Акюрейри

Акюрейри (исп. Akureyri) — Исландияның төньяҡ өлөшөндәге ҡала һәм община; ҡала ҙурлығы буйынса илдә дүртенсе. (Рейкьявик, Копавогур һәм Хабнарфьордюр). 2009 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡы 18 041 кеше тәшкил итә[6]. Уны шулай уҡ Исландияның «төньяҡ баш ҡалаһы» (исп. Höfuðstaður Norðurlands) тип тә атайҙар.

Акюрейри
исл. Akureyri
исл. Akureyrarbær[1]
Герб
Нигеҙләү датаһы1786
Рәсем
Рәсми атамаһыAkureyri
Донъя ҡитғаһыЕвропа
Дәүләт Исландия
Административ үҙәгеНордюрланд-Эйстра[d]
Административ-территориаль берәмекНордюрланд-Эйстра[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC±0:00[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡанТрёлласкаги[d]
Хөкүмәт башлығыÁsthildur Sturludóttir[d][2][3]
Халыҡ һаны19 893 кеше (1 ғинуар 2023)[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек40 метр
Туғандаш ҡалаОлесунн[d], Гимли (Манитоба)[d], Лахти, Мурманск, Раннерс[d], Вестерос[d][5], Нарсак[d], Воавур[d], Куритиба, Хабнарфьордюр[d] һәм Чешмә
Майҙан138 км²
Почта индексы600, 603 һәм 630
Рәсми сайтakureyri.is
URL-адрес потокового вещанияbalticlivecam.com/camera…
Урынлашыу картаһы
Рельефная позиционная карта
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Akureyri[d]
Карта
 Акюрейри Викимилектә

Тарихы

Беренсе викингтар Акюрейри районында беҙҙең эраның IX быуатында уҡ йәшәгәндәр. Акюрейри исеме 1562 йылда, бер ҡатын хыянаты өсөн бында һөргөнгә ҡыуылған саҡта телгә алына. Даими йәшәү урыны булараҡ 1778 йылдан билдәле. 1786 йылдан Акюрейри Дания короленән ҡала статусын ала.

Географияһы

Акюрейриның географик координаталары — 65°41′ төньяҡ киңлектә, 18°06′ ҡышҡы оҙонлоҡта. Ҡала Эйя-фьорд фьордының көнбайыш ярында урынлашҡан, тауҙар менән уратып алынған, иң бейек тауы Сулур (Súlur) 1213 метр бейеклектә. Диңгеҙ яры буйы бейек булмаған текә уба алдында тигеҙ тар һыҙаттан ғибәрәт. Ҡала буйлап Глерау йылғаһы (Glerá) аға. Ҡаланың тауҙар уратып алған оҙон фьорд аҙағында урынлашыуы арҡаһында, климаты яр буйы климатына ҡарағанда утрау эсе климатлы: Исландияның башҡа күп өлөштәренә ҡарағанда бында температура ныҡ үҙәреүсән (йылы йәй, һалҡын ҡыш). Акюрейрины тауҙар елдән һаҡлай.

Акюрейри янында билдәле Годафосс шарлауығы бар, унда Исландия халҡын суҡындырғанда мәжүси боттарын ташлағандар.

Климаты

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C14131218232728232118141428
Уртаса максимум, °C0,91,72,15,49,513,214,513,99,95,92,61,36,7
Уртаса температура, °C−2,2−1,5−1,31,65,59,110,510,06,33,0−0,4−1,93,2
Уртаса минимум, °C−5,5−4,7−4,2−1,52,36,07,57,13,5−0,4−3−5,10,4
Абсолют минимум, °C−19−20−17−15−9−22−2−7−10−15−19−20
Яуым-төшөм нормаһы, мм554343291928333439585453489
Сығанаҡ: World Climate weatherbase.com

Спорты һәм мәҙәниәте

Ҡалала үҙенең университеты һәм ике ботаник баҡсаһы бар. Төп иҫтәлекле урындарҙың береһе — лютеран сиркәүе Акюрейраркиркья тора.

Акюрейри илдең ҡышҡы спорт төрө үҙәге һанала. Бында сноумобиль, скутерҙарҙа сәйәхәт итергә, саңғыла йөрөргә була, хоккей буйынса чемпионаттар үткәрелә.

  • 2017 йылда боҙ аренаһында шайба менән хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионаты турниры үтә.

Билдәле кешеләре

  • Акюрейри ҡалаһында Евровидение-2009 конкурсы ҡатнашыусыһы йырсы Йоханна йәшәгән.
  • Акюрейрила Евровидение-2008 конкурсында Eurobandið дуэты составында ҡатнашыусы Омар Фридрик тыуған.

Иҫтәлекле урындары

  • Акюрейри сиркәүе
  • Глерауркиркья

Туғандаш ҡалалар

Акюрейри

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары