Ете йыллыҡ һуғыш

Ете йыллыҡ һуғыш (1756—1763) — XVIII быуаттың иң ҙур хәрби низағы, Яңы ваҡыттың иң ҙур низағтарының береһе. Ете йыллыҡ һуғыш Европала ла, Океан аръяғында ла: Төньяҡ Америкала, Кариб бассейны илдәрендә, Һиндостанда һәм Филиппинда була. Һуғышта Европаның ул ваҡыттағы барлыҡ бөйөк державалары, шулай уҡ урта һәм бәләкәй дәүләттәрҙең күпселеге, хатта ҡайһы бер индий ҡәбиләләре ҡатнаша. Уинстон Черчилль һуғышты «беренсе донъя һуғышы» тип атай[1]. Уны колониаль һуғыш тип иҫәпләйҙәр, сөнки унда Бөйөк Британияның, Францияның, Португалия һәм Испанияның колониаль мәнфәғәттәре бәрелешә, шулай уҡ беренсе окоп һуғышы була — һуғышта бик күп редуттар һәм башҡа тиҙ ҡорола торған нығытмалар ҡулланыла; тәүге артиллерия һуғышы була — унда пушкалар һаны 1756 йылдан — 1000 штыкка 2, 1759 йылдан — 1000 штыкка 3-4, 1761 йылда 1000 штыкка 5-6 пушка була.

Ете йыллыҡ һуғыш
Рәсем
УрынЕвропа
Башланыу датаһы29 август 1757
Тамамланыу датаһы15 февраль 1763
ҠатнашыусыларБөйөк Британия короллеге[d], Королевство Ирландия[d], Британская Америка[d], Пруссия, Королевство Португалия[d], Брауншвейг-Люнебург[d], Брауншвейг-Вольфенбюттель[d], ирокезы[d], Гессен-Кассель[d], Шаумбург-Липпе[d], Франция короллеге[d], Яңы Франция[d], Изге Рим империяһы, Габсбургтар монархияһы, курфюршество Саксония[d], Баварское курфюршество[d], Рәсәй империяһы, Испан империяһы[d], Швед империяһы[d], абенаки[d], Бөйөк Моголдар империяһы, Георг II[d], Георг III[d], Людовик XV[d], Мария Терезия һәм Бенгальский султанат[d]
 Ете йыллыҡ һуғыш Викимилектә

Европала төп ҡаршы тороу Силезия арҡаһында Австрия һәм Пруссия араһында була. Уны Австрия алдағы Силезия һуғыштарында юғалта. Шуға ла Ете йыллыҡ һуғышты өсөнсө Силезия һуғышы тип тә атайҙар[2]. Беренсе Силезия һуғышы (1740—1742) һәм Икенсе Силезия һуғышы (1744—1748) Австрия мираҫы өсөн һуғыштың бер өлөшө булып тора. Швед һуғыш тарихы йылъяҙмаһында ул Померан һуғышы (швед. Pommerska kriget) булараҡ билдәле, Канадала — «баҫып алыу һуғышы» (ингл. The War of the Conquest) һәм Һиндостанда — «Өсөнсө Карнатик һуғышы» (ингл. The Third Carnatic War). Ете йыллыҡ һуғыштың Америка театры «француздар һәм индеецтар менән һуғыш» (ингл. Indian French and War) йәки «баҫып алыу һуғышы» (франц. Guerre de la Conquête) исеме аҫтында билдәле

«Ете йыллыҡ» билдәләмәһен һуғыш 1780 йылдарҙа ала, шуға тиклем уның тураһында тураһында «күптән түгел булған һуғыш» тип һөйләйҙәр.

Башҡорттар Ете йыллыҡ һуғышта

Сенаттың 1756 йылдың 1 сентябрендәге указына ярашлы, 1757 йылда 531 башҡорт, 519 мишәр, 516 ҡалмыҡ һәм 500 Ҡазан татарынан торған («дүрт милләтле») команда төҙөлә. Башҡорттар менән — баш старшина Ҡыҙрас Муллаҡаев, мишәрҙәр менәнн старшина Әлкәй Мөслимов командалыҡ итә. Башҡорттар һәм мишәрҙәрҙең хәрби кейеме — йәшел, ҡалмыҡтарҙыҡы — ҡыҙыл, татарҙарҙыҡы зәңгәр кафтан була. «Дүрт милләтле команда» август—сентябрҙә Пруссия ерендә һуғыштарҙа ҡатнаша, көҙгөһөн ноябрҙән алып — Новгород губернаһында, 1758 йылдың октябренән башлап Ырымбур сик һыҙығында була. Команда 1759 йылда таратыла.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары