Евфрат

Евфра́т (төр. Fırat, Фырат[1]; ғәр. الفرات‎, Эль-Фурат[2]; әрм. Եփրատ Ep'rat, курд. Firat) — Көньяҡ-Көнбайыш Азиялағы йылға. Төркиә, Сүриә һәм Ираҡ илдәре аша аға.

Евфрат
төр. Fırat, ғәр. الفرات
Характеристика
Оҙонлоғо2700 км
Бассейн673 000 км²
Һыу сығымы300−400 м³/с
Һыу ағымы
Инешеҡушылған йылғалар: Ҡараһыу менән Морат
 · УрынлашыуыӘрмән таулығы
 · Координаталар39°43′43″ с. ш. 40°15′24″ в. д.HGЯO
ТамағыШатт-әл-Ғәрәп
 · Координаталар31°00′15″ с. ш. 47°26′31″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейныШатт-әл-Ғәрәп → Фарсы ҡултығы

ИлдәрТөркиә Төркиә, Сүриә Сүриә, Ираҡ Ираҡ
Евфрат (Яҡын һәм Урта Көнсығыш)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Евфрат Викимилектә

География

Оҙонлоғо — 2700 км (ҡушылдығы Морат менән бергә — 3065 км), бассейн майҙаны — 673 мең км².

Әрмән таулығында, Морат һәм Карасу (Ҡараһыу) йылғалары ҡушылған урында башлана[3]. Үрге ағымында тау йылғаһы булараҡ аға, Әрмән таулығының Малатья һәм Эргани һырттарын үтеп артабан Сүриәлә сүлле платоһында һәм төньяҡ Месопотамияла тәрән үҙән буйлап, ә Хит ҡалаһынан түбәнерәк — яҫы Месопотамия уйһыулығы буйлап аға[3]. Месопотамия уйһыулығының ҡайһы бер урындарында киңлеге 500 метрға, ә тәрәнлеге 10 метрға барып етә.

Хит ҡалаһы (Ираҡ) янында уртаса һыу сығымы — 840 м³/сек., максималь һыу сығымы — 3—4 мең м³/сек., минималь һыу сығымы — 180 м³/сек.; йыллыҡ һыу сығымы — 26,4 км³[3].

Түбәнге ағымында Евфрат Тигр йылғаһы менән ҡушылып, Фарсы ҡултығына ҡойған Шатт-эл-Ғәрәп йылғаһын барлыҡҡа килтерә[3].

Төп ҡушылдыҡтары — Хабур (һул), Белих, Тохма һәм Гёксу (барыһы ла уң)[3].

Этимология

Йылғаның атмаһы арамей теленән һүҙмә-һуҙ тәржемә иткәндә «татлы һыу» тип аңлатыла[3].

ТелЕвфрат атамалары
Аккад телеPu-rat-tu
Арамей телеܦܪܬ Prāṯ, Froṯ
Боронғо фарсы теле𐎢𐎳𐎼𐎠𐎬𐎢 Ufrátu
Ғәрәп телеالفرات Al-Furāt
Курд телеفرهات Firat, Ferat
Төрөк телеFırat
Шумер телеBU.RA.NU.NU
Әрмән телеԵփրատ Yeprat

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар


Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары