Тоскана

Тоскана (итал. Toscana, лат. T(h)uscia, Hetruria) — Италия өлкәһе (регионы). Баш ҡалаһы — Флоренция. Майҙаны — 22 994 км², халыҡ һаны — 3 828 692 кеше (2013).

Тоскана
итал. Toscana
Флаг[d]
Рәсем
Этнохоронимtoscano, toscana, toscani, toscane, Toskanec һәм Toskanka
Дәүләт Италия[1]
Административ үҙәкФлоренция
Административ-территориаль берәмекИталия
Сәғәт бүлкәтеUTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
ГеомәғлүмәттәрData:Italy/Region/Tuscany.map
Хөкүмәт башлығы вазифаһыТоскана президенты[d]
Хөкүмәт башлығыЭудженио Джани[d]
Башҡарма властьGovernment of Tuscany[d]
Закондар сығарыу органыRegional Council of Tuscany[d]
Халыҡ һаны3 729 641 кеше (2019)[2]
Административ рәүештә бүленәАреццо[d], Флоренция[d], Гроссето[d], Ливорно[d], Лукка[d], Масса-Каррара[d], Пиза[d], Пистойя[d], Прато[d], Сиена[d] һәм Флоренция[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек279 метр
Туғандаш ҡалаНаблус[d]
СиктәшЛигурия[d], Эмилия-Романья[d], Марке[d], Умбрия[d] һәм Лацио[d]
Ҡулланылған телИтальян
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан22 987,04 км²
Рәсми сайтregione.toscana.it
Урынлашыу картаһы
Тема географияһыТоскана географияһы[d]
Портал открытых данныхOpen data Tuscany[d]
Тема иҡтисадыeconomy of Tuscany[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Тоскане[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһыCategory:Films shot in Tuscany[d]
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Tuscany[d]
Карта
 Тоскана Викимилектә

Физик-географик ҡылыҡһырлама

Тоскана төньяҡ-көнбайышта Лигурия, төньяҡта — Эмилия-Романья, көнсығышта — Марк һәм Умбрия, көньяҡта — Лацио өлкәләре менән сиктәш. Көнбайышта 320 километрға һуҙылған яр буйҙары Тиррен диңгеҙенең һыуҙары менән йыуыла. Территорияһының икенән өс өлөшө убалы һәм дүртән бер өлөшө таулы. Биләмәләренең тик 8,4 % тигеҙлек биләй (Арно йылғаһының үҙәне).

Төп тау сылбыры — Аппенин тауҙары, ул Тоскана өлкәһен көнсығыштан һәм төньяҡтан уратып алған. Башҡа мөһим рельефтар — Масса-Каррара һәм Лукка провинцияларында Апуа Альп тауҙары, бында билдәле каррара мәрмәре һәм циполин сығарыла; өлкәнең үҙәгендә Металлы Убалар; Пиза һәм Лукка ҡалалары араһында Пиза тауҙары; Флоренция провинцияһында Амиата тауы, боронғо һүнгән вулкан һәм Пратоманьо тауҙары.

Тарихы

Апеннин һәм Вилланова мәҙәниәттәре

Этрусктарға тиклемге төбәк тарихы шул уҡ ваҡыттағы Греция тарихына параллель булған. Беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡта (б.э.т. 1350—1150 йылдарҙа) Тоскана өлкәһендә Апеннин мәҙәниәте халҡы йәшәгән, ул Эгей диңгеҙендәге миной цивилизацияһы менән сауҙа иткән. Бынан һуң, б.э.т. 1350—1150 йылдарҙа Вилланова мәҙәниәте үҫешә, әммә уның үҫеше этрусктар цивилизацияһы баҫымы арҡаһында туҡтап ҡала.

Этруск цивилизацияһы

Төньяҡ Италияла этрусктар беренсе ҙур цивилизацияһы була. Улар транспорт инфраструктураһын төҙөй, игенселекте һәм тау эшен үҫтерә, сағыу сәнғәт әҫәрҙәрен булдыра. Ғалимдар этрусктарҙың бында боронғо дәүерҙәрҙән йәшәгәнен йәки башҡа илдәрҙән килгәндәрен белмәй. Цивилизация б.э.т. VII быуаттан Арно һәм Тибр йылғалары араһындағы зонала үҫешкән, б.э.т. VI быуатта иң бөйөк держава була һәм артабан б.э.т. III быуатта үҙенең ҡеүәтен һәм территорияһын боронғо римлеләргә тапшыра. Римлеләр этруск цивилизацияһын емермәй, ләкин уны ассимиляциялай.

Ренессанс

Тоскана — итальян Ренессансы барлыҡҡа килеү урыны, уның художестволы мираҫына төбәктең музейҙарында (иң билдәлеләре — Флоренциялағы Уффици һәм Барджелло музейҙары) һаҡланған архитектура, һынлы сәнғәт һәм скульптура әҫәрҙәре керә. Тосканала Леонардо да Винчи, Микеланджело һәм Данте Алигьери (итальян теленең атаһы) тыуған. Тоскананың Ингирами боронғо патриций нәҫеленән донъяға өс билдәле ғалим биргән — Джованни, Франческо һәм Томмазо Ингирами.

Административ-территориаль бүленеше

Тоскана өлкәһе 10 провинцияға бүленә:

ПровинцияАдминистратив үҙәгеМайҙанц,

км²

Халҡы,

чел.

Тығыҙлығы,

чел./км²

Коммуналар һаны
1АреццоАреццо3235348 127107,6139
2ГроссетоГроссето4504228 15750,6628
3ЛиворноЛиворно1211341 453281,9620
4ЛуккаЛукка1773392 182221,2035
5Масса-КаррараМасса1156203 642176,1617
6ПизаПиза2444414 154169,4639
7ПистойяПистойя965292 108302,7022
8ПратоПрато365248 174679,937
9СиенаСиена3821271 36571,0236
10ФлоренцияФлоренция3514991 862282,2644

Иҡтисады

Кастильончелло

Тоскана бигерәк тә үҙенең шараптары менән киң билдәле, шуларҙың иң билдәлеһе — Кьянти, Брунелло ди Монтальчино, Вино Нобиле ди Монтепульчано һәм «супертосканалы» Sassicaia, Ornellaia, Masseto. Бынан тыш, бында 120 тәбиғәт ҡурсаулыҡтары бар. Ауыл хужалығының башҡа тармаҡтарына малсылыҡ (Кьянти үҙәне) һәм зәйтүн майы етештереү (бигерәк тә Лукка убаларында) инә. Төбәк сәнәғәтенә мотоциклдар, мотороллерҙар һәм самолеттар эшләү, Пратола туҡыу округы, Ливорнола нефть химияһы объекттары һәм Пьомбино ҡорос иретеү заводтары керә. Туризм өсөн «Сәнғәт ҡалалары» (Флоренция, Пиза, Лукка, Сиена, Сан-Джиминьяно) өсөн һәм яр буйында һәм утрауҙарҙа (Эльба) туристик эшмәкәрлек өсөн бик мөһим. Апуа Альп тауҙарында (Каррара) мәрмәр сығарыла.

Төбәк иҡтисадының мөһим тармаҡтары — ауыл хужалығы (каштан, бәшмәктәр (трюфель), шараптар), малсылыҡ (һыйырҙар, аттар), аҙыҡ-түлек, химия, металлургия, туҡыу, нефть химияһы сәнәғәттәре.

Прато провинцияһында Тоскананың төп йөн сәнәғәте районын урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары