Ричард Бёртон (актёр)

Ричард Бёртон (ингл. Richard Burton, тыумыштан — Ричард Уолтер кесе Дженкинс; 10 ноябрь 1925(19251110), Понтридифен — 5 август 1984, Селиньи) — актёр, ете тапҡыр «Оскар» премияһына номинант, шулай уҡ «Алтын глобус», «Грэмми», «Тони» һәм «BAFTA» премияларына эйә булыусы. Үҙенең иң популяр булған сағында 1960 йылдарҙа Бёртон Голливудта иң юғары хаҡ алып эшләүсе актёрҙарҙың береһе иҫәпләнә. Әлегә тиклем йәмәғәт аңында уны Элизабет Тейлор менән шау-шыулы мәнәсәбәттәре гәзит биттәренән төшмәгән икенсе ҡатыны менән бәйләйҙәр.

Ричард Бёртон
ингл. Richard Burton
Рәсем
Ҡултамға
Затир-ат[1][2]
Гражданлыҡ Бөйөк Британия
Тыуған ваҡыттағы исемеингл. Richard Walter Jenkins
Тыуған көнө10 ноябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[3][2][4][…]
Тыуған урыныПонтридифен[d], Уэльс
Вафат булған көнө5 август 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[3][2][4][…] (58 йәш)
Вафат булған урыныСелиньи[d], Швейцария[5]
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбевнутримозговое кровоизлияние[d]
Ерләнгән урыныOld Cemetery of Céligny[d]
Ҡәбере һүрәте
АтаһыRichard Walter Jenkins[d][6]
ӘсәһеEdith Mawd Thomas[d][6]
Бер туғандарыGraham Jenkins[d]
Хәләл ефетеЭлизабет Тейлор, Сибил Уильямс[d], Сьюзан Миллер[d], Элизабет Тейлор һәм Sally Burton[d]
БалаларыJessica Burton[d][7] һәм Кейт Бертон[d][7]
Туған телваллийский язык[d]
Һөнәр төрөкино актёры, автор дневника, театр актёры, актёр, кинорежиссёр
Уҡыу йортоЭксетер-колледж[d][8]
Кемдә уҡығанPhilip Burton[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы1984
Ғәскәр төрөКоролевские военно-воздушные силы Великобритании[d]
ФильмографияRichard Burton filmography[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы177 сантиметр
Рәсми сайтrichardburton.com
Досье вШвейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][9]
 Ричард Бёртон Викимилектә

Би-би-си компанияһы 2002 йылда үткәргән һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, тарихта иң бөйөк инглиздәрҙең береһе була.

Биографияһы

Ричард Уолтер Дженкинс Уэльста Понтридифен ауылында тыуған (хәҙерге Нит-Порт-Толбот округы). Шахтёр Ричард Уолтер өлкән Дженкинс (1876—1957) һәм уның ҡатыны Эдит Мод Томас (1883—1927) ғаиләһендә ун өс баланың ун икенсеһе була[10] , Бёртон Голливудта һоҡландырғыс карьера эшләй, 1960 йылдарҙа донъялағы иң юғары хаҡ алып эшләүсе актёр була.

Ричардтың бала сағы ярлылыҡта үтә. Мәктәп театр постановкалараныда уның актёрлыҡ таланты сағыла. Был талантты мәктәп уҡытыусыһы Филипп Бёртон дәртләндерә, ул Ричардта әҙәбиәткә һәм театрға ҡыҙыҡһыныу уята[11].

Ричард 1943 йылда профессиональ сәхнәлә беренсе тапҡыр сығыш яһай. Ул үҙенә уҡытыусыһының Бёртон фамилияһын сәхнә псевдонимы итеп ала[10]. Армия сафтарына саҡырыла, хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт итә. 1947 йылда демобилизациялана. Лондон театрҙарының береһендә эшләй. 1948 йылда «Последние дни Долвина» (The Last Days Of Dolwyn) фильмында кинола тәүге тапҡыр сығыш яһай, унда төп ролдәрҙең береһен башҡара. Радиола күп эшләй. 1951 йылда Стратфорд-апон Эйвондағы Мемориаль Шекспир театры сәхнәһендә сығыш яһай. 1952 йылда Бёртондың «Моя кузина Рейчел» («My Cousin Rachel») фильмында Голливуд дебюты була, унда төп ир-ат ролен башҡара[11].

Бёртонды йыш ҡына роль һайлап ала белмәүҙә ғәйепләйҙәр. Тәнҡитселәрҙең скептик мөнәсәбәте уның иң яҡшы — «Оглянись во гневе» (1958), «Кто боится Вирджинии Вульф?» (1966), «Эквус» (1977) һәм «1984» (1984 актёрлыҡ эштәрен белмәй ҡалыуына килтерә.

Ете тапҡыр «Оскар» премияһына тәҡдим ителә (6 — иң яҡшы ир-ат роле өсөн, 1 — икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн), әммә унда бер тапҡыр ҙа еңеү яуламай. Хәл шуға тиклем барып етә, 1970 йылда, Джон Уэйн бүләкте алып уны Бертонға ташлаған һымаҡ ҡылана һәм «статуэткаһына һин лайыҡ» тип әйтә.

Һуңғы йылдарҙа күп сирҙәр менән яфалана, оҙаҡ ваҡыт алкоголизмдан дауалана (хатта көнөнә өсәр шешә араҡыны эсер булған) һәм никотин бәйлелегенән ҡотола алмай (бала саҡтан уҡ уны тартҡан). Былар бөтәһе 58 йәшлек Бёртонды вафатына килтерә- Швейцарияның Женева ҡалаһы Селиньи муниципалитетындағы йортта мейеһенә ҡан һауыуҙан үлеп ҡала. Дүрт көндән һуң актёрҙы ҡыҙыл костюмда (уның валли тамырҙарына хөрмәт йөҙөнән) яратҡан шағиры Дилан Томастың әҫәрҙәре томы менән бергә ерләйҙәр

Шәхси тормошо

Бёртон биш тапҡыр өйләнә, ике тапҡыр суперйондоҙ Элизабет Тейлорға өйләнә (1964-1974, 1975-1976), уның менән ун бер картинала, шул иҫәптән данлыҡлы тарихи «Клеопатра» (1963) блокбастерында төшә. 2013 йылда был мөнәсәбәттәр тураһында «Бёртон һәм Тейлор» / «Burton and Taylor» (Бөйөк Британия, режиссёр Ричард Лэкстон / Richard Laxton) телевизион фильмы төшөрөлә. Тейлорҙан тыш, Бёртон никахҡа инә:

  • актриса Сибил Уильямс (1949—1963; унан ике ҡыҙы — Кейт һәм Джессика була);
  • модель Сьюзан Хант (1976—1982) менән
  • гримерша Салли Хэй менән (1983 йылдан уның вафатына тиклем).

Йәш сағында, Сибил Уильямс менән никахта тороп, актриса Клэр Блум менән роман башлай, ул һуңынан «Оглянись во гневе» и «Шпион, пришедший с холода» картиналарында партнер була. Инде Бёртон вафатынан һуң Блум уны үҙенең тормошонда иң оло мәхәббәте булыуы тураһында әйтә.

Өлөшләтә фильмографияһы

ЙылРусса исемеТөп телдә исемеРоль
1953фКрысы пустыниThe Desert Ratsкапитан «Тэмми» МакРобертс
1953фПлащаницаThe RobeМарцелл Галлион
1955фПринц игроковPrince of PlayersЭдвин Бут
1956фАлександр ВеликийAlexander the GreatАлександр Великий
1959фОглянись во гневеLook Back in AngerДжимми Портер
1962фСамый длинный деньThe Longest DayҺауа ҡораллы көстәре офицеры Дэвид Кэмпбелл
1963фКлеопатраCleopatraМарк Антоний
1963фОчень важные персоны (англ.)The V.I.P.sПол Андрос

Бекет фильмында Бекет Томас («Оскар» премияһының «Иң яҡшы актёр» номинацияһы

1964фНочь игуаныThe Night Of The Iguanaпреподобный Т. Лоуренс Шеннон
1964фГамлетHamletГамлет
1965фШпион, пришедший с холодаThe Spy Who Came in from the ColdАлек Лимас
1965фКуликThe Sandpiperдоктор Эдвард Хьюитт
1965фЧто нового, киска?What's New Pussycatстрип-клубта (камео ир-ат)
1966фКто боится Вирджинии Вулф?Who’s Afraid of Virginia Woolf?Джордж («Оскар» премияһының «Иң яҡшы актёр» номинацияһы)
1967фУкрощение строптивойThe Taming of The ShrewПетруччо
1967фДоктор ФаустDoctor FaustusФауст
1967фКомедиантыThe ComediansБраун
1968фБум!Boom!Крис Фландерс
1968фКуда залетают только орлыWhere Eagles Dareмайор Джон Смит
1968фСладкоежкаCandyМакфисто
1969фТысяча дней АнныAnne of the Thousand DaysГенрих VIII («Оскар» премияһының «Иң яҡшы актёр» номинацияһы)
1972фСиняя бородаBluebeardбарон Курт фон Зеппер
1972фУбийство ТроцкогоThe Assassination Of TrotskyЛев Троцкий
1973фСутьескаSutjeskaИосип Броз Тито
1973фУбийство в РимеMassacre In Romeполковник Герберт Каплер
1974фПоездкаIl viaggioЧезаре Брагги
1977фИзгоняющий дьявола 2Exorcist II: The Hereticотец Филип Ламонт
1977фЭквусEquusМартин Дайсарт
1978фДикие гусиThe Wild Geeseполковник Аллен Фолкнер
1978фОтпущение греховAbsolutionотец Годдар
1978фПрикосновение медузыThe Medusa TouchДжон Морлар
1979фЖелезный крест 2Breakthroughсержант Рольф Штайнер
1984ф19841984О’Брайен

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары