм Управление интернетом[d]
НигеҙләүсеПостел, Джонатан Брюс[d]
Генераль директорGöran Marby[d]
Дәүләт Америка Ҡушма Штаттары
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһыкоммерцияға ҡарамаған ойошма
Дөйөм килем129 300 000 € (2020)
Штаб-фатирҙың урынлашыуыЛос-Анджелес, Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары
Хеҙмәткәрҙәр388 кеше (2020)[3]
Страница для сообщений об ошибкахcommunity.icann.org
Адрес12025 Waterfront Drive, Suite 300Los Angeles, CA 90094-2536, USA
Рәсми сайтicann.org
icann.org/ar
icann.org/fr
icann.org/ru
icann.org/es
icann.org/zh
Официальный блогicann.org/news/blog
Каналдың URL-ыicann.org/news.rss
URL политики конфиденциальностиicann.org/privacy/policy
Учётная запись в социальных медиаYouku[d]
Пожертвования0 €
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр101 983 һәм 17 200 ± 99[4]
ACM коды (2012)10011211
 ICANN Викимилектә

Тарихы

1998 йылға тиклем дөйөм ҡулланыуҙағы домендарҙа исемдәрҙе теркәү менән Network Solution Inc (NSI) Ҡалып:Какая? компанияһы ғына шөғөлләнә. Шунлыҡтан теркәлеү хаҡы ла юғары була — .com, .net һәм .org зоналарындағы һәр домен уның эйәһенә $50 долларға төшә. Ошо сәбәпле теркәлгән домен исемдәре һаны йылдам үҫә алмай: 1998 йылда донъяла уларҙың һаны ни бары өс миллион була.

ICANN корпорацияһы домендарҙы теркәүҙең бүлгеләнгән системаһын ҡулланыуҙы индерә, был сара аккредитацияанған теркәүселәрҙең домен исемдәре реестрына ирекле инеү принцибына нигеҙләнә. Шулай итеп, конкуренциялы домен баҙары хасил була. Бөгөн дөйөм файҙаланыуҙағы домен зоналарында 900-ҙән ашыу аккредитацияланған теркәүсе эшләй. Ә теркәлгән домендар һаны 270 миллиондан ашып киткән[6].

Лос-Анджелеста ICANN-дың штаб-фатиры

Адресациялау системаһын үҫтереп, ICANN корпорацияһы дөйөм ҡулланыуҙағы домендар исемлеген дә арттыра. 1998 йылда улар ни бары өсәү (.com, .net, .org) була. 2001 йылдан корпорация .info, .biz, .name, .coop, .museum, .aero, .pro, .travel, .jobs, .cat, .asia, .eu, .mobi, .tel домен зоналарын индерә.

ICANN ҡарарҙар ҡабул итер алдынан улар буйынса Интернет берләшмәһе, бизнес һәм төрлө илдәрҙең дәүләт власы органдары вәкилдәре менән фекер алышыу үткәрә. ICANN документтары буйынса фекер алышыу төрлө форматта үтә. Бынан тыш, корпорация халыҡ-ара конференциялар үткәреп тора.

ICANN офистары Лос-Анджелеста, Истанбулда һәм Сингапурҙа урынлашҡан, корпорацияның етәксе органдарында планетаның төрлө мөйөштәре вәкилдәре эшләй.

2011 йылда компания донъяла булған бөтә мәғлүмәттең һанын хисаплап сығарыу буйынса киң күләмле тикшеренеүҙәр үткәрә. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә донъяла 2,56 зеттабайт мәғлүмәт барылғы асыҡлана. Шул уҡ тикшеренеүҙән яһалған фараздарға ярашлы, XXI быуат аҙағына мәғлүмәт һаны 4,22 йоттабайтҡа етәсәк.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары