Ауыр атлетика

Ауыр атлетика — олимпиада спорт төрө, уның нигеҙендә баш өҫтөндә штанга күтәреү буйынса күнегеүҙәр үтәү ята.

Ауыр атлетика
Рәсем
Етәксе органМеждународная федерация тяжёлой атлетики[d]
Пиктограмма
Рекорд или история рекордовМировые рекорды в тяжёлой атлетике[d]
 Ауыр атлетика Викимилектә

Бөгөнгө көндә ауыр атлетика буйынса ярыштар үҙ эсенә ике күнекмә индерә: кинәт күтәреү һәм этәргәндән һуң күтәреү.

Һәр күнекмәлә спортсыға өс мөмкинлек бирелә. Ике иң уңышлы сығышының берләшкән дөйөм һөҙөмтәләре ауырлыҡ категорияһың дөйөм һөҙөмтәләрен билдәләй.

Ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауырлыҡ категориялары төрлө. Кинәт бер күтәреү йәки бер этәргәндән һуң күтәреүҙе булһа ла уңышлы башҡармаган спортсы, ярыштарҙа еңелеп, төшөп ҡала.

Баш өҫтөндә күтәреү ҡасандыр ярыш программаһына ингән, әммә баһа биреүҙә килеп тыуған ауырлыҡтар арҡаһында ярыштарҙан сығарылған.

Тарихы

Ауырлыҡ буйынса ярыштар халыҡтар мәҙәниәтендә боронғо замандан уҡ осрай.

Бындай ярыш тәүге тапҡыр Боронғо Мысырҙа, Боронғо Ҡытайҙа һәм Боронғо Грецияла иҫкә алына.

Әлеге ваҡыттағы был спорт төрө XIX быуат уртаһында формалаша.

Беренсе рәсми ярыштар 1860 йылда АҠШ-та башлан. Артабан 1870 йылдарҙан Европала уҙғарыла башлай.

Беренсе халыҡ-ара чемпионат 1891 йылда Бөйөк Битанияла үтә. Ә 1898 йылда Венала рәсми донъя чемпионаты үтә.

1912 йылда Бөтә донъя ауыр атлетика союзы ойошторола. Шул уҡ ваҡытта ярыш ҡағиҙәләре стандартҡа һалына.

Әлеге ваҡытта ауыр атлетика буйынса иң көслө илдәр: Ҡытай, КХДР, Иран, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Болгария.

Олимпия уйындары программаһында 1896 йылдан башлап индерелә (1900, 1908, 1912 йылдар инмәй).

Ярыш программаһында спортсыларҙың ауырлыҡ категорияһы һәр ваҡыт үҙгәреп торған.

Ауыр атлеттарҙың халыҡ-ара федерацияһы (ФИХ) төҙөлгәнгә тиклем, атлеттар жим һәм ике ҡул менән этәреү, ҡайһы берҙә — бер ҡул менән этәреү һәм кинәт күтәреүҙә көрәшәләр.

  • 1920 — өс алышлыҡ (бер ҡул менән кинәт һәм этәреп күтәреү, ике ҡул менән этәреп күтәреү),
  • 1924 — биш алышлыҡ (бер ҡул менән кинәт һәм этәреп күтәреү, ике ҡул менән этәреп күтәреү, жим),
  • 1928—1972 — өс алышлыҡ (жим, ике ҡул менән кинәт һәм этәреп күтәреү),
  • 1973 — ике алышлыҡ (ике ҡул менән кинәт һәм этәреп күтәреү).

Күнегеүҙәр

Кинәт күтәреү — был күнегеүҙә спортсы штанганы баш өҫтөнә бер тотош хәрәкәт менән иҙәндән тулыһынса турайтылған кулдарҙа күтәрә.

Бер үк ваҡытта сүкәйеп штанганың аҫтына инә («низкий сед» или «разножка Попова»). Һуңынан, штанганы баш өҫтөндә тотоп, спортсы тора, аяғын тулыһынса турайта.

Этәреп күтәреү — был күнегеү ике айырым хәрәкәттән тора. Штанганы күтәреп күкрәгенә алғанда, спортсы бер юлы иҙәндән күтәрә һәм аҫтына инә («түбән сед» йәки «Попов разножкаһы»), ә аҙаҡтан күтәрелә.

Шунан яртылаш сүкәйә һәм кинәт ҡул хәрәкәте менән штанганы өҫкә ебәрә. Шул уҡ ваҡытта аяҡтарын саҡ ҡына ситкә ҡуя (швунг) йәки алға-артҡа («ҡайсы») шылдырып, уның аҫтына инә. Штанганы баш өҫтөндә нығытҡандан һүң, спортсы табандарын бер кимәлгә (параллель) ҡуя һәм штанганы баш өҫтөндә тотҡан килеш, аяҡтарын турайта.

Күкрәктән торған килеш баш өҫтөндә жим — был күнегеү, штанганы иҙәндән күкрәккә алыуҙан тора (этәреп күтәреүҙең беренсе хәрәкәтенә оҡшаш) һәм тик ҡулдарының мускулдары иҫәбенә уны баш өҫтөнә күтәрә.

Был күнегеү ярыш программаһынан 1972 йылда сығарыла. Сөнки күп атлеттар был күнекмә урынына жим этәреп күтәрә башлайҙар — штанганы күкрәге һәм аяҡ мускулдары ярҙамында бөтә тәне менән этеү (подсед) ҡулланыла.

Һөҙөмтәлә ҡул мускулдары ҡатнашмай тиерлек. Шул уҡ ваҡытта «ғәҙел жим» һәм бындай «трюк» айырмаһын судьяларға күреүе бик ҡатмарлы була.

Һөҙөмтәлә, «ғәҙел жим» эшләгән атлеттар, уңышҡа өлгәшмәй. Бынан тыш, жим ваҡытында умыртҡа һөйәгенең бил тәңгәлендә йәрәхәт алыусылар ҙа күп була.

Ошоларҙан сығып, жим ярыш программаһынан сығарыла, ләкин элеккесә эффектлы һәм көс ҡулланыу күнегеүҙәренә инә һәм ошо көнгә тиклем штангистар уны күнекмәләрҙә ҡуллана.

Ярыштар үткәрелеүе

Харьков метрополитенының «Штангисы»

Ауырлыҡ категориялары

YouTube сайтында Тяжелая атлетика. Соревновательная тактика (Д/Ф СССР). Выпуск 1987 года.

Ғәҙәттәгесә,үлсәү ярыш башланғасы, бер йәки ике сәғәт алдан, калибрлы үлсәү файҙаланып үткәрелә. 2017 апреленә ауыр атлетикала түбәндәге ауырлыҡ категориялары ҡуйыла:

Ир-егеттәр56 кг

тиклем

62 кг

тиклем

69 кг

тиклем

77 кг

тиклем

85 кг

тиклем

94 кг

тиклем

105 кг105 кг юғары
Ҡатын-ҡыҙҙар48 кг

тиклем

53 кг

тиклем

58 кг

тиклем

63 кг

тиклем

69 кг

тиклем

75 кг90 кг тиклем90 кг юғары

Тарихы

Ир-егеттәр:

Йыл1905-19131913-19461947-19501951-19681969-19761977-19921993-19971998
Иң еңел ауырлыҡ52 кг

тиклем

52 кг тиклем54 кг тиклем
Еңел ауырлыҡ56 кг

тиклем

56 кг тиклем56 кг

тиклем

56 кг тиклем59 кг тиклем56 кг тиклем
Ярым еңел ауырлыҡ60 кг

тиклем

60 кг

тиклем

60 кг

тиклем

60 кг

тиклем

60 кг тиклем64 кг тиклем62 кг тиклем
Еңел ауырлыҡ70 кг

тиклем

67,5 кг

тиклем

67,5 кг

тиклем

67,5 кг

тиклем

67,5

тиклем

67,5 кг тиклем70 кг тиклем69 кг тиклем
Ярым уртаса ауырлыҡ80 кг

тиклем

75 кг

тиклем

75 кг

тиклем

75 кг

тиклем

75 кг

тиклем

75 кг тиклем76 кг тиклем77 кг тиклем
Уртаса ауырлыҡ82,5 кг

тиклем

82,5 кг

тиклем

82,5 кг

тиклем

82,5 кг

тиклем

82,5 кг тиклем83 кг тиклем85 кг тиклем
Ярым ауыр ауырлыҡ90 кг

тиклем

90 кг

тиклем

90 кг тиклем91 кг тиклем94 кг тиклем
Ауыр (беренсе ауыр) ауырлыҡ80 кг өҫтә82,5 кг

өҫтә

82,5 кг

өҫтә

90 кг

өҫтә

110 кг

тиклем

100 кг тиклем99 кг тиклем105 кг тиклем
Икенсе ауыр ауырлыҡ110 кг тиклем108 кг тиклем
Үтә ауыр ауырлыҡ110 кг

өҫтә

110 кг юғары108 кг юғары105 кг юғары

Ауыр атлетика федерацияһы

Иҫкәрмәләр

YouTube сайтында Тяжёлая атлетика. Соревновательная тактика (Д/Ф СССР). Выпуск 1987 года.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары