Самоа

Самоа (самоа. Sāmoa, ингл. Samoa [səˈmoʊə]), рәсми исеме — Бойондороҡһоҙ Самоа дәүләте (самоа. Malo Sa’oloto Tuto’atasi o Samoa, ингл. Independent State of Samoa), шулай уҡ Көнбайыш Самоа булараҡ билдәле — Көньяҡ Тымыҡ океандағы утрауҙа урынлашҡан дәүләт, шул уҡ исемдәге архипелагтың көнбайыш өлөшөн биләй.

Само́а Бойондороҡһоҙ дәүләте
Malo Sa'oloto Tuto'atasi o SamoaIndependent State of Samoa
Самоа гербы
Флаг
Девиз: «Fa'avae i le Atua Samoa (Самоаны Аллаһ бар иткән)»
Гимн: «The Banner of Freedom
சமோவா தேசிய கீதம் (வாத்தியம்)»
noicon
Үҙаллылыҡ датаһы1 ғинуар 1962Яңы Зеландиянан)
Рәсми телдәринглизсә һәм самоанский язык[d]
Баш ҡалаАпиа
Идара итеү төрөПарламент республикаһы
О ле Ао О ле Мало

Премьер-министр

Naomi Mataʻafa
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
166
2832 км²
0,3
Халыҡ
• Һаны (2008)
• Халыҡ тығыҙлығы

188 540 чел. (189)
76 чел./км²
ВалютаТала (WST)
Интернет-домен.ws
Код ISOWS
МОК кодыSAM
Телефон коды+685
Сәғәт бүлкәте13

Элекке исемдәре — Германия Самоаһы (19001914) һәм Көнбайыш Самоа (19141997). 1976 йылдың 15 декабрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ҡабул ителә[2]. 1970 йылдан — Милләттәр берҙәмлеге ағзаһы.

Баш ҡалаһы — Апиа ҡалаһы, Уполу утрауында урынлашҡан.

Этимология

Ил атамаһының килеп сығышы аныҡ ҡына билдәле түгел. Уның килеп сығышына ҡағылышлы бер нисә версия бар. «Самоа» һүҙе Sa-ia-Moa һүҙенең ҡыҫҡартылған формаһы булып тора, был һүҙ самоа теленән «Моа өсөн изге» тип тәржемә ителәhttps://web.archive.org/web/20080413055007/http://www.janesoceania.com/samoa_origin/.

Урындағы халыҡ араһында икенсе версия иң популяр. Самоандар билдәләүенсә, «Моа» «үҙәк» йә «тауыҡ» тигәнде аңлата (әммә Мануа утрауҙарында был һүҙ был контекста ҡулланылмай; унда тауыҡ manu һүҙе менән аңлатыла). Шуға күрә дәүләттең исемен самоан теленән «ғаләмдең изге үҙәге»[3] йәки «моа урыны» (моа — тауыҡты хәтерләткән урындағы йорт ҡошо) булараҡ тәржемә итергә мөмкин[4].

Бынан тыш, «Моа» — король титулына эйә булғандар йөрөткән фамилияhttps://web.archive.org/web/20080413055007/http://www.janesoceania.com/samoa_origin/.

География

Географик урыны

Самоа картаһы

Ил Самоа архипелагының көнбайыш өлөшөндә араһында урынлашҡан.

Дөйөм ҡоро ер майҙаны 2832 км² тәшкил итә һәм ике ҙур утрауҙы үҙ эсенә ала — Савайи (1708 км²) һәм Уполу (1118,7 км²) — һәм 8 ҙур булмаған утрау (5,71 км²), уларҙан тик Манонола һәм Аполимала ғына кеше йәшәй.

Самоа биләмәһенә 130 000 км² яр буйы иҡтисади зона һәм 23 100 га риф һәм ҡултыҡтар (5 м тиклем тәрәнлектә) инә[5].

Ил төньяҡта — Токелау; көнсығышта — Америка Самоаһы; көньяҡта — Тонга; көньяҡ-көнбайышта — Уоллис һәм Футуна утрауҙары, төньяҡ-көнбайышта Тувалу утрауҙары менән сиктәш.

УтракҙарМайҙан
(км²)
Халҡы
кеше (2006)
Савайи170843 103
Уполу1118,7136 674
Нуусафее0,02
Аполима боғаҙы утрауҙары
Маноно3889
Аполима175
Нуулопа0,01
Алеипата утрауҙары
Нуутеле1,08
Нуулуа0,25
Намуа0,20
Фануатапу0,15
Бөтәһе2832,41180 741

Тарихы

Полинезия мәҙәниәте

Самоа утрауҙарына кеше, Фиджи һәм Тонга утрауҙары кеүек үк, беҙҙең эраның бишенсе быуатында[6] Көнбайыш Меланезияла урынлашҡан Бисмарк утрауҙарынан лапита мәҙәниәте вәкилдәре күсенгән ваҡытта ултыра[7].

Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, кеше беҙҙең эраға тиклем II һәм I мең йыллыҡтар сигендә күсеп йәшәй башлай[8].

Самоа утрауҙары полинезия мәҙәниәтенең формалашыуы үҙәктәренең береһе була. Нәҡ Самоанан Үҙәк һәм Көнсығыш Тымыҡ океандың утрауҙары һәм атоллдары үҙләштерелә.

XVII быуат уртаһына Самоа порттары Полинезия эсендә лә, европалылар менән сауҙа итеүҙә лә төбәктә төп сауҙа функцияларын үтәй.

Административ ҡоролошо

Самоа округтары

Самоа территорияһы 11 итумалоға (округтарға) бүленгән, улар европалылар утрауҙарға килгәнгә тиклем үк барлыҡҡа килгән. Һәр һайлау округының үҙ конституцион ҡоролошо (фаавае) бар, ул һәр округтың фаалупег (традицион сәләмләү) титулдарының традицион тәртибенә нигеҙләнгән.

Округтың административ үҙәге булған ауыл округ эштәрен башҡара, ҡарарҙарын башҡа округтарҙың үҙәктәре менән яраштыра.

ОкругАдминистратив үҙәгеОкругтың майҙаны,
км²
Округтың халҡы,[9]
кеше (2011)
Тығыҙлыҡ,
кеше/км²
Уполу
1ТуамасагаАфега47989 582187,02
2АанаЛеулумоега19321 769112,79
3Аига-и-ле-Таи¹Мулифануа275050187,04
4Атуа²Луфилуфи41321 92853,09
5Ваа-о-ФонотиСамамеа38154340,61
Савайи
6ФаасалелеагаСафотулафаи26613 73651,64
7Гагаэмауга³Салеаула223775734,78
8ГагаифомаугаАопа365503513,79
9ВаисиганоАсау178675937,97
10СатупаитеаГаутаваи127530441,76
11ПалаулиВаилоа и Палаули523935717,89
Бөтәһе2832187 82066,32

¹ Маноно, Аполима һәм Нуулопа утрауҙарын индереп
² Алеипата һәм остров Нуусафее утрауҙарын индереп
³ округтың бер өлөшө Уполула урынлашҡан (шул иҫәпкә Саламуму-Уту һәм Леава ауылдары инә)

Халҡы

Халыҡ һаны

[10][11]

1981199120012006201120162021
156 349161 298176 710180 741187 820195 979200 010

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

[1][2]



🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары