Риксдаг

Риксдаг (швед. riksdag, швед. riks — дәүләт, империя, һәм швед. dag — сейм, йыйылыш) — Швецияның дүрт йылға пропорциональ система буйынса һайланған, 359 ағзанан торған бер палаталы парламенты. Риксдагты спикер — тальман етәкләй. Швецияның иң юғары вәкиллекле һәм закондар сығарыу органы булып тора. Риксдаг бинаһы Стокгольмдың үҙәгендә, Хельгеандсхольмен утрауында урынлашҡан. Риксдаг спикеры парламентҡа премьер-министр вазифаһына кандидатура тәҡдим итә.

Риксдаг
швед. Sveriges Riksdag
Нигеҙләү датаһы1971[1]
Логотип
Рәсем
Ойошма етәксеһенең вазифаһыспикер риксдага[d]
Дәүләт Швеция[2]
Юрисдикция таралышыШвеция
МилкеШведская база данных Риксдага[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуыРиксдаг бинаһы[d], Стокгольм[d]
Алыштырғандвухпалатный парламент Швеции[d]
Урындар һаны349
Рәсми сайтriksdagen.se
Портал открытых данныхШведская база данных Риксдага[d]
Схематичная иллюстрация
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр69 163
Official jobs URLriksdagen.se/sv/sa-funka…
Категория для внешности элементаCategory:Exterior of the Riksdag[d]
 Риксдаг Викимилектә

Тарихы

Тәүге тапҡыр «ҡатламдар йыйылышы» 1435 йылда Арбуга ҡалаһында Дания-Швеция-Норвегия короле Эрик Померанданға ҡаршы халыҡ ихтилалы барышында йыйыла[3]. Уның үҙенсәлеге бер юлы дүрт ҡатлам : крәҫтиәндәр, ҡала халҡы, аҡһөйәктәр һәм руханиҙар ҡатнашыуында. Был уны Швецияла беренсе ҡатлам-вәкәләтле орган тип һанау мөмкинлеге бирә. Арбугалағы йыйылыш ихтилал юлбашсыһы Энгельбрект Энгельбректсонды ил хакимы тип иғлан итә.

Һуңынан Риксдаг Густав I Ваза власын урынлаштырыуҙа хәл иткес роль уйнай һәм уның XVII, XVIII быуаттарҙағы дәүләт эшмәкәрлеген хәл итә. 1561 йылда хәҙерге исемен ала, 1611 йылда уның функциялары асыҡлана: закондарҙы хуплау, сит ил державалары менән союз төҙөү тураһында ҡарарҙар ҡабул итеү, һуғыш иғлан итеү һ.б. «Азатлыҡ эраһы» осоронда (1718—1772) төп закондар сығарыу органы булып тора, 1772 йылдан һуң король ҡарары буйынса ғына йыйыла. 1866 йылда ике палаталыға әйләнә (Беренсе (Första kammaren) һәм Икенсе палатанан (Andra kammaren) тора), 1969—1971 йылдарҙа У. Пальменың реформаһы һөҙөмтәһендә бер палаталы булып ҡала[4].

Парламент комитеттары

Риксдагта 15 парламент комитеты эшләй, һәр береһендә 17 урын. Улар партияларҙан алынған һуңғы һайлау һөҙөмтәләре нигеҙендә мандаттар буйынса тигеҙ бүленә:

  • Социаль мәсьәләләр буйынса комитет (Civilutskottet)
  • Конституция мәсьәләләре буйынса комитет (Konstitutionsutskottet)
  • Мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса комитет (Kulturutskottet)
  • Оборона мәсьәләләре буйынса комитет (Försvarsutskottet)
  • Мәғариф буйынса комитет (Utbildningsutskottet)
  • Ауыл хужалығы һәм тирә-яҡ мөхит буйынса комитет
  • Финанс мәсьәләләре буйынса комитет (Finansutskottet)
  • Тышҡы сәйәсәт мәсьәләләре буйынса комитет (Utrikesutskottet)
  • Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет
  • Сәнәғәт һәм сауҙа мәсьәләләре буйынса комитет
  • Хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса комитет (Justitieutskottet)
  • Хеҙмәт баҙары мәсьәләләре буйынса комитет (Arbetsmarknadsutskottet)
  • Социаль страховка мәсьәләләре буйынса комитет (Socialförsäkringsutskottet)
  • Һалым һәм йыйымдар буйынса комитет

Һайлауҙар

Һайлау үткәреү тәртибе

Риксдагҡа сираттағы һайлауҙар дүрт йылға бер тапҡыр сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә (һуңғыһы 2018 йылдың 9 сентябрендә була) йәшерен тауыш биреү юлы менән үткәрелә. Шул уҡ көндө төбәк органдары (ландстинг) һәм урындағы муниципалитеттар йыйылыштарына һайлау үтә. Риксдагҡа һайлауҙарҙа тауыш биреү хоҡуғына 18 йәше тулған һәм һайлаусылар исемлегенә индерелгән швед граждандары эйә.

Швеция территорияһы һайлау округтарына бүленгән, уларҙа риксдагҡа 310 мандат нығытылған. Ҡалған 39 мандат тигеҙләүсе булып тора һәм бөтә ил буйынса дөйөм тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса тултырыла. Парламентта эшләү хоҡуғына һайлаусыларҙың 4 проценттан кәм булмаған тауышын йыйған йәки теләһә ҡайһы һайлау округында 12 проценттан кәм булмаған тауыш йыйған партия эйә.

Сираттағыһайлауҙар араһында алдан һайлау үткәрелеүе мөмкин. Бындай осраҡта мандатный осоро сираттағы һайлауҙарға тиклем ғәмәлдә була. 1975 йылда ғәмәлдәге идара итеү формаһы тураһында акт көсөнә инеү менән алдан һайлауҙар үткәрелмәй.

Тауыштарҙы дәүләт кимәлендә һайлау идаралығы (Valmyndigheten), район кимәлендә — земство идаралығы, муниципаль кимәлдә — һайлау идаралығы (Valnämnd) иҫәпләй.

Һуңғы һайлау һөҙөмтәләре

2018 йылдың 9 сентябрендә үткән һайлауҙарҙа төп ике коалиция ла күпселекте тәшкил итә алмай, сөнки Швед демократтары уң консерватив партия уңышлы сығыш яһай.

Стокгольмда Риксдаг бинаһы
ПартияТауыш%Урын+/-
Социал-демократтар'S1,830,38628.3100-13
Урта коалиция партияһыM1,284,69819.870-14
Швед демократтарыSD1,135,62717.562+13
Үҙәк партияC557,5008.631+9
Һул партияV518,4548.028+7
Христиан демократтарKD409,4786.322+6
ЛибералдарL355,5465.520+1
Йәшелдәр партияһыMP285,8994.416-9
Феминистар инициативаһыFI29,6650.50±0
Швеция өсөн АльтернативаAFS20,2900.30
Пират партияһыPP7,3260.10±0
Төньяҡ ҡаршылыҡ хәрәкәтеNMR2,1060.030
Ҡыҙыл-йәшелдәр (S+MP+V)2,634,73940.7144-15
Швеция өсөн Альянс (M+C+ЛА+KD)2,607,22240.3143+2
Швед демократтары (SD)1,135,62717.562+13
Боҙолған бюллетендәр58,546---
Барыһы1003490
Теркәлгән/килгән87.1--
Сығанаҡ: SVT VAL 2018 йыл 17 декабрь архивланған.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡ

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары