Эссен

Эссен (нем. Essen [ˈɛsən]) — Германияның көнбайышында Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендәге ҡала. Ҡала Рур өлкәһе һәм Рейн-Рур төбәктәренең үҙәгендә урынлашҡан. Кёльн, Дюссельдорф һәм Дортмундтан һуң ҙурлығы буйынса дүртенсе ҡала һәм мөһим иҡтисади үҙәктәрҙең береһе. Дюссельдорф административ округы составында 570 мең халҡы менән бойондороҡһоҙ ҡала булып, Эссен ГФР-ҙың эре ҡалалары исемлегендә туғыҙынсы урынды биләй. Эссен эре сәнәғәт концерны үҙәге булараҡ билдәле, ә 1972 йылдан, ҡалала күп профилле университет ойошторолғас, ул илдә Юғары мәктәптең мөһим үҙәге лә булып тора. 2003 йылда Эссен университетын Дуйсбург университеты менән берләштергәс, студенттар һаны буйынса был уҡыу йорто Германия университеттары араһында туғыҙынсы урынды биләй. 1958 йылдан Эссен шулай уҡ католик епархия үҙәге.

Эссен
нем. Essen
ФлагГерб
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһыEssen
Ҡыҫҡаса атамаһыE[1]
Архивы хранятся вLuisenschule Essen[d]
Дәүләт Германия[2]
Административ үҙәгеGau Essen[d]
Административ-территориаль берәмекДюссельдорф[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанРур[d] һәм Дайльбах[d]
Хөкүмәт башлығыТомас Куфен[d]
Ойошма ағзаһыassociation for pedestrian and bicycle-friendly cities, townships and districts in North Rhine Westphalia[d][3], Climate Alliance[d][4], Emschergenossenschaft[d][5], Мэры за мир[d][6], Städtetag Nordrhein-Westfalen[d][7] һәм краевой союз Рейнланд[d]
Халыҡ һаны584 580 кеше (31 декабрь 2022)[8]
Ир-егеттәр283 169[9]
Ҡатын-ҡыҙҙар299 246[9]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек116 метр
Туғандаш ҡалаСандерленд[d], Тампере[d][10][11], Гренобль, Түбәнге Новгород, Тель-Авив һәм Забже[12]
МилкеEssener Verkehrs-AG[d], Штадион ан дер Хафенштрасе[d], Стадион им. Георга Мельхеса[d] һәм Ruhrbahn[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуыЭссенская ратуша[d], Эссен, Дюссельдорф[d], Төньяҡ Рейн-Вестфалия, Германия
СиктәшЭннепе-Рур[d], Оберхаузен[d], Мюльхайм-ан-дер-Рур[d], Меттман[d], Бохум[d], Гельзенкирхен[d], Реклингхаузен[d], Ботроп[d], Фельберт[d] һәм Хайлигенхаус[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан210,34 км² (2016)[13]
Почта индексы45127–45359
Рәсми сайтessen.de
Тасуирлау биттәреkek-online.de/medienkonz…
Урынлашыу картаһы
Портал открытых данныхEssen Open Data Portal[d]
Тема иҡтисадыeconomy of Essen[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр18 754
Урындағы телефон коды201 һәм 2054
Номер тамғаһы кодыE
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Эссене[d]
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Essen[d]
Карта
 Эссен Викимилектә

845 йылда Рур йылғаһы буйында ҡатын-ҡыҙҙар штифты (затлы сығышлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ярым монастырь) кеүек барлыҡҡа килеп, Эссен беҙҙең ваҡытта «Рейн ерҙәренең край союзы» (Ландшафтсфербанд Райнланд, Landschaftsverband Rheinland) һәм «Рур төбәге союзы» (Регионалфербанд Рур, Regionalverband Ruhr) ағзаһы булып тора. «Рур 2010 — Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» проекты сиктәрендә Эссен был проектта бөтә Рур төбәген күрһәтеп, «Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» тип һайлана.

Яҡынса 800 йылда Изге Людгер хәҙерге заман ҡалаһы сиктәрендә ирҙәр монастыры Верденға нигеҙ һала, ул иртә христиан яҙыуының мөһим үҙәге була.

Географияһы

Күрше ҡалалар (көнсығыштантан сәғәт уғы буйынса):

  • Бохум
  • Хаттинген ( Эннепеталь-Рур округы)
  • Фельберт (Меттманн округы)
  • Хайлигенхаус (Меттманн округы)
  • Рурҙағы Мюльхайм
  • Оберхаузен
  • Боттроп
  • Гладбек (Реклингхаузен округы)
  • Гельзенкирхен

Халҡы

Ҡала халҡының һаны 2011 йылдың 31 декабрендәге мәғлүмәттәр буйынса ( 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып,) 565 900 кеше тәшкил итә (шул уҡ датаға ҡарата элегерәк 573 468 кеше була)[14]. 2000 йылдың 31 декабренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, ҡалала 595 243 кеше йәшәгән, 1990 йылға — 626 973 кеше, 1970 йылға — 696 419 кеше йәшәгән[15].

Тарихы

800 йылда Верден аббатлығына нигеҙ һалына, унан Эссен тарихы башлана. Артабан рур бассейны ҡалаларын, шул иҫәптән Эссенды берләштереү башлана.

Климаты

Эссенда уртаса йомшаҡ климат.

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Уртаса максимум, °C3,95,18,312,417,120,021,621,618,414,08,14,913,0
Уртаса температура, °C1,92,55,18,512,915,717,417,214,410,75,72,99,6
Уртаса минимум, °C−0,30,02,24,88,711,513,213,311,17,93,50,96,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм815775687397897773708390933
Сығанаҡ: World Climate

Административ бүленеше

Эссен районының административ картаһы

Эссен ҡала округтарына (stadtbezirk), ҡала округтары ҡала кварталдарына бүленә (stadtteil).

Элекке шахталар

  • Зильбербанк.
  • Цольферайн.

Эссен ҡалаһында иң эре газ-транспорт һәм газ һатыу E.ON Ruhrgas компанияһының штаб-фатиры урынлашҡан.

Messe Essen күргәҙмә комплексында йыл һайын донъялағы иң ҙур өҫтәл уйындары күргәҙмәһе — Spieltage Internationale үткәрелә.

Транспорты

Эссен ҡалаһында Deutsche Bundesbahn тимер юл дирекцияларының береһе урынлашҡан[16]. Классификацияның немец системаһы буйынса Эссен тимер юлы вокзалы беренсе категориялы вокзал була, был уны илдең 20 төп вокзалы иҫәбенә индерә.

Ҡалала метрограмдың өс линияһы эшләй. Эссендә Европаның иң ҙур автомобиль баҙары урынлашҡан.

Мәҙәниәт һәм иҫтәлекле урындары

2010 йылда, венгр Пече һәм төрөк Истанбулы менән Эссен Европаның мәҙәни баш ҡалаһы була.

Ҡалала Фолькванг художество музейы урынлашҡан

Туғандаш ҡалалары

Эссен ҡалаһы менән туғанлашҡан ҡалалар:[17]

Ҡара Ҡалып:Категорию

Иҫкәрмәләр

  • Тимер юл транспорты. Энциклопедия.: Ҙур Рәсәй энциклопедияһы м., 1995 88-89 стр.
  • Әҙәбиәт

    Һылтанмалар

    🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары