Ингерманландтар | |
фин. inkeriläiset | |
Флаг | |
Туған тел | Фин теле һәм урыҫ теле |
---|
Ингерманландтар, йәки фин-ингерманландтар, йәки ингерманланд финдары[1][2] (фин. inkeriläiset, inkerinsuomalaiset, эст. ingerlased, швед. finskingermanländare, иҫкесә финн-инкери, ленинград финна[3][4], неол. ингро-финна[5]) — бер версия буйынса, был финдарҙың субэтник төркөмө, XVI быуаттаI тарихи Ингерманландия территорияһында барлыҡҡа килгән [6][7][3], башҡа версия буйынса — шулай уҡ Ингерманландия территорияһында барлыҡҡа килгән үҙаллы фин-уғыр этносы[1][8][3][9][⇨].
Әлеге ваҡытта ингерманландтар, нигеҙҙә, Рәсәйҙә (Санкт-Петербург, Ленинград өлкәләре, Карелия, Көнбайыш Себер, Эстония, Финляндия һәм Швецияла йәшәй[10][11]. Ингерманланд теле (фин. inkerin murre) ҡарап көнсығыш фин теленең көнсығыш диалекттарына ҡарай [2][⇨]. Дини инаныстары буйынса ингерманландтар лютеран сиркәүенә ҡарай, әммә уларҙың бер өлөшө православие дине тота[⇨].
Этник төркөм Швеция хакимиәте тарафынан 1610—1617 йылдарҙағы Рәсәй-Швеция һуғышынан һуң эвремейстарҙың, өлөшләтә савакоттарҙың Швецияға күсерелеүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Ижора ерен финлаштырыу күбеһенсә бындағы ауыр демографик юғалтыуҙар арҡаһында еңеләйә, бигерәк тә көнсығыш өлөшө, Фетнәле осорҙа (Смутное время) ҡәүем ҙур юғалтыуҙарға дусар була[12].
1675 йылдан һуң төньяҡ һәм үҙәк Ингерманландия лютеранлыҡ тотҡан һәм фин телле ҡәүем булып китә. Урындағы властың мәжбүри лютеранлаштырыу ғәмәлдәренән ҡасып, православие тотҡан ҡәүемдәрҙең (карел, ижора, вожан, рус), күп өлөшө Ингерманландиянан китергә мәжбүр була. Уларҙың урынын биләгән эвремейс һәм савакоттар үҙенсәлекле субэтник мәҙәниәт барлыҡҡа килтерә[13]. Шул уҡ ваҡытта ингерманландтар тулыһынса килмешәктәрҙән тора тип әйтеп булмай. XVII быуат аҙағында 3000 ижора ғаиләһе лютеранлыҡ ҡабул иткән була, лютеран водь ҡәүеме 12-15 мең һәм самаһы кеше тәшкил итә. Улар ингерманланд этносының өлөшөнә әүерелә[14]. Хәҙерге заманда игерманланд этностар, шулай итеп, ҡатнаш дүрт ҡәүемдән — ижора, водь, савакот һәм эвремейстарҙан тора[15].
Православие Ингерманландияның көнбайышында үҙ позицияларын һаҡлап ҡалған. 1656 йылдахалыҡтың 41 проценты — лютеран , ә 1695 йылда — яҡынса 75 %[16].
Лендар | 1623 | 1641 | 1643 | 1650 | 1656 | 1661 | 1666 | 1671 | 1675 | 1695 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ивангород | 5,2 | 24,4 | 26,7 | 31,8 | 26,3 | 38,5 | 38,7 | 29,6 | 31,4 | 46,7 |
Ямск | — | 15,1 | 15,2 | 16,0 | 17,2 | 44,9 | 41,7 | 42,9 | 50,2 | 62,4 |
Копорск | 5,0 | 17,9 | 19,2 | 29,4 | 30,3 | 34,9 | 39,9 | 45,7 | 46,8 | 60,2 |
Нотебург | 14,7 | 58,5 | 66,2 | 62,5 | 63,1 | 81,0 | 88,5 | 86,0 | 87,8 | 92,5 |
Барыһы | 7,7 | 35,0 | 39,3 | 41,6 | 41,1 | 53,2 | 55,6 | 59,9 | 61,5 | 71,7 |
Территория XVIII быуатта, Санкт-Петербург барлыҡҡа килгәндән һуң, яңынан урыҫлаша [18]. Шуға ҡарамаҫтан, XIX быуат башында ла, Санкт-Петербург тирәһендәге халыҡ тулыһынса тиерлек фин телендә генә һөйләшә[19][20].
1917 йылда Ингерманландияла яҡынса 160 000 фин йәшәгән, уларҙың яҡынса 140 000-е — лютерандар була.
Совет осоронда, 1920-се йылдар аҙағы — 1930-сы йылдар башында, «еректереү» сәйәсәте ҡулланып, Ингерманланд финдарҙың тупланып йәшәгән ерҙәрендә урындағы башланғыс милли административ берәмектәр булдырыла.
1930 йылдар башынан ингерманланд халҡы совет власы яғынан репрессия дусар ителә, һөҙөмтәлә 1940 йылдарҙың икенсе яртыһында традицион йәшәгән райондары тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡҡан .Ингерманландтарға ҡарата репрессияларҙы биш «тулҡын»ға бүлергә мөмкин. Өс «тулҡын» һуғышҡа тиклем үтә (1930—1931 йылдарҙа, 1935—1936 һәм 1937—1938 йылдарҙа), ә тағы икеһе — һәм һуғыштан һуңғы осорға: 1941—1942 һәм 1944—1947 йылдарға тура килә[21].
Ингерманландарҙың барлығы 63 меңен һуғыш ваҡытында Финляндияға күсергәндәрн[22]. 1944 йылдың сентябрендә солох шарттары тураһында һөйләшеүҙәр барышында СССР Финляндиянан үҙ граждандарын — ингерманланд һәм эстондарҙы — кире ҡайтарыуҙы талап ит . 1944 йылдың көҙөндә башланғас 55 мең кеше, совет власы вәғәҙәләренә ышанып, тыуған иленә кире ҡайтырға ризалаша[23]. Тик репатрианттарҙы тыуған яғына түгел, ә Псков, Калинин, Новгород, Ярославль өлкәләренә оҙаталар. Ингерманландарҙы совет власы органдары үҙ теләктәре менән сит илгә сыҡҡан ышанысһыҙ элементтар тип һанай[24]. Тыуған йорттарын күсерелгән кешеләр биләгән була, улар ингерманландтарҙың ҡайтыуына ҡаршылаша. Бары Сталин үлгәндән һуң ғына күпмеләрҙер тыуған яғына ҡайта ала.
Ингерманландтарҙың һуғыштан һуң тыуған быуыны мәктәптәрҙә туған телдә уҡыу мөмкинлегенә эйә булмай (ингерманланд фин диалекты), хатта ғаиләлә рус телендә аралашалар, һөҙөмтәлә, туған телен белгән кешеләр бик аҙ ҡала, ә фин телен сит ил теле булараҡ өйрәнәләр [25].
2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә 441 ингерманланд бар тип иҫәпләнә[26], әммә т.ф.д. В. И. Мусаев ингерманландтарҙың күп тоҡомдары рәсәй финдары һанына ингән (20 мең самаһы, улар илдең төрлө төбәктәренә таралған:
«При проведении переписей, финны-ингерманландцы не выделялись в качестве особой группы, но можно с уверенностью сказать, что среди финского населения бывшего СССР лица неингерманландского происхождения составляют не очень значительное меньшинство.»[27]
2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 53 кеше — фин, 1- ингерманланд тип теркәлгән[28]
Норматив контроль | NKC: ph117632 |
---|