Күсәрбай Аҡсулпанов | |
Тыуған ваҡыты | 1760({{padleft:1760|4|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны | Нуғай даруғаһы, Тәлтем-Юрматы улусы, Аҡсулпан ауылы, |
Вафат урыны | Ырымбур губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Тәлтем-Юрматы улусы, Күсәрбай ауылы |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Ғәскәр төрө | кавалерия |
Хеҙмәт итеү йылдары | 1789—? |
Хәрби звание | подпоручик |
Хәрби алыш/һуғыш |
Күсәрбай Өмөтбай улы Аҡсулпанов — хәрби эшмәкәр. 1788–1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында ҡатнашыусы.
1793 йылда вариҫтары менән бергә башҡорттар араһынан тәүгеләрҙән булып нәҫелдән күсеп килгән дворянлыҡ титулына лайыҡ була. Аҡсулпановтар дворяндар нәҫеленә нигеҙ һалыусы.
Күсәрбай Өмөтбай улы Аҡсулпанов Нуғай даруғаһы Тәлтем-Юрматы улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы) Аҡсулпан (Күсәрбай) ауылында тыуған.
3-сө башҡорт полкы старшинаһы Күсәрбай Аҡсулпанов 1788–1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында ҡатнашҡан. 1790 йылда Рәсәй менән солох килешеүенә ҡул ҡуйғанда башҡорттар менән танышырға теләгән Швеция короле Густав III алдында ат өҫтөндә оҫта йөрөү һәм уҡтан атыу һәләтен күрһәткән[1][2].
1793 йылдың 14 февралендә Рәсәй императрицаһы Екатерина II тарафынан Күсәрбай Аҡсулпановҡа һәм уның вариҫтарына, башҡорттар араһынан тәүгеләрҙән булып нәҫелдән күсеп килгән дворян титулы бирелгән[3][4]. Шулай итеп Аҡсулпановтар дворяндар нәҫеленә нигеҙ һалынған.
Күсәрбай Аҡсулпанов 1789 йылдан капитан дәрәжәһендә хеҙмәт итә, артабан — ғәскәри старшина.
1798 йылдан — VIII башҡорт кантонының[5][1], 1803 йылдан VII башҡорт кантонының[6][7]) кантон башлығы.
1801 йылда 2350 дисәтинә ер һатып ала[8].
Күсәрбай Аҡсулпановтың бишенсе быуын ҡартатаһы Аҡсулпан ул тыуған ауылға нигеҙ һалған[9].
Ике ҡатыны һәм өс улы булыуы билдәле.
Тәүге ҡатыны Айытбикә Юлдашеванан (1760—?) Аралбай (1783—1835), икенсе ҡатыны Ҡотлобикә Хәләтованан (1769—?) Әхмәтшафиҡ (1779—1843) һәм Тайып (1797—1847) улдары тыуа[10].
— Оленин А. Н. Археологические труды. Т. 2. — СПб., 1882. — С.81-83.