Рабат

Рабат (ғәр. الرباط‎ — Ар-Рибат, рибат — йәғни «нығытылған монастырь», сағ. урыҫса. Арбат) — Марокконың баш ҡалаһы, уның мәҙәни һәм сәнәғәт үҙәге. Рабат туранан-тура Сале ҡалаһына йәнәш тора, унан Бу-Регрег йылғаһы менән айырыла һәм уның менән беогә баш ҡала агломерацияһын тәшкил итә.

Рабат
ғәр. ‫رباط
Герб
Нигеҙләү датаһы1146
Рәсем
Рәсми атамаһыالرباط
ЭтнохоронимRabati[1] һәм Rabataise[1]
Рәсми телҒәрәп теле
Дәүләт Марокко[2]
Административ үҙәгеМарокко
Административ-территориаль берәмекРабат[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанУэд-бу-Регрег[d] һәм Атлантик океан
Хөкүмәт башлығыFatiha El Moudni[d]
Халыҡ һаны572 717 кеше (2014)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек135 ± 1 метр
Туғандаш ҡалаВифлеем[d][4], Бурса, Лиссабон, Мадрид[5], Севилья[6], Тунис[7], Истанбул, Афина, Бағдад, Дамаск, Лас-Пальмас-де-Гран-Канария[d], Санто-Доминго (Доминика Республикаһы), Гонолулу[d][8], Амман, Наблус[d], Ҡаһирә, Стокгольм[d] һәм Гонолулу[d][8]
МилкеPrince Moulay Abdellah Stadium[d]
Майҙан118 ± 1 км²
Почта индексы10000–10220
Рәсми сайтrabat.ma
Коллаж
Урындағы телефон коды537
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Рабате[d]
Карта
 Рабат Викимилектә

Географияһы

Ҡала-порт Атлантик диңгеҙе яры буйында, Бу-Регрег йылғаһы тамағында, Атлас тауҙары итәгендә урынлашҡан. Көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 90 км алыҫлыҡта илдең иң эре порты һәм ҡалаһы Касабланка урынлашҡан.

Тарихы

Беҙҙең эраға тиклем III быуатта Бу-Регрег йылғаһы буйында Шелла ауылы булған, уның төп шөғөлө Карфаген менән сауҙа итеү була. 40-сы йылда римлеләр уны Сала Колония ҡалаһына әйләндерә. Яҡынса 250 йылда ҡала берберҙарға күсә. 1146 йылда Әлмөхәттәр Марокконың Атлантик яры буйын яулап алыу барышында Әбд әл-Мөмин бында ҡәлғә төҙөй, ул уны Андалусияға һөжүм итеү өсөн ҡуллана. Ҡаланың хәҙерге исеме 1170 йылдарҙа «Рибат-әл-Фәтх», йәғни «еңеүсе» формаһында тәүге тапҡыр теркәлгән.

Рабат үҙенең үҫешенә Әбд әл Мөминдең ейәне Яҡуп әл -Мансур (1184—1199 йй.) ваҡытында ирешә, ул Әлмәхәдтәр дәүләтенең баш ҡалаһын Марракештан Рабатҡа күсерә. Ул ҡалала күп ҡоролмалар, шул иҫәптән Касба Удайя ҡәлғәһен төҙөй, шулай уҡ мәсет төҙөй башлай, ул донъяла иң ҙур мәсеткә әүерелергә тейеш була. Манараның бейеклеге 86 метрға етергә тейеш була, әммә Яҡуптың вафатына тиклем тик 44 метрға етә, шунан һуң төҙөлөш туҡтатыла. Төҙөлөп бөтмәгән манараның шул дәүерҙә төҙөлгән Марракештағы Кутубия һәм Севильялағы Хиральда менән күп оҡшаш яҡтары була.

Яҡуп үлгәндән һуң ҡаланың тарҡалыу осоро башлана. Әлмәхәдтәр дәүләте үҙенең биләмәләрен Испанияла һәм күп өлөшөн Төньяҡ Африкала юғалта, ахыр сиктә был уның һәләкәтенә килтерә. XIII XIII быуатта Марокколағы бөтә нәмә Мариндтар династияһы власы аҫтынна күсә, һәм Рабаттың иҡтисади ҡеүәте Маринидтарҙың баш ҡалаһы Фесҡа күсә. 1515 йылда сәйәхәтсе Әл-Вассан бөтә Рабатта тик йөҙ торлаҡ йорт ҡына ҡала тип хәбәр итә. Рабаттың яңырыуы Испаниянан морисктарҙы ҡыуып сығарыу менән бәйле. Күп морисктар Рабатта тәпләнә һәм уның иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә.

1627 йылда Рабат һәм күрше Сале ҡалаһы Бу-Регрег республикаһына берләшә. Республика башында берберҙар юлбаҫарҙары тора, улар ҡаланы караптарға һөжүм итеү өсөн файҙалана. Юлбаҫарҙар үҙәк властар менән 1666 йылға, Марокко Алауит династияһы власы аҫтында берләшкәнгә тиклем осрашмай. Алауиттарҙың Бу-Регрег республикаһын буйһондорорға маташыуҙары уңышһыҙ була, һәм һуңғыһы 1818 йылға тиклем йәшәй. Республика юҡҡа сыҡҡандан һуң да юлбаҫарҙар Рабат гаванендә хужа була, был юлбаҫарҙар һөжүменән һуң артынса караптарын юғалтып, Австрия флотының ҡаланы утҡа тотоуына килтерә.

1912 йылда Фес килешеү буйынса Франция Марокко өҫтөнән протекторат урынлаштыра. Мароккола француз хакимиәте башлығы Юбер Лиотэ, баш ҡаланы Фестан Рабатҡа күсерә. Был ҡарарҙың сәбәбе булып Фесҡа һәм унда хөкүмәткә ҡурҡыныс янаған берберҙар ихтилалы тора. Солтан Мулай-Йософ был ҡарар менән ризалаша һәм Рабатҡа күсә. 1913 йылда Лиотэ Анри Простҡа Виль-Нувель, Рабаттың заманса кварталын төҙөргә йөкмәтә, унда административ биналар урынлашырға тейеш була. Марокконың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәндән һуң, 1956 йылда король V Мөхәммәт Рабатты баш ҡала итеп ҡалдыра.

Климаты

Рабат климаты урта диңгеҙ буйы. Йәйге айҙарҙа күләгәлә температура 40 °C һәм унан да юғары булһа ла, шуның менән бергә, һалҡын Канар ағымы йәйге температураны һиҙелерлек кәметә, бындай эҫе һауа массалары Сахаранан килеп инеүе генә мөмкин, ғәҙәти көндөҙгө температура 25-28 °C, төндә һалҡыныраҡ. Август айында, ғәҙәттә, иң йылы көндәр, уртаса температура 22 °C, был Урта диңгеҙ буйы күпселек ҡалаларының климатына ҡарағанда күпкә түбән. Тигеҙ климат Рабатты донъяның иң уңайлы ҡалаларының береһе итә — ҡалала температура йыл дауамында уңайлы әһәмиәт сигенән бик һирәк сыға.

Ҡыш, ғәҙәттә, йылы, әммә ҡышын уртаса төндә 1-2 ҡырау була. Ҡар бик һирәк яуа. Ғинуарҙа уртаса температураһы яҡынса 12 °C, шулай итеп, миҙгел-ара тирбәлеүҙәр яҡынса ни бары 10 °C тәшкил итә. Яуым-төшөмдәр ҡышҡы айҙарҙа була, йәй яуым-төшөм бик һирәк була.

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C27313538414246454438342846
Уртаса максимум, °C17,217,719,220,022,124,126,827,126,424,020,617,721,9
Уртаса температура, °C12,613,114,215,217,419,822,222,421,519,015,913,217,2
Уртаса минимум, °C8,08,69,210,412,715,417,617,716,714,111,18,712,5
Абсолют минимум, °C−4−314691212951−2−4
Яуым-төшөм нормаһы, мм777461622571164497101555
Һыу температураһы, °C16161819222526272421181727
Сығанаҡ: [9][10]

Иҫтәлекле урындары

Рабат ҡомартҡылары, урта быуаттыҡы ғына түгел, шулай уҡ яңы ҡаланың планировкаһы (XX быуаттың уртаһы),2012 йылдан алып ЮНЕСКО-ның «Бөтә донъя мираҫы» исемлегендә тора.

  • Рабаттың Король һарайы (фр.)баш.
  • Мөхәммәт V мавзолейы (фр.)баш.
  • Мөхәммәт V проспекты (протекторат ваҡытында француз архитекторҙары тарафынан төҙөлгән):
    • Почтамт
    • Парламент
    • Әл-Мәғриб банкы
  • Касба Удайя
    • Андалуз баҡсаһы
    • Күҙәтеү майҙансығы
    • Баб Әл-Кәбир ҡапҡаһы
  • Нуза Ассан баҡсаһы
  • Рабат маяғы[11]

Ҡала музейҙары

Рабатта бер нисә музей урынлашҡан:

1915 йылда Марокко сәнғәт музей «Удай» ойошторола. Музейға инеү урынында XVII—XVIII быуаттарҙа Марокко корсарҙары яулап алған пушкалар ҡуйылған. Музейҙың бер бүлмәһендә бай Марокко ғаиләһенең традицион торлаҡ интерьеры күрһәтелгән, башҡа бүлмәләрҙә —марокко һәм андалуз оҫталары эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың традицион биҙәүестәре коллекцияһы, боронғо ҡорал коллекцияһы, марокко милли кейем өлгөләре, халыҡ музыка ҡоралдары, көршәк изделиелар, керамика, Марокконың төрлө төбәктәрендә һуғылған данлыҡлы XVIII—XIX быуат келәмдәре тәҡдим ителә. Музей залдарының береһендә ғәрәп манускриптары, Ҡөрьәндең боронғо исемлеге бар

  • Милли кәсептәре музейы Марокко һөнәрселәренең хәҙерге заман сәнғәтен күрһәтә
  • Боронғо әйберҙәр музейы
  • Халыҡ сәнғәте музейы
  • Рабаттың археология музейы (инг.)баш.
  • Маринидтар династияһының XIV быуат некрополе менән Шелла ҡәлғәһе

Дини ҡоролмалар

  • Хәсән манараһы (1199) — ислам донъяһында иң бейек бинаһы булырға тейеш булған
  • Изге Петр (Рабат) соборы (фр.)баш. (1921, 1930) — Рабат католик архиепархияһының кафедраль соборы
  • Христова Воскресения урыҫ православие сиркәүе (1932, фреска һынлы сәнғәте 2011 йыл)
  • Мөхәммәт V проспектында Әс-Сөннә мәсете[12]

Туғанлашҡан ҡалалар

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 1401
рус.англ.фр.

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары