Йәһүд календары

Йәһүд календары (йәһ. הלוח העברי‎, ха-лу́ах ха-иври́) — йәһүдтәрҙең йыллыҡ календары, Израилдә (григориан менән бергә) рәсми календарь. Был календарь буйынса йәһүд байрамдарын билдәләйҙәр, синагогаларҙа Тораның тура килгән өлөштәрен уҡыйҙар, тыуған көндәрен һәм вафат булған туғандарының хәтер көндәрен билдәләйҙәр, рәсми һәм коммерция документтарында дата ҡуялар. Йәһүд даталарын һанағанда Ай фазалары артынан күҙәтеүе урынына математиканы хәҙерге ҡулланыу 359 йылда Гилель Икенсе ҡарары менән раҫланған. Йәһүд эраһы беҙҙең эраға тиклем 3761 йылдың 6/7 октябрендә башлана[1]

Календарь
Календарь хаҡында мәғлүмәт
Календарь
төрө

Ай-ҡояш

Календарь
эраһы
Кәсибәләрҙе
өҫтәү

Башҡа календарҙар
Армелина · Армянский: древнеармянский, христианский · Ассирийский · Ацтек · Бахаи · Бенгал · Буддийский · Вавилон · Византийский · Вьетнам · Гильбурда · Голоценский · Григориан · Грузин · Дариский · Древнегреческий · Боронғо Мысыр · Боронғо һинд · Боронғо фарсы · Древнеславянский · Йәһүд · Зороастрийский · Индийский · Инки · Иран · Ирланд · Мосолман · Кельт · Ҡытай · Конта · Копт · Малай · Майя · Масон · Миньго · Непал · Новоюлианский · Пролептический: юлианский, григориан · Рим · Румийский · Симметрик · Советский · Стабильный · Тамил · Тайский: лунный, солнечный · Тибет · Трёхсезонный · Тыва · Төркмән · Французский · Хакас · Ханаанейский · Хараппский · Чучхе · Швед · Шумер · Эфиопский · Юлиан · Ява · Япон

Календарь ай-ҡояшлы булып тора, шунлыҡтан һәр бер календарь датаһы һәр ваҡыт шул уҡ йыл миҙгеленә генә түгел, ә Айҙың шул уҡ фазаһына тура килә. Айҙар Рош Ха-Шана (йәһүд яңы йылы) һымаҡ һәр ваҡыт яңы Айҙа башлана. Песах байрамы һәр ваҡыт яҙ башындағы һилалда (тулы Айҙа) билдәләнә.

Тарихы

Йәһүд календары тарихында өс төп дәүерҙе айыралар:

  • библия (тәүрәт), Моисейҙан Ездра һәм Неемияға тиклем (беҙҙең эраға тиклем 1500—450 йылдар),
  • тәүрәттән һуңғы (беҙҙең эраның 70 йылда икенсе Иерусалим ғибәҙәтханаһы емерелеүенә тиклем),
  • талмуд, Талмуд төҙөгәнгә тиклем (беҙҙең эраның 70—500 йылдар).

Тәүге дәүерҙә айҙарҙың башланыуы һәм байрамдар тик йәш Ай күренгәс һәм Ҡояштың торошо буйынса билдәләнгән, икенсеһендә — өлөшләтә Айҙың күренеүе һәм Ҡояштың торошо буйынса, өлөшләтә хисаплауҙар буйынса, өсөнсө дәүерҙә — тик хисаплауҙар буйынса.

Календарь ҡоролошо

Йәһүд календарында ябай йыл (йәһ. שנה פשוטה‎, шана́ пшута́) 12 Ай айҙарынан тора; кәбисә йылында (Ҡалып:Lang-he2, шана́ меубе́рет) өҫтәмә ай өҫтәлә. Ябай йәки кәбисә йылы артабанғыса булыуы мөмкин:

  • дөрөҫ (Ҡалып:Lang-he2, ке-сидра́), бөтә 12 айҙар алмашлап 30 һәм 29 көндән торған саҡта;
  • етәрлек (Ҡалып:Lang-he2, шлема́), ғәҙәттә 29 көндән торған хешван айы 30 көндән торған саҡта;
  • етмәҫлек (Ҡалып:Lang-he2, хасера́), ғәҙәттә 30 көндән торған кислев айы 29 көндән торған саҡта.

Шулай итеп йыл 6 төрлөсә оҙайлы буйлыуы мөмкин:

Йылдар төрөЯбай йылдағы көндәрКәбисә йылдағы көндәр
Дөрөҫ354384
Етәрлек355385
Етмәҫлек353383

Песах байрамы нисан айының 15-ндә байрам ителә[2][3][4], ә нисан айы яҙғы ай булырға тейеш, шунлыҡтан Ай календары йылын Ҡояш календарының йылы менән тура килтерер өсөн йәһүд календарында 19 йыл циклы (бәләкәй цикл) ҡабул ителгән, бында 7 йыл кәбисә. 19-йыллыҡ циклда кәбисә йлдарының һандары — 3, 6, 8, 11, 14, 17, 19.

Йәһүд йылының дауамлығы (дөрөҫ, етәрлек йәғни етмәҫлек булыуына ҡарамаҫтан) дауамлығы тишрей айының 1-се көнөнә тура килгән көн (Рош Ха-Шана, йәғни Яңы йыл) менән билдәләнә. Иудаизмдың положениеларына ярашлы, Йом Кипур (10 тишрей) йомаға йәки йәкшәмбегә тура килә алмай (сөнки Йом Кипурҙа шәмбегә, ә шәмбелә Йом Кипурға әҙерләнеп булмай); шуға күрә Рош Ха-Шана шаршамбы йәки йома була алмай. Хошана Раба байрамы (21 тишрей) шәмбегә тап килә алмай (сөнки был көндә башҡарылған ҡайһы бер йолалар шәмбелә тыйылған эш булараҡ ҡарала); шунлыҡтан, Рош Ха-Шана йәкшәмбе көнө була алмай. Шулай итеп, яңы йыл тик дүшәмбе, шишәмбе, кесаҙна йәи шәбе көнөнә тура килә ала. Рош Ха-Шана аҙнаның ҡулайлы көнөнә тура килһен өсөн, кәрәк саҡта алдағы йылды бер көнгә оҙонайталар.

Барлыҡ йәһүд календарының нигеҙенә яңы Айҙың билдәләүе һалынған, ул йәһүд хисаплауҙары буйынса беҙҙең эраға тиклем 3761 йылдың 7 октярендә дүшәмбе көнөндә 5 сәғәттә һәм ярты тәүлектең 204 өлөшөндә (йәғни 17 сәғәт 11 минут 20 секунд) башланған. Йәһүд календарҙары хисаплауҙарында сәғәт 1080 өлөшкә бүленә (7-нән тыш барлыҡ бер һанлы бүлеүселәргә бүленгән), ә һәр бер өлөшө — 76 мәлгә[5].

Караимдар шулай уҡ йәһүд календарын файҙаланалар, тик улар сәғәтте дөйөм нигеҙҙә бүләләр һәм башҡаса яңы Айҙы билдәләйҙәр.

Йәһүд календары һәм дини байрамдар

Иудаизмға ярашлы, календарҙа йылдың тәүге айы — нисан, бынан барлыҡ дини байрамдарҙың хисабы башлана. Әммә йылдар хисабы 7-се айҙан (тишрей) башланып Рош Ха-Шана билдәләнгән ваҡытта бара.

Ай (йәйәлә — Боронғо Ғәһедтә
телгә алынған иҫкесә атамаһы)
Көндәр иҫәбеЗодиакаль йондоҙлоҡВавилон атамаһы
Нисан (Авив)30ҠуҙыНисану
Ияр (Зив)29БуғаАяру
Сиван30ИгеҙәктәрСиману
Тамуз / Таммуз29ҠыҫалаДу’узу
Ав30АрыҫланАбу
Элул29ҠыҙУлулу
Тишрей (Эйтаним)30ҮлсәүТашриту
Хешван (Мархешван, Буль)29 йәки 30СаянАрахсамна
Кислев (Хислев)29 йәки 30УҡсыКислиму
Тевет29Ылаҡ/КәзәмөгөҙТебету
Шват30ҺыуғоярШабату
Адар29*БалыҡтарАдару
Адар бет29(тик кәбисә йылында)Адару

* Кәбисә йылында Адар беренсе (Адар алеф) 30 көндән тора, ә Адар икенсе (Адар бет) — 29 көндән, шул уҡ ваҡытта ябай кәбисә булмаған йылда Адар алеф 29 көндән тора[6]

Йәһү йылыГригориан йылдарыЦиклда йылдың һаны[2]КәбисәДөрөҫ, Етәрлек йәғни Етмәҫлек1-се тишрейҙың григориан датаһыАҙна көнө
57601999—20003ЭйеЕтәрлек11 сентябрь 1999шәмбе
57612000—20014ЮҡЕтмәҫлек30 сентябрь 2000шәмбе
57622001—20025ЮҡДөрөҫ18 сентябрь 2001шишәмбе
57632002—20036ЭйеЕтәрлек7 сентябрь 2002шәмбе
57642003—20047ЮҡЕтәрлек27 сентябрь 2003шәмбе
57652004—20058ЭйеЕтмәҫлек16 сентябрь 2004кесаҙна
57662005—20069ЮҡДөрөҫ4 октября 2005шишәмбе
57672006—200710ЮҡЕтәрлек23 сентябрь 2006шәмбе
57682007—200811ЭйеЕтмәҫлек13 сентябрь 2007кесаҙна
57692008—200912ЮҡДөрөҫ30 сентябрь 2008шишәмбе
57702009—201013ЮҡЕтәрлек19 сентябрь 2009шәмбе
57712010—201114ЭйеЕтәрлек9 сентябрь 2010кесаҙна
57722011—201215ЮҡДөрөҫ29 сентябрь 2011кесаҙна
57732012—201316ЮҡЕтмәҫлек17 сентябрь 2012дүшәмбе
57742013—201417ЭйеЕтәрлек5 сентябрь 2013кесаҙна
57752014—201518ЮҡДөрөҫ25 сентябрь 2014кесаҙна
57762015—201619ЭйеЕтәрлек14 сентябрь 2015дүшәмбе
57772016—20171ЮҡЕтмәҫлек3 октября 2016дүшәмбе
57782017—20182ЮҡДөрөҫ21 сентябрь 2017кесаҙна
57792018—20193ЭйеЕтәрлек10 сентябрь 2018дүшәмбе
57802019—20204ЮҡЕтәрлек30 сентябрь 2019дүшәмбе
57812020—20215ЮҡЕтмәҫлек19 сентябрь 2020шәмбе

Ҡалып:Месяцы еврейского календаря

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Ҡалып:Евреи

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары