Ҡырым ханлығы

Ҡырым ханлығы
Qırım Yurtu - قريم يورتى

1600 йылда Ҡырым ханлығы.
1600 йылда Ҡырым ханлығы.

← 
 →
1441 — 1783
Баш ҡала

Ҡырҡ-Ер (1441 — 1490-е)
Салачик (1490-е — 1532)
Баҡсаһарай (1532—1783)

Телдәр

ҡырымтатар
ғосман (в XVII-XVIII бб.)

Дин

Ислам

Майҙаны

52 200 км²

Халҡы

2 млн ( XVII быуат аҙағы )

Идара итеү формаһы

сословно-представительная монархия

Династия

Гәрәйҙәр

 Ҡырым ханлығы Викимилектә

Ханлыҡтың баш ҡалалары

Баҡсаһарайҙа Хан һарайы

Ҡырым йортоноң төп ҡалаһы булып Ҡырым ҡалаһы торған. Шулай уҡ Солхат исеме менән дә йөрөтөлгән. Хәҙерге Иҫке Ҡырым. Баш ҡала итеп уны Оран-Тимур 1266 йылда иғлан иткән. Атаманың килеп сығышы сығатай теленә барып тоташа, qırım — ям,соҡор, окоп[1], шулай уҡ сығатай теленән ингән башҡа фекерҙәр ҙә бар.Көнбайыш-Ҡыпсаҡса минең ҡалҡыулыҡ,(qır ҡалҡыулыҡ, -ım — 1-се заттың берлектәге аффиксы).Урҙанан айырылғас, баш ҡала икенсе урынға күсерелә һәм Ҡырө-Ер ҡәлғәһе һайлана. Аҙаҡ Салачик, ә 1532 йылдан яңынан тергеҙелгән Баҡсаһарай баш ҡала була.


География

Ҡырым ханлығы составына Днепр һәм Днестр арауығындағы, Азов буйы һәм өлөшләтә Ҡобан тҡбәге ерҙәре кергән. Был ерҙәр ярымутраға ҡарағанда бик күп әһәмиәтле майҙан биләгән. Ханлыҡ сиктәре тураһында, (шулай уҡ төньяҡ сиктәре лә керә) ҡырым, урыҫ һәм украина сығанаҡтарында билдәләнгән. Әммә теүәл генә тикшеренеү эштәре хәҙерге көнгәсә алып барылмаған һәм күтәрелмәгән.

Ҡырым хандары сауҙагәрлекте үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған, был тармаҡ ҡаҙнаға бик әһәмиәтле табыш килтергән. Ҡырымдан сығарылған тауарҙар араһында сей тире, һарыҡ йөнө, юғары сифатлы күн (сафяндар), һарыҡ тиреһенән тегелгән тундар, көрән һәм ҡара йәш бәрәс тиреләре. Шулай уҡ Посполития һәм Урыҫ батшалығының баҫып алынған ерҙәренән алынған ҡолдар. Был ҡолдарҙы Ғосман империяһы һатып алған.

Ханлыҡҡа кергән ерҙә төп ҡәлғә булып Үр ҡәлғәһе торған. Ул ҡапҡа ролен үтәгән. Арбат, Керчь ҡәлғәләре Ҡырымды һаҡлаусы ҡәлғәләр булып торған. Төп сауҙа порттары булып Гезлев и Кефе торған.

Баҡсаһарай — ханлыҡтың 1428 йылдағы баш ҡалаһы, Аҡмәсет солтан ҡәлғәһе резиденцияһы булған.

Тарихтағы ерҙәре картаһы

Ижтимағи тормош

Ҡырым ханлығының дәүләт дине булып ислам ҡабул ителгән. Ҡайһы бер нуғай ҡәбиләләре генә шаманлыҡҡа табынған. Ҡырым татарҙары һәм нуғайлылар менән бергә ислам динен ҡырымда йәшәүсе төрөктәр һәм черкестар ҙа ҡабул иткән.

Даими мосолман булмаған халыҡ өсөн христианлыҡтың төрлө деноминациялары рөхсәт ителгән: православтарға (эллин телле һәм төрөк телле гректар), грегориандарға (әрмәндәр), әрмән католиктарына, рим католиктарына (италяндар, генуэзц тоҡомдарына), шулай уҡ йәһүдтәргә һәм ҡараимдарға.

Һылтанмалар


Иҫкәрмәләр

Литература

Ҡалып:Осколки Монгольской империиҠалып:Осколки Золотой ОрдыҠалып:Административное деление Османской империи

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары