Селена Гомес

Селена Мари Гомес (ингл. Selena Marie Gomez[1]; 22.7.1992) — Америка актрисаһы, йырсы, комик, йырҙар авторы, барабансы, ЮНИСЕФтың ирекле илсеһе булып тора.

Селена Гомес
исп. Selena Gomez
Тыуған көнө

22 июль 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (31 йәш)

Тыуған урыны

Гранд-Прейри (инг.)баш., Техас, АҠШ

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Автограф

Сайт

SelenaGomez.com

 Селена Гомес Викимилектә

Биографияһы

Селена Мари Гомес 1992йылдың 22 июлендә, АҠШ-тың Техас штаты Гранд-Прейри ҡалаһындағы Мэнди Корнетт һәм Рикардо Гомес ғаиләһендә тыуа. Селенаның атаһы — латин-америкалы, ә әсәһе итальян-инглиз сығышлы[2]. Гомес үҙ исемен ул осорҙағы танылған йырсы — Селена хөрмәтенә ала[3]. Уға 5 йәш булғанда, уның атаһы менән әсәһе айырылыша. Әсәһе, театр актрисаһы, үҙенең ҡыҙын бер ялғыҙы ғына тәрбиәләй һәм үҙенең актёр эшсәнлеге менән ҡыҙына ла был юлды һайларға ярҙам итә. 2006 йылда Мэнди Брайан Тифиға кейәүгә сыға, шунан һуң Селена ҡушма фамилия йөрөтә башлай — Тифи-Гомес[4].

Карьераһы

Ә 2009 йылда иһә, «Вэйверли Плэйс тылсымсылары» телесериалынан сығып, тулы метражлы «Вэйверли Плэйс тылсымсылары кинола» исемле фильм дөнъя күрә.

2008 йылда Селена Гомес Hollywood Records студияһы менән килешеү төҙөй, шуның нигеҙендә ул «Феялар» мультфильмына, «Көлһылыу турыһында тағы бер хикәйә» фильмына, «Принцессаларҙы һаклау программаһы» һәм «Вэйверли Плэйс тылсымсылары» сериалына үҙ йыырҙарын индерә. Үҙенең төркөмө «Selena Gomez & the Scene» менән берлектә ул «Kiss & Tell» дебютлы альбомын төҙөй. Альбом 2009 йылдың сентябрь айында АҠШ-та сыға.

2010 йылда Селена төп рольләрне «Рамона һәм Бизус» [5][6] һәм «Монте-Карло»[5][6] фильмынарында уйный.

2010 йылда Селена шулай уҡ Люк Бессондың «Артур һәм ике донъя һуғышы» фильмында төп ролде башҡарған Принцесса Селенияны тауышландыра.

Йондоҙ булараҡ «Санниға шанс бирегеҙ» сериалының беренсе сезондың 13-нсе серияһына саҡырыла.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары