Linux

Unix'ҡа оҡшаш операцион системалар ғаиләһе

Linux (Ҡалып:IPAc-en [ˈlɪnəks[ˈlɪnəks]?[3][4] йәки [ˈlɪnʊks[ˈlɪnʊks]?[5][6][7]), Линукс) — Linux ядроһына нигеҙләнгән һәм  Unixҡа оҡшаш операцион системалар ғаиләһе, GNU проекты утилиталары йә программаларының теге йәки был йыйылмаһын, бәлки, башҡа  компоненттарҙы ла үҙ эсенә ала.  Linux ядроһы кеүек үк, уға нигеҙләнгән системалар ҡағиҙә булараҡ ирекле һәм асыҡ программа тәьминәте эшкәртмәләре моделенә ярашлы эшләнә һәм таратыла.  Linux системалары төрлө дистрибутивтар рәүешендә — ҡуйырға әҙер итеп һәм оҙатыу, яңыртыу йәһәтенән еңел формала — шулай уҡ  үҙ система һәм ҡулланма   компоненттары тупланмаһы менән бергә башлыса түләүһеҙ таратыла. 

Linux
Логотип
Рәсем
СпонсорThe Linux Foundation[d] һәм Фонд свободного программного обеспечения[d]
Кем хөрмәтенә аталғанядро Linux[d], Линус Торвальдс[d] һәм UNIX[d]
Нигеҙендә эшләнгәнядро Linux[d]
БулдырыусыЛинус Торвальдс[d] һәм Ричард Столлман[d]
Йоғонто яһаусыMinix[d][1] һәм UNIX[d][2]
Персонаж-талисманTux[d] һәм Гну
Ҡайҙа өйрәнеләинформатика
ПлатформаDEC Alpha[d], x86[d], x86-64[d], ARM[d], PowerPC[d], RISC-V[d] һәм MIPS[d]
Распространение произведенияцифровая дистрибуция[d][2], дискета[d][2], CD-ROM[d][2] һәм DVD-ROM[d]
Программалау телеСи[d], язык ассемблера[d] һәм Rust[d]
Ссылка на руководство пользователяkernel.org/doc/html/late…
wiki.kernel.org
Рәсми сайтkernel.org
IRC-каналirc.freenode.net/linux
Stack Exchange сайтыunix.stackexchange.com
Архив рассылки электронной почтыlkml.org
vger.kernel.org
 Linux Викимилектә

1990-сы йылдар башында барлыҡҡа килтерелгән ядроға ҡарата сиселеш рәүешендә эшләнгән Linux системалары  суперкомпьютерҙар һәм серверҙар өсөн төп система булып тора.

Ғәҙәттә GNU проектының төп программаларын, мәҫәлән,  bash, gcc, glibc, coreutils, GNOME һәм башҡаларҙы үҙ эсенә компонент итеп индергән системалар ғына Linux  системалары тип иҫәпләнә. Ошоға бәйле, бөтә ғаилә GNU/Linux  булараҡ танылыу алған.  Әммә Linux ядроһына нигеҙләнгән, ләкин  GNU программаларынан бойондороҡһоҙ булған системалар ҙа бар, мәҫәлән,  Android һәм  FirefoxOS мобиль системаларын шундайҙарға индерәләр. Linux'тың рәсми логотибы һәм талисманы итеп  Tux пингвины алынған, уны 1996 йылда Ларри Юинг эшләгән[8].  «Linux» сауҙа маркаһына ядроны барлыҡҡа килтергән һәм  эшләгән Линус Торвальдс хужа.  Шул уҡ ваҡытта Linux проекты киң мәғәнәлә ниндәй ҙә булһа ойошманыҡы йә кешенеке түгел, уны үҫтереү һәм таратыу менән меңдәрсә бойондороҡһоҙ эшкәртмәсе һәм компания шөғөлләнә,  һәм Linux'ты файҙаланыусылар төркөмө уларҙың үҙ-ара эш итешеү ҡоралы булып тора.   Linuxты үҫтереү һәм киңәйтеү маҡсатын ҡуйған коммерцияға ҡарамаған берекмәләр ҙә бар, улар араһында иң билдәлеһе һәм иң ҙуры —  2007 йылда барлыҡҡа килгән The Linux Foundation ойошмаһы. Linux-системаларҙы техник үҫтереү менән шөғөлләнгән ҙур коммерция баҙары бар, уның 70 проценттан ашыуын (2017)   Red Hat корпорацияһы биләй.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Рус телле  ресурстар
Ингиз телле ресурстар
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары