Григориан календары

Григориан календары — иҫкергән Юлиан календары урынына индерелгән календарь. Юлиан стиле буйынса бер йылда 365,25 тәүлек бар тип иҫәпләнгән. Григориан календарында йыл 365 көндән тора, дүрт йылға бер килгән кәбисә йылы 366 көндән тора. Ғәмәлдә иһә Ер Ҡояш тирәләй 365 тәүлек 5 сәғәт 48 минут 46 секундта тулы әйләнеш яһай. Шуға күрә календарҙа мөһим дата, көн менән төн тигеҙләшкән көн — 21 март быуаттар үткән һайын артта ҡала бара. XVI быуатта бар дата 10 көнгә артта ҡала. Был айырманы 1582 йылда Рим папаһы Григорий XIII төҙәтә. Яңы календарь тарихҡа Григориан календары булып инә[6].

Григориан календары
Нигеҙләү датаһы1 ғинуар 1752[1], 15 октябрь 1582[2], ноябрь 1583[3], 15 октябрь 1582[4], 1648[3], 16 февраль 1682[3], 20 декабрь 1582[3], 14 февраль 1918, 14 сентябрь 1752, 1 март 1753[5] һәм 1 ғинуар 1873
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталғанГригорий XIII[d]
АлыштырғанЮлиан календары һәм Tenpō calendar[d]
Төп көйләүсе текстInter gravissimas[d]
 Григориан календары Викимилектә
2021 йыл башҡа календарҙар буйынса ошоға тура килә:
Григориан стилендә2021
MMXXI
Юлиан стилендә2020 — 2021 ( 14 ғинуар)
Рим нигеҙләнгән көндән2773 — 2774 ( 4 майҙан)
Константинополь эраһы7529 — 7530 ( 14 сентябрҙән)
Йәһүд календары
5781 — 5782

ה'תשפ"א — ה'תשפ"ב

Мосолман календары1443 — 1444
Боронғо әрмән календары1470
ԹՎ ՌՆՀ
Ҡытай календары4717 — 4718
庚子 — 辛丑
белая мышь — белая корова
Эфиопа календары2013 — 2014
Боронғо һинд календары
- Викрам самват2077 — 2078
- Шака самват1943 — 1944
Иран календары1399 — 1400

Григориан календарының структураһы

Григориан календары буйынса календарь йылдың уртаса оҙайлығы — 365,2425 көн. Кәбисәһеҙ йыл оҙайлығы — 365 көн, кәбисә йылы — 366.

Григориан календарын индереүҙең 400 йыллығына сығарылған 1982 йылдағы көнбайыш герман маркаһы. Маркалағы һүрәт Иоганн Раштың 1586 йылда баҫтырып сығарған китабынан алынған.

Шулай итеп, 1600 һәм 2000 йылдар кәбисә йылдары була, ә 1700-се, 1800-се һәм 1900-се йылдар кәбисә йылдары булмай. Шулай уҡ, 2100 йыл да кәбисә йылы булмай.

  • һаны 400-гә ҡалдыҡһыҙ бүленгән йыл — кәбисә йылы;;
  • һаны 100-гә ҡалдыҡһыҙ бүленгән башҡа йылдар — кәбисә түгел;
  • һаны 4-кә ҡалдыҡһыҙ бүленгән башҡа йылдар — кәбисә йылы;
  • ҡалған йылдар — кәбисә түгел.

Григориан календарына күсеү түбәндәге үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тота:

Григориан календарындағы көн тигеҙләнеш йылы менән сағыштырғанда бер көнлөк хата яҡынса 10 мең йылда (юлианда — яҡынса 128 йыл) туплана[7][8][9].

Григориан календарында аҙнаның теләһә ниндәй ете көнөнән йыл башланырға мөмкин. Дөйөм алғанда, был йылына 2 × 7= 14 календарь варианты бирәҠалып:Дүшәмбе башланған кәбисә йыл

Айҙар

Григориан календары буйынса йыл 12 айға бүленә, ул 28 көндән 31 көнгә тиклем дауам итә:

айКөндәр һаны
1Ғинуар31
2Февраль28 (29 — кәбисә йылында)
3Март31
4Апрель30
5Май31
6Июнь30
7Июль31
8Август31
9Сентябрь30
10Октябрь31
11Ноябрь30
12Декабрь31

Бер ай эсендә көндәр һанын хәтерҙә ҡалдырыу ҡағиҙәһе

Ҡул ҡалҡыулыҡтарынан хисаплау. «ҡалҡыулыҡ» — 31 көн, «уйпат урын» — 30 көн (февраль өсөн 28 йәки 29 көн)

Бер ай эсендә көндәр һанын хәтерҙә ҡалдырыуҙың ябай ҡағиҙәһе бар — «төйөн ҡағиҙәһе».

Шулай уҡ «Ап-юн-сен-no» мнемоник ҡағиҙәһе бар. Был һүҙҙең ижектәре 30 көндән торған айҙарҙың исемдәрен күрһәтә; февраль, йылына ҡарап, 28 йәки 29 көн тәшкил итә; ҡалған 7 айҙа 31 көн була. Был мнемоник ҡағиҙәнең уңайлылығы шунда: ҡул төйөндәрен «иҫәпләргә» кәрәкмәй.

Шулай уҡ айҙарҙа көндәр һанын иҫләп ҡалыу өсөн мәктәп әйтеме бар. Инглиз телендә:Thirty days have September, April, June and November. Немец телендәге аналогы: Dreißig Tage hat September, April, Juni und November.

Финляндия Православие сиркәүе Пасханы григориан календары буйынса билдәләй.

Юлиан һәм григориан календарҙарының айырмаһы

Римда 1584 йылда Әрмән телендә баҫылған Григориан календары

Григориан календары индерелгән мәлдә уның юлиан календары менән айырмаһы 10 көн тәшкил итә. Әммә был айырма кәбисә йылдарҙың төрлө һаны арҡаһында арта. 1900 йылдың 1 мартынан 2100 йылдың 28 февраленә тиклемге календарҙар араһында айырма 13 көн тәшкил итә.

Юлиан һәм григориан календары даталарының айырмаһы григориан календарының датаһы юлиан календарының ошо уҡ датаһына тиклем нисә көн үтеүен билдәләй:

Айырма, көндәрОсор (юлиан календары буйынса)Осор (григориан календары буйынса)
105 октябрь 1582 — 18 февраль 170015 октябрь 1582 — 28 февраль 1700
1119 февраль 1700 — 17 февраль 18001 март 1700 — 28 февраль 1800
1218 февраль 1800 — 16 февраль 19001 март 1800 — 28 февраль 1900
1317 февраль 1900 — 15 февраль 21001 март 1900 — 28 февраля 2100
1416 февраль 2100 — 14 февраль 22001 март 2100 — 28 февраль 2200
1515 февраль 2200 — 13 февраль 23001 март 2200 — 28 февраль 2300
1614 февраль 2300 — 12 февраль 25001 март 2300 — 28 февраль 2500

1582 йылдың 5 (15) октябренә тиклемге юлиан даталарын григориан календары даталарына әйләндерергә мөмкин, әммә ғәҙәттә был эшләнмәй. Ғәҙәттә, яңы календарҙы индереү даталары — юлиан календары, ә унан һуңғылары григориан календары буйынса бирелә. Григориан календарын шунда уҡ ҡабул итмәгән илдәрҙә йыш ҡына 1582 йылдың 5 (15) октябренән алып ике дата күрһәтелә: ваҡиға булған мәлдә — иҫке юлиан стиле буйынса һәм йәйәләр эсендә яңыса григориан стиле күрһәтелә. : Мәҫәлән: «Пушкин Александр Сергеевич (26 май [6] июнь 1799, Мәскәү, 29 ғинуар [10 февраль] 1837, Санкт-Петербург), урыҫ яҙыусыһы, яңы рус әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы»[10].

Тарихы

Григориан календарына күсеү өсөн тәүшарттар

Григориан календары тропик йылға ярайһы уҡ теүәл яҡынлашыу мөмкинлеген бирә. Яңы календарҙы ҡабул итеүҙең сәбәбе булып көн тигеҙләнеше көнөнөң юлиан календарына ҡарата әкренләп үҙгәреүе тора, уға ярашлы Пасханың датаһы һәм пасха тулы һәм астрономик айҙарҙың килешмәүсәнлеге билдәләнә. 325 йылдан көн тигеҙләнеше датаһы 21 марттан 11 мартҡа тиклем шыла, һәм тап ошо яңы календарь индереү өсөн сәбәп була. Был алмашыныу икенсе мең йыллыҡ башында уҡ һиҙелә, һәм календарҙы төҙәтеү кәрәклеге килеп тыуа, сөнки Пасха көнөн дөрөҫ иҫәпләмәү етди гонаһ тип һанала. Тридент Советы (1545—1563) папаға тейешле үҙгәрештәр индерергә ҡуша[11].

Григорий XIII тиклем папалар Павел III һәм Пий IV проектты тормошҡа ашырырға тырышалар, әммә уңышҡа өлгәшмәйҙәр. Реформаны Грегорий XIII ҡушыуы буйынса рим астрономы Алойсий Лилиус, ә уның вафатынан һуң (1576) Христофор Клавий башҡара. Уларҙың эштәренең һөҙөмтәһе Мондрагон виллаһында понтифик ҡултамғаһы ҡуйылған папа буллаһында яҙыла һәм Inter gravissimas («Иң мөһимдәр араһында») беренсе юлы исеме менән атала[12].

1582 йылдағы календарь реформаһы баштан уҡ католик ғалимдар араһында ла күмәк протест һәм ҡаты бәхәстәр тыуҙыра..Көнбайыш Европаның бөтә университеттары ла тиерлек реформаға ҡәтғи ҡаршы була һәм григориан календары бер ниндәй нигеҙһеҙ «юлиан календарының боҙолоуын» кәүҙәләндерә, тип белдерә. Әйткәндәй, айырыуса Париж һәм Вена университеттары ҡәтғи ҡаршы булалар. Ул замандың күп кенә алдынғы ғалимдары ла проектты ҡырҡа тәнҡитләй. Рим Папаһы Григорий XIII реформаға ҡаршы сығыусыларға сиркәүҙән ҡыуыу менән янарға мәжбүр була.[13].

  1. яңы календарь ҡабул итеү мәлендә ағымдағы датаны 10 көнгә шылдыра һәм тупланған хаталарҙы төҙәтә;
  2. яңы календарҙа яңы, теүәлерәк, кәбисә йылы барлыҡҡа килә— кәбисә йылы тураһындағы ҡағиҙә эшләй башлай, йәғни 366 көн, әгәр:
    • йыл һаны 400-гә бүленә (1600, 2000, 2400);
    • ҡалған йылдар — йыл һаны 4-кә бүленә һәм 100-гә бүленмәй (… 1892, 1896, 1904, 1908 …);
  3. христиан Пасхаһын иҫәпләү ҡағиҙәләре үҙгәртелә[14].

Юлиан һәм григориан календарҙары даталары араһындағы айырма һәр 400 йылға өс тәүлеккә арта.

Ҡайһы бер илдәрҙә Григориан стиле менән рәттән милли календарҙар ҡулланыла: Израиль (йәһүд календары), Һиндостан (Берҙәм Һиндостан милли календары), Бангладеш (бенгал календары).

Илдәрҙең григориан календарына күсеү датаһы

Дәүләттәр юлиан һәм башҡа календарҙарҙан Григориан календарына төрлө ваытта күсәләр[15]:

Юлиан календарының

аҙаҡҡы көнө
Григориан календарының

беренсе көнө
Дәүләттәр һәм территориялар
4 октябрь 158215 октябрь 1582Испания, Португалия, Италия, Речь Посполитая (федератив дәүләт: Бөйөк Литва кенәзлеге һәм Польша короллеге) (Литва губернаһы юлиан календарына 1800 йылдың 1 (11) ғинуарында әйләне ҡайта һәм 1815—1915 йылдарҙа Рәсәй империяһы составында документтарҙа ике календарь ҙа ҡулланыла)
9 декабрь 158220 декабрь 1582Франция, Лотарингия (юлиан календарына 1735 йылда әйләнеп ҡайта һәм ҡабаттан григориан календарына 1760 йылың 28 февралендә күсә)
14 декабрь 158225 декабрь 1582Люксембург, Республика Соединённых провинций
21 декабрь 15821 ғинуар 1583Фландрия, Голландия, Брабант, Бельгия[16], Зеландия графлығы
31 декабрь 158211 ғинуар 1583Ахен
10 февраль 158321 февраль 1583Льеж епископлығы, Гронинген [юлиан календарына 10 (20) ноября 1594 йылдың 10 (20) ноябрендә әйдәнеп ҡайта һәм григориан календарына ҡабаттан 1701 йылдың 12 ғинуарында күсә]
13 февраль 158324 февраль 1583Аугсбург
4 октябрь 158315 октябрь 1583Трир
5 октябрь 158316 октябрь 1583Австрия (Бриксен), Бавария, Зальцбург, Регенсбург, Тироль, Фрайзинг
13 октябрь 158324 октябрь 1583Брайсгау-Верхний Шварцвальд (район)
20 октябрь 158331 октябрь 1583Базель епскоплығы
2 ноябрь 158313 ноябрь 1583Юлих-Берг
3 ноябрь 158314 ноябрь 1583Кёльн
4 ноябрь 158315 ноябрь 1583Вюрцбург
11 ноябрь 158322 ноябрь 1583Майнц
16 ноябрь 158327 ноября 1583Баден-Баден, Страсбург архиепархияһы
17 ноябрь 158328 ноябрь 1583Мюнстер, Клева герцоглығы
14 декабрь 158325 декабрь 1583Штирия герцоглығы
6 ғинуар 158417 ғинуар 1584Австрия (Каринтия), Богемия
11 ғинуар 158422 ғинуар 1584Швейцария (Люцерн, Ури, Швиц, Цуг, Фрайбург, Золотурн кантондары, Невшатель кантонының Ле-Ландерон коммуннаһы)
12 ғинуар 158423 ғинуар 1584Силезия, Лужица
11 февраль 158422 февраль 1584Швейцария (Обвальден, Нидвальден кантондары)
1 июль 158412 июль 1584Вестфалия
3 октябрь 158414 октябрь 1584Моравия
15841584Америкалағы испан колониялары, Швейцария, Тургау, Аппенцелль-Иннерроден, Аппенцелль-Аусерроден кантондары (юлиан календарына 1597 йылда ҡабаттан әйләнеп ҡайта һәм 1798 йылда григориан календарына күсә)]
16 июнь 158527 июнь 1585Падерборн
21 октябрь 15871 ноябрь 1587Венгрия
14 декабрь 159025 декабрь 1590Трансильвания
22 август 16122 сентября 1612Пруссия
13 декабрь 161524 декабрь 1615Пфальц-Нойбург
16171617Курляндия юлиан календарына Рәсәй империяһына ҡушылыу 1796 йылдың 28 ғинуарында (8 февралдә) әйләнеп ҡайта]
16231623Швейцария (Унтерваллис — Вале кантонының бер өлөшө)
1623—16241623—1624Швейцария (Граубюнден кантонының бер өлөшө)
16241624Оснабрюк
15 март 163126 март 1631Хильдесхайм кенәзлеге, епископлығы
28 февраль 165511 март 1655Швейцария (Вале кантоны)
1 февраль 166812 февраль 1668Минден епископлығы
5 февраль 168216 февраль 1682Эльзас, Страсбург
18 февраль 17001 март 1700Дания (шул иҫәптән Норвегия), протестант немец дәүләттәре)
30 июнь 170012 июль 1700Нидерланд (Гелдерланд, Зютфен)
16 ноябрь 170028 ноябрь 1700Исландия
30 ноябрь 170012 декабрь 1700Нидерланд (Оверэйссел, Утрехт)
31 декабрь 170012 ғинуар 1701Швейцария (Цюрих, Берн, Базель, Женева, Невшатель, Шаффхаузен кантондары, Гларус кантонының католик өлөшө), Нидерланд (Фрисландия, Гронинген)
30 апрель 170112 май 1701Нидерланд (Дренте)
17241724Швейцария (Санкт-Галлен ҡалаһы)
2 сентябрь 175214 сентябрь 1752Бөйөк Британия, уның колониялары (шул иҫәптән Төньяҡ Америка североамериканские; Канаданың Яңы Шотландияһы француз колонияһы булараҡ һәм Ирландия григориан календарын 1605 йылдан 1710 йылдың 13 октябренә тиклем ҡуллана.
17 февраль 17531 март 1753Швеция (шул иҫәптән Финляндия)
16 февраль 176028 февраль 1760Лотарингия
22 июнь 17984 июль 1798Швейцария (Гларус кантонының протестант өлөшө)
13 декабрь 179825 декабрь 1798Швейцария (Аппенцелль-Аусерроден кантоны)
1783—18111783—1812Швейцария (Граубюнден кантонының протестант өлөшө: тәүгеләрҙән булып Оберэнгадин һәм Бергель коммуналары, аҙаҡҡылары булып коммуны Ширс һәм Грюш коммуналары күсә)
1863Камбоджа
6 октябрь 186718 октябрь 1867Аляска (территорияларҙы Рәсәйҙән АҠШ-ҡабиргән көнө; яңы календарға күсеү даталар алмшыныу ваҡытына тура килә, шуға күрә төҙәтмә 11 көн урынына 12 көн тәшкил итә, ә шулай аҙна көндәренең хисап тәртибе боҙола)
1 ғинуар 1873Япония
1885Бирма (Мьянма)
1 апрель 1889Сиам (Таиланд) (Бангкок нигеҙләнгән ваҡыттан алып һәм 1 апрелдәге йыл башынан; 1913 йылда будда вафатынан йылдар хисабы индерелә; 1941 йылда йыл башы 1 ғинуарға күсерелә)
1889Лаос
1 ғинуар 1896Корея
1 ғинуар 1912Ҡытай Халыҡ Республикаһы (Миньго календары буйынса; граждандар һуғышы арҡаһында күсеү 1929 йылда тамамлана)
14 ноябрь 191228 ноябрь 1912Албания
11 май 191525 май 1915Литва (немец оккупацияһы аҫтында), Латвия (Курляндия -немец оккупацияһы аҫтында)
31 март 191614 апрель 1916Болгария
15 февраль 19171 март 1917Төркиә (румий календары һаҡланып ҡала, айырмаһы 564 йыл)
22 август 19175 сентябрь 1917Латвия (Лифляндия — немец оккупацияһы аҫтында)
31 ғинуар 191814 февраль 1918РСФСР, Эстония
15 февраль 19181 март 1918Украина (Украин халыҡ республикаһы)
17 апрель 19181 май 1918Кавказ аръяғы демократик федератив республика (Грузия, Әзербайжан һәм Әрмәнстан
14 ғинуар 191928 ғинуар 1919Югославия
31 март 191914 апрель 1919Румыния
15 февраль 19231 март 1923Греция
1 ғинуар 1926Төркиә[13] (румий календары буйынса йыл хисабынан григориан календарына күсеү)
17 сентябрь 19281 октябрь 1928Мысыр
1949Ҡытай Халыҡ Республикаһы (Миньго календары буйынса йыл хисабынан григориан календарына күсеү; Тайваньда Миньго календары һаҡланып ҡала)[16]
1 октябрь 2016Сәғүд Ғәрәбстаны

Күсеү тарихы

Григориан календарын индереү. Римдағы Изге Петр соборында рим папаһы Григорий XIII ҡәберендәге барельеф
Уильям Хогарттың «Ҡайтарығыҙ беҙҙең ун бер көнөбөҙҙө!» картинаһы, 1755
Рәсәйҙә 1918 йылдың 26ғинуарында григориан календарын индереү тураһындағы Декрет
1919 йылдың 25 июнендә Харьков ҡалаһының «аҡ» гарнизоны буйынса бойороҡ: григориан календарын бөтөрөү һәм юлиан календарына күсеүгә бәйле иртәгәге көндө 13 июнь көн итеп һанарға
Рәсми рәүештә календарҙың донъяның төрлө илдәрендә ҡулланыла. (Дини өлкәлә башҡа календарҙар ҡабул итеүе мөмкин)      Григориан календаре      Григориан календаре, әммә башҡа эра буйынса      Башҡа календарҙар      Григориан һәм милли календарҙарҙы параллель рәүештә ҡулланыу

1582 йылда Григориан календарына Испания, Португалия (Испания провинцияһы булараҡ), Италия, Польша-Литва Содружествоһы (Бөйөк Литва һәм Польша герцоглығы), Франция, Лотарингия.

1583 йыл аҙағына уларға Голландия, Бельгия, Брабант, Фландрия, Льеж, Аугсбург, Трир, Бавария, Зальцбург, Регенсбург, Австрия һәм Тироль өлөштәре ҡушыла. Ҡыҙыҡлы факт та күҙәтелә. Мәҫәлән, Бельгияла һәм Голландияла 1583 йылдың 1 ғинуары 1582 йылдың 21 декабренән һуң килә, һәм бөтә халыҡ шул йылда Раштыуа байрамын үткәрмәй ҡала[16].

1583 йылда Григорий XIII Константинополь патриархы Иремия II-гә яңы календарға күсеү тәҡдиме менән илселек ебәрә. 1583 йыл аҙағында Константинополь советында тәҡдим Пасха байрамының ҡануни ҡағиҙәләренә тап килмәй тип кире ҡағыла, ә яңы календарға эйәреүселәргә анафема иғлан ителә[17].

1584 йылда Австрия григориан календарына күсеүҙе тамамлай, Швейцария күсә башлай (Люцерн, Ури, Швиз, Зуг, Фрайбург, Солотурн кантондары), Силезия, Вестфалия һәм Америкалағы испан колониялары.XVI быуатта Швейцарияның католик өлөшө григориан календарына күсә, протестант кантондары 1753 йылда, ә һуңғыһы — Грисон 1811 йылда.

Ҡайһы бер осраҡтарҙа григориан календарына күсеү етди сыуалыштар менән оҙатыла. Мәҫәлән, 1584 йылда Польша короле Стефан Батори Ригала яңы календарь индергәндә, урындағы сауҙагәрҙәр, 10 көнлөк шылыу уларҙың поставкалар срогын боҙа һәм ҙур юғалтыуҙарға килтерә, тип баш күтәрә. Баш күтәреүселәр Рига сиркәүен емерә һәм бер нисә муниципаль хеҙмәткәрҙе үлтерә. «Календарь сыуалыштарын» 1589 йылдың йәйендә генә баҫтыралар[18].

Григориан календарына күскән ҡайһы бер илдәрҙә юлиан хронологияһы уларҙың башҡа дәүләттәргә ҡушылыуы һөҙөмтәһендә тергеҙелә.

1752 йылдың 2 сентябрендә король Георг II ҡарары менән григориан календарына күскән Бөйөк Британияла датаны 10 көнгә түгел, ә 11 көнгә алға күсерергә тура килә, сөнки континенталь Европала яңы календарь көсөнә ингәндән һуң тотош бер быуат үтә, шулай итеп тағы бер өҫтәмә көн йыйыла[16]. 2 сентябрҙән һуң кинәт 14 сентябрь тыуа.

Подданныйҙар уларҙы олоғайтҡан ҡарар менән ҡәнәғәт булмайҙар. Илдә «Ун бер көнөбөҙҙө кире ҡайтарығыҙ!» лозунгыһы аҫтында протест акциялары күҙәтелә. Уильям Хогарттың «Һайлауҙар» серияһының бер гравюраһында тап ошо хәл күрһәтелә. Ҡайһы берҙә кеше ғүмерен өҙгән сыуалыштар булып ала, мәҫәлән, Бристоль ҡалаһында[16].

Яңы календарҙы индереү һалым йыйыусылар өсөн дә етди финанс эҙемтәләргә килтерә. 1753 йылда, григориан календарының беренсе тулы йылында, банкирҙар һалым түләүҙән баш тарта, сөнки улар өсөн элекке дата ғәҙәти була һәм улар 11 көн алдан һалым түләргә ризалашмайҙар. Һөҙөмтәлә финанс йылы Бөйөк Британияла 6 апрелдә генә башлана. Был дата 250 йыл элек булған ҙур үҙгәрештәрҙең символы булараҡ беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған[16].

Швецияла 1700 йылдан алып 1740 йылға тиклем кәбисә көндәрен бөтөрөргә ҡарар итәләр. 1700 йылда беренсе кәбисә көнө бөтөрөлә. Һуңынан һуғыш башлана,һәм күсеү онотола. Шулай итеп, ил үҙенең швед календары буйынса йәшәй. 1711 йылда Карл XII быны урынһыҙ тип таный, һәм иҫке стилгә кире ҡайтырға һәм февраль айында 2 көн өҫтәргә ҡарар итә. Шуға күрә Швецила 1712 йылда февралдә 30 көн булы. 1753 йылда ғына яңы стиль индерелә. Шул уҡ ваҡытта 17 февралдән һуң кинәт 1 март барлыҡҡа килә.

Аляскалағы григориан календарына күсеү ғәҙәти булмаған, сөнки унда датаны үҙгәртеү датаны үҙгәртеү линияһын күсереү менән бергә алып барылған. Шуға күрә, 1867 йылдың 6 октябре йомаһынан һуң тағы ла бер йома барлыҡҡа килә — яңы стиль буйынса 1867 йылдың 18 октябрендә.

1872 йылда традицион лунисоларҙан григориан календарына күсеү тураһында ҡарарҙы Япония ҡабул итә, шуға күрә икенсе көндө,бишенсе Мэйдзи йылы ун икенсе айының 2 көнөнән һуң 1873 йылдың 1 ғинуары тура килә, һөҙөмтәлә Япония календары көнбайыштың эре державалары календарына (Рәсәйҙән тыш) тап килтерелә. Шуға ҡарамаҫтан, рәсми документтар бер үк ваҡытта нэнго системаһын ҡулланыуын дауам итә.

Корея григориан календарын 1896 йылдың 1 ғинуарында ҡабул итә, уны ҡабул итеүҙә Ю Кил-чун әүҙемлек күрһәтә. әүҙем ҡатнашты Ю Кил-чеунг[19]. Ҡабул ителгән календарь буйынса айҙар һаны билдәләнһә лә, 1895—1897 йылдарҙа Чосон династияһының беренсе йылындағы йылдар һанының иҫкесә һаналыуы дауам итә. 1896 йыл буйынса Григориан календары Чосондың 1392 йылына тап килә[20]. 1897 һәм 1910 йылдар араһында һәм 1948 йылдан алып 1962 йылға тиклем корея календаре дәүеренең башы ҡулланыла.1910 һәм 1945 йылдар араһында, Корея япон хакимлығы аҫтында булғанда, япон хронологияһы ҡулланыла. 1945 йылдан 1961 йылға тиклем Көньяҡ Кореяла григориан календары б.б.т. 2333 йылда Кочосон дәүләтенә нигеҙ һалынған хронология менән берләштерелә. Төньяҡ Кореяла 1997 йылдың 8 июленән яңы «Чучхе хронологияһы» ҡабул ителә, уның башы — 1912 йыл — Ким Ир Сендың тыуған йылы.

Ҡытай Республикаһы григориан календарын рәсми рәүештә 1912 йылдың 1 ғинуарында ҡабул итә, әммә континенталь Ҡытай хәрби диктатура осоронда төрлө календарҙар ҡулланыла. 1928 йылдың октябрендә Гоминьдан хакимлығы осоронда Милли хөкүмәт григориан календарын 1929 йылдың 1 ғинуарынан ҡулланырға ҡарар итә. Шуға ҡарамаҫтан, айҙарҙы нумерациялауҙа ҡытай традицияһы һаҡланып ҡалған, ә хронологияның башланыуы Ҡытай Республикаһын иғлан итеүҙең беренсе йылы — 1912 йыл тип билдәләнгән. Был система үҙен Ҡытай Республикаһының вариҫы тип һанаған Тайваньда әле лә ҡулланыла.1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы иғлан ителгәндән һуң ҡытай материгы григориан календарын ҡулланыуын дауам итә, әммә элекке хөкүмәт индергән нумерация һәм йылдар хисабы бөтөрөлә һәм, СССР-ҙа һәм көнбайыш илдәрендәге кеүек, Христос раштыуаһынан йылдар хисабы ҡабул ителә.

Рәсәйҙә совет власы контроле аҫтында булған территорияла григориан календары Халыҡ Комиссарҙары Советының 1918 йылдың 26 ғинуарындағы указы менән индерелә, уның буйынса 1918 йылдың 31 ғинуарынан һуң 14 февраль барлыҡҡа килә. Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылғандан һуң барлыҡҡа килгән башҡа дәүләт берекмәләре контроле аҫтында булған элекке Рәсәй империяһы территорияларында яңы стиль рәсми рәүештә индерелгән даталар төрлөсә була. Мәҫәлән, Ваҡытлыса Себер хөкүмәте яңы стилде 1918 йылдың 31 авгусында үҙенең декретына ярашлы индерә һәм 1 октябрь көнөн 14 октябрь тип иғлан итә[21]. Ә Рәсәй Көньяҡҡа большевиктар власы иғлан ителгәнгә тиклем иҫке стиль буйынса йәшәйҙәр

Шулай итеп, бер нисә илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, 1900 йылғы календарҙа 29 февраль була.

Григориан календарға һуңғыларҙан булып Греция 1923 йылда[22], Төркиә 1926 йылда һәм Мысыр 1928 йылда күсәләр[16]. Башҡа ғәрәп илдәре граждандар тормошонда григориан календарына күсә, иң аҙаҡҡыһы булып Сәғүд Ғәрәбстаны күсә (2016)[23].

Григориан календарында әлегә тиклем Эфиопия (был илдә эфиоп календары ҡулланыла)[16], Иран һәм Афғанстан (иран календары), Непал (непал календары) күсмәгән.

1923 йылдан алып урындағы православие сиркәүҙәренең күпселеге, Рус, Иерусалим, Грузин, Серб һәм Афон сиркәүҙәренән тыш, григориан календарына оҡшаш һәм уның менән 2800 йылға тиклем тап килгән яңы юлиан календарын ҡабул итә. Шулай уҡ формаль рәүештә был яңылыҡ Мәскәү мәхәлләләренең барыһы тарафынан да тиерлек ҡабул ителһә лә, дөйөм алғанда Сиркәүҙә аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙыра, шуға күрә 8 ноябрҙә үк Патриарх Тихон «сиркәү ҡулланыуына яңы стиль индереүҙе ваҡытлыса кисектереп торорға» бойора. Шулай итеп, Рәс православие сиркәүендә яңы стиль барыһы 24 көн ғәмәлдә була.

Таиландта тай ҡояш календары ҡабул ителгән, ул григориан календары булып тора, әммә башҡа хронология менән. Беҙҙең дәүер хронологияһы һәм милли хронология Ҡытай Республикаһында (Тайвань) (Минго календары), КХДР (Юче календары), Японияла (идаралыҡ девиздары буйынса хронология) параллель рәүештә ҡулланыла..

1948 йылда Мәскәү православие сиркәүҙәре конференцияһында Пасханы, күскән байрамдар кеүек үк, Александр пасхалияһы буйынса (юлиан календары буйынса) иҫәпләргә, ә күсмәй торғандар — урындағы сиркәү календары буйынса хисаплана.

Пролептик календарь

Григориан календар ингәнгә тиклем даталарҙы билдәләү өсөн ҡулланылған календарь пролептик тип исемләнә. Мәҫәлән, беҙҙең эраға тиклемге даталарҙы билдәләү өсөн беҙҙең эраға тиклем 45 йылдың 1 ғинуарында индерелгән юлиан календары ҡулланыла[24] — тимәк, унан алдағы даталар пролептик юлиан календары буйынса билдәләнә. Юлиан календары ҡулланылмаған төбәктәрҙә ваҡиғаларҙың датаһын билдәләү өсөн 1582 йылдың 15 октябрендә григориан календары индерелгәнгә тиклем пролептик григориан календары ҡулланыла, ваҡиғалар даталары григориан календары ҡағиҙәләре буйынса билдәләнә.

Аустерлиц янындағы алыш

Григориан һәм юлиан календарҙары араһындағы айырма Австрия һәм Рәсәй армияһының 1805 йылдағы берлектәге ғәмәлдәрендәге хатаға сәбәпсе булған тип иҫәпләнә, был Аустерлицта союздаштарҙы тар-мар итеүҙә ҙур роль уйнай[25][26].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Юлиан календары

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары