Бамберг

Бамберг (нем. һәм бав. Bamberg, Урта быуатта Babenberg, в-франк. Bambärch) — Үрге Франконияның округ ҡарамағындағы ҡалаһы, Германияның Бавария ере. Регниц йылғаһы эргәһендә урынлашҡан. Ҡала үҙидара үҙәге булып тора. Ҡалала Отто-Фридрих университеты урынлашҡан, дәүләт учреждениелары эшләй. Бамберг, Рим кеүек, ете тауҙа урынлашҡан. Урта быуаттарҙа Бамберг «Немец Римы» тип аталған. Бамберг соборында Климент II (рим папаһы) ерләнгән, ул Альптан төньяҡтараҡ ерләнгән берҙән-бер папа

Бамберг
бав. Bamberg
ФлагГерб
Рәсем
Рәсми атамаһыBamberg
Ҡыҫҡаса атамаһыBb[1]
ХФА-лағы транскрицияһы[ˈbambɛɐ̯k]
Архивы хранятся вStadtarchiv Bamberg[d]
Дәүләт Германия[2]
Административ үҙәгеMainkreis[d] һәм Бамберг[d]
Административ-территориаль берәмекВерхняя Франкония[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанРегниц[d] һәм Канал Рейн-Майн-Дунай[d]
Хөкүмәт башлығыAndreas Starke[d]
Ойошма ағзаһыClimate Alliance[d][3], Мэры за мир[d][4], Bayerischer Städtetag[d][5] һәм Working Group of Bicycle-Friendly Municipalities in Bavaria[d][6]
Халыҡ һаны79 935 кеше (31 декабрь 2022)[7]
Ир-егеттәр37 464
Ҡатын-ҡыҙҙар40 128
Административ рәүештә бүленәQ2595004?, Gartenstadt (Bamberg)[d] һәм Gaustadt[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек262 ± 1 метр
Туғандаш ҡалаЭстергом[d], Бедфорд[d], Фельдкирхен[d], Прага, Родез[d], Филлах[d], Фредония[d], Нагаока[d] һәм Вилья Карлос Пас[d]
МилкеFuchs-Park-Stadion[d] һәм Brose Arena[d]
СиктәшБамберг[d]
Майҙан54,62 км² (31 декабрь 2017)[8]
Почта индексы96001 һәм 96052
Рәсми сайтstadt.bamberg.de
ҺештегBamberg
Урынлашыу картаһы
Изображается наBamberg[d]
Һәйкәлдәр исемлегеQ1831084?
Вид с воздуха
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр5613
Урындағы телефон коды0951
Номер тамғаһы кодыBA
Категория для почётных граждан субъектаКатегория:Почётные граждане Бамберга[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Бамберге[d]
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Bamberg[d]
Карта
 Бамберг Викимилектә

Бамберг — Икенсе донъя һуғышында имен ҡалған Германиялағы боронғо ҡалаларҙың береһе һәм уның тарихи мираҫы өлөшө. 1993 йылда Бамберг ҡалаһы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.

1945 — 2014 йылдар осоронда Бамбергта америка хәрбиҙәре урынлаша. 2014 йылдың сентябрендә улар ҡаланан сығып китә.

Тарихы

  • VII быуат — Йәмиғ тауында ҡәлғә ҡоролмаһы
  • 902 йыл — Бабенбергтарҙың көнсығыш-франкырыуы биләмәһе составында.
  • 997 йыл — Бамбергҡа (Babenberg) Изге Рим империяһы императоры Изге Генрих II һәм уның ҡатыны Кунигунда килә.
  • 1007—1802 йылдар — Бамберг — бойондороҡһоҙ епископлыҡтың баш ҡалаһы: 1007 йылдың 7 майында Вюрцбургта буласаҡ Бамберг епископлығын урынлаштырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Король Вюрцбург епискобына Мейнинген маркграфлығы менән Мейнинген ауылын, Вальдорфты һәм Альтехендорф резиденцияһын бирә. Бының өсөн Бамберг епископлығына Регницгау — Регница үҙәнендәге район һәм Бамберг эргәһендәге Фолькфельдгаус бирелә.
  • 1802 йыл — Бамберг Баварияға ҡушыла.

Географияһы

Географик урыны

Боронғо королдәр һәм епископ ҡалаһы матур. үҙәндә урынлашҡан. Ҡаланы киҫеп үткән Регниц йылғаһы үҙәктән 7 км өҫтәрәк Майн йылғаһына ҡоя.

Ҡаланың дөйөм майҙаны 54,58 квадрат километр тәшкил итә. Төньяҡтан көньяҡҡа ҡала 9,6 км, ә көнбайыштан көнсығышҡа 9,7 км һуҙыла.

Ҡала райондары

Ҡала түбәндәге райондарға бүленә :

  • Berggebiet (таулы район),
  • Inselstadt (утрауҙағы ҡала),
  • Gärtnerstadt (баҡсасылар ҡалаһы),
  • Kramersfeld-Hirschknock-Bruckertshof,
  • Gartenstadt (баҡса районы),
  • Stadion (стадион),
  • Gereuth, Wunderburg, Bug, Bughof, Am Klinikum-Babenberger Viertel, Wildensorg и Gaustadt.

Мәҙәниәте

  • Бамбергта бөтә донъяға билдәле Бамберг симфоник оркестр урынлашҡан. Оркестрға 1946 йылда Чехословакиянан эмиграцияға сыҡҡан Прага музыканттары нигеҙ һала.

Халҡы

18402011 йылдар өсөн рәсми демографик мәғлүмәттәр: Бамберг

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы хәҙерге сиктәрҙә халыҡ һаны: (кеше)[9][10]
Йыл1840-12-011871-12-011900-12-011925-06-161939-05-171950-09-131961-06-061970-05-271987-05-252011-05-09
Халҡы21920277144472653248632558132380315774536910070635

 

19602015 йылдар өсөн иҫәп алыу араһы осорондағы демографик мәғлүмәттәр: Бамберг

31 декабргә ҡарата хәҙерге сиктәрҙә халыҡ һаны: (кеше)[11][12]
Йыл196019701980199020002009201020112012201320142015
Халҡы797317730171928705216903669827700047071270863711677195273331

Музейҙары

  • Тәбиғәт музейы
  • Тарихи музейы
  • Людвиг коллекцияһы — Иҫке Ратушала урынлашҡан
  • Сәнғәт галереяһы — Яңы Резиденцияла урынлашҡан
  • Франкон һыра музейы — Изге Михаил монастырында урынлашҡан

Театр

  • Т. А. Гофман театры

Спорты

  • Брозе — бамберг баскетбол клубы, күп тапҡыр Германия чемпионы.

Иҫтәлекле урындары

  • Бамберг кафедраль соборы
  • Яңы Резиденция
  • Бамбергтың дәүләт китапханаһы
  • Иҫке ратуша
  • Изге Михаил монастыры
  • Альтенбург ҡәлғәһе

Галереяһы

Һыра ҡайнатыу

Бамберг үҙенең һыра ҡайнатыу традициялары менән киң билдәле. Франкония һыра төбәгенең . бер өлөшө булараҡ, ҡала Франконияның шарап һәм һыра сигендә урынлашҡан. Ҡалала һыраның махсус сорты булып утта ҡыҙҙырылған һалат тәме менән Раухбир тора. 68 тарихи һырахананан 2009 йылға һигеҙ һырахана һаҡланған. Ҡалала барлығы 11 һырахана бар.

1907 йылда бамберг һыра һуғышы тип аталған сыуалыш булып үтә, уның барышында ҡала халҡының бойкоты арҡаһында һыраханалар һыраны ун пфеннингтан ун бер пфеннигҡа арттырыуҙан баш тартырға мәжбүр була.

Һыраханалар

  • Schlenkerla — ҡалала иң боронғо һыраханаларҙың береһе. 1405 йылда нигеҙ һалынған.

Транспорты

Бамберг илдең транспорт селтәре Рейн-Майн-Дунай каналында эске гавань, ике A автобан 70/A E48 һәм 73 һәм ICE-вокзалы менән бәйле. 2010 йылдан ҡала Нюрнберг транспорт берекмәһенә инә. .

Йәмәғәт транспорты

Автобус селтәре 22 линиянан тора, ул бөтә ҡаланы һәм уның тирә-яғындағы ауылдарын хеҙмәтләндерә. Автобус паркының 57 машинаһы бар, ул йыл һайын 9,5 миллион пассажирҙы ташый.

Велосипед хәрәкәте

Ҡала үҙәгендә, сағыштырмаса яҫы топографияһы арҡаһында, ғәҙәттә велосипедсылар бик күп. Университет объекттары араһындағы ҙур булмаған алыҫлыҡ, бер яҡлы хәрәкәт менән тар урамдар, автомобилдәр өсөн парковкалау урындарының етешмәүе, ял итеү урындарының яҡынлығы көндәлек транспорт сараһы булараҡ велосипед үҫешенә булышлыҡ итә.

Ҡала Рейн-Майн-Дунай каналы буйлап туранан-тура велосипед маршрутына ҡоролған һәм күп туристик турҙарҙа мөһим пункт булып тора

Ҡала дөйөм пассажирҙар ташыу күләмендә велосипед өлөшөн арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Уны тормошҡа ашырыу буйынса велосипедсылар мәнфәғәтен иҫәпкә алып юл селтәрҙәрен үҙгәртеү буйынса планлы эштәр алып бара.

Германияның ADFC Велосипед клубы фекере буйынса, ҡалала түбәндәге етешһеҙлектәр бар:

  • велосипед юл инфраструктураһының үҫешен финанслап еткермәү
  • велосипедтың мөһимлеген хакимиәттә һәм сәйәсәттә етерлек танымау.
  • 2009 йылда юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡабул ителгән юл билдәләре һанын кәметеү һәм велосипедсылар хәүефһеҙлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән өҫтәүҙәрҙе тормошҡа ашырыуҙа тотҡарлыҡтар.

2009 йылда ҡала Тиҙ хәрәкәтсәнлек федераль тикшереүҙәре һөҙөмтәһе буйынса премияға лайыҡ була. 2009 йылдың йәйендә «Башыңды эшләт: моторҙы һүндер…» рекалама компанияһы старт ала.

Тимер юлдар

Ҡала Лейпциг-Нюрнберг тимер юлы буйында урынлашҡан һәм ике сәғәт һайын бында тиҙ йөрөшлө ICE поездары үтә. Бынан төбәк поездары түбәндәге ҡалаларға китә:

  • Нюрнберг
  • Хоф (Заале)
  • Зоннеберг
  • Франкфурт-на-Майне
  • Эберн

Сәғәт һайын Нюрнбергҡа S-Bahn электричкаһы йөрөй.

Туғандаш ҡалалар

Данлыҡлы кешеләре

  • Батц, Вильгельм — осоусы-истребитель.
  • Вассерман, Август — микробиолог һәм иммунолог.
  • Гофман, Эрнст Теодор Амадей — яҙыусы, композитор, рәссам.
  • Камерарий, Иоахим — телсе һәм тарихсы.
  • Клавий, Христофор — математик.
  • Линц, Амели — немец яҙыусыһы.
  • Маар, Пауль — яҙыусы, тәржемәсе һәм иллюстратор.
  • Мессершмитт, Вильгельм — авиаконструктор.
  • Schokk — билдәле рэпер.

Башҡалар

  • Марста 58,3 км даметрлыҡ кратер Бамберг ҡалаһы хөрмәтенә аталған.
  • Бамберг хөрмәтенә 1892 йылда асылған Бамберг астероиды аталған (324)
  • 2004 йылда Германияла Бамберг ҡалаһына арнап 100€.дәрәжәлә иҫтәлекле алтын тәңкә сығарыла

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

  • Бамберг, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • М. Вишницер. Бамберг, город // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1909. — Т. III.
  • Бамберг // Энциклопедический лексикон: В 17 тт. — СПб.: Тип. А. Плюшара, 1835. — Т. IV: Б—БАР. — С. 237—238.
  • Wolfgang Wußmann: Bamberg-Lexikon, Bamberg 1996 ISBN 3-928591-38-X
  • Robert Suckale u. a. (Hsg.): Bamberg. Ein Führer zur Kunstgeschichte der Stadt für Bamberger und Zugereiste, Bamberg 1993 ISBN 3-926946-03-2
  • Karin Dengler-Schreiber: Bamberg für alte und neue Freunde. Ein Führer durch die Stadt, Bamberg 2002 ISBN 3-89889-014-7

Иҫкәрмәләр

Тышҡы һылтанмалар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Бамберг (районы)

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары